Һикһән биш мәшәҡәт кәмене09.11.2016
Һикһән биш мәшәҡәт кәмене “Ҡағыҙға төшкән юғалмай” тигән тапҡыр халыҡ мәҡәле ҡасан ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен беләһегеҙме? Бынан бер нисә йыл элек бик мөһим мәсьәлә буйынса бихисап белешмә йыйырға тура килгәйне. Буталмаҫ өсөн исемлеккә теркәлеп, оҙон көн сиратта ултырыуым, шул ҡағыҙ киҫәге өсөн байтаҡ аҡса түгеүем – бер, һөҙөмтәлә һалған көсөмдөң бушҡа китеүе, ул белешмәләрҙе йыйһам-йыймаһам да, икенсе белешмә булмау сәбәпле, бик өмөтләнгән эшемдең барып сыҡмауы әсендергәйне... Иларҙай булып, эшкинмәгән, әммә ҡиммәтле ваҡыт, иҫәпле аҡса сарыф итеп йыйылған бер папка ҡағыҙҙарҙы сүп кәрзиненә ташлағаным хәтерҙә. Хәйер, бындай хәл һәр кемебеҙгә таныштыр, моғайын: кем генә һыу буйы сиратта ултырмаған да, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡағыҙ йыйып йөрөмәгән?
Әммә заман заңы менән бергә мөмкинлек­тәр ҙә үҙгәрә, ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте федераль башҡарма власть вәкилдәре ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәтен алыу өсөн талап ителгән документтар исемлеген раҫланы. Уға ярашлы, бығаса граждандар белешмә артынан үҙҙәре йөрөһә, хәҙер уларҙы төрлө ведомство вәкилдәре дәүләт хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең мәғлүмәт базаһынан аласаҡ. Яңылыҡтың маҡсаты – граждандарҙың тормошон еңеләйтеү, теге йәки был эште теүәлләгәндә мәшәҡәттәрҙе, матди сығымдарҙы кәметеү. Шулай уҡ ҡарар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, дәүләт ойошмала­рының сайттарында теркәлеүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара, бигерәк тә пенсия, һалым, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле эштәр күпселек осраҡта Интернет селтәре аша теүәлләнә. Шуға күрә яңылыҡты компьютер менән дуҫ булғандар һәм аҡыллы машинаны етди ҡабул итмәгәндәр араһындағы тигеҙһеҙ­лекте бөтөрөү тип тә ҡабул ҡылырға була. Ысынлап та, нанотехнологиялар заманында инстанциянан инстанцияға, чиновниктан чиновникка ҡағыҙ ташып йөрөү мәғәнәһеҙлек кеүек тойола. Сөнки уртаҡ база булған осраҡта, компьютер аша граждан тураһындағы тейешле мәғлүмәтте белеү – ике минутлыҡ эш.
Бәғзе берәүҙәрҙең контора тупһаһын тапамаҫ өсөн шәхси компанияларҙың белеш­мә йыйыу хеҙмәтен ҡулланғаны ла билдәле. Сираттан ҡурҡмаған уңғанбайҙар һинең өсөн бар эште башҡара, әлбиттә. Мәгәр, аҡсаһын да ҡайырып түләтәләр. Миҫал өсөн, һеҙҙең водитель танытмаһына медицина белешмә­ләрен йыйһалар, яҡынса 1,5 – 3 мең һум түләргә тура киләсәк, шул уҡ ваҡытта наркологик һәм психодиспансерҙың белешмә­ләрен тик шәхси рәүештә генә алырға була. Уларҙың да хаҡы арзан түгел!
Шулай итеп, бынан һуң дәүләт хеҙмәте алырға теләгән граждандан 85 төрлө белешмәне талап итмәйәсәктәр. Әлегә тиклем ул ҡағыҙҙарһыҙ эшегеҙҙе теүәлләү мөмкин булмаһа, хәҙер ҡыйыу рәүештә водитель хоҡуғынан мәхрүм итеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, хөкөмгә тарттырылыу, енәйәти эҙәрлекләү факттары, сит ил гражданын иҫәпкә ҡуйыу тураһындағы һәм башҡа белешмәләрҙе йыйып ыҙала­маһағыҙ ҙа була – дәүләт хеҙмәте күрһәткән орган быны үҙаллы эшләйәсәк.
Шулай ҙа ваҡытынан алда ҡыуанмайыҡ: белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлек яйға һалынмаған, тәүге осорҙа ҡытыршылыҡтар булыуы ихтимал. Бигерәк тә был хәл федераль һәм урындағы власть органдары араһындағы ведомство-ара бәйләнешкә ҡағыла. Икенсе яҡтан, хөкүмәт ҡарары ил граждандары тураһында етерлек мәғлүмәт тупланғанын аңлата.
Кәңәш бер: хоҡуҡтарығыҙҙы белегеҙ, ҡануниәт менән танышығыҙ, белемһеҙлек арҡаһында артыҡ, сығым-сарыфлы эштәр эшләп йөрөмәгеҙ! Бынан һуң төрлө инстан­циялағы бәғзе чиновниктың әүҙемлегенә өмөт итеп юлларға кәрәкмәгән ҡайһы бер белешмәләрҙең исемлеген тәҡдим итәбеҙ (тағы ла тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй Хөкүмәте сайтында танышырға мөмкин):
Граждандың хеҙмәт ветераны таныт­ма­­һын юғалтыу буйынса Рәсәй эске эштәр органдарына мөрәжәғәт итеү факты тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Транспорт сараһына идара итеү хоҡуғы­нан мәхрүм итеү тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Хөкөмгә тарттырылыу (тарттырылмау) һәм (йәки) енәйәти эҙәрлекләү йәки эҙәрлекләүҙе туҡтатыу факттары, эҙләүгә иғлан ителгән булыу тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Рәсәй гражданы паспортының үҙ көсөндә булыуы (булмауы) тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Рәсәй гражданының йәшәгән урыны буйынса теркәлеүе тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Рәсәй гражданының ваҡытлыса торған урында теркәлеүе тураһында (Эске эштәр министрлығы);
Пенсионерҙы матди тәьмин итеүҙең дөйөм суммаһы тураһында;
Торлаҡ һатып алыу буйынса дәүләт торлаҡ сертификатын алыу, ҡаплау йәки алмау тураһында (Оборона министрлығы);
Ағымдағы финанс йылында төрлө кимәлдәге бюджеттарға фактик түләнгән һалымдар тураһында (Федераль һалым хеҙмәте);
Рәсәй һалым һәм йыйыуҙар ҡануниәтен боҙоу буйынса һалым, йыйым, пеня, штрафтар буйынса бурыс булыуы (булмауы) тураһында (Федераль һалым хеҙмәте);
Ғаиләнең (яңғыҙ йәшәүсе граждандың) дөйөм килемен иҫәпләгәндә пенсия һәм башҡа түләүҙәрҙең күләме тураһында;
Холоҡ төҙәтеү учреждениеһында булыу тураһында (Федераль яза башҡарыу хеҙмәте);
Хәрби хеҙмәткәрҙең (хеҙмәткәрҙең) хәрби (йә башҡа) хеҙмәт үтеүе тура­һындағы документтарҙан мәғлүмәттәр.


Вернуться назад