Ҡулдарының име бар08.11.2016
Күптән түгел атайым – Белорет районының һәм ҡалаһының почетлы ветераны Нурулла Миһранов Өфө ҡалаһында урынлашҡан госпиталдә дауаланып ҡайтты.

Ул дауаханалағы хеҙмәтләндереү­ҙең юғары кимәлдә булыуына һоҡ­ланып бөтә алмай. “Тәртип “белеш­мәләр өҫтәле”нән үк башлана. Ольга Алексеева мине ишектән үк йылмайып ҡаршы алды. Өлкән шәфҡәт туташы Эльвира Киранова документтарҙы барлап, ҡултамға ҡуйҙырҙы. Уға ярҙам итеүсе шәфҡәт туташтары Зимфира Ғәлиева менән Гөлшат Батыршина ла үҙ эштәрен юғары кимәлдә башҡара”, – тип һөйләй ул.
Палаталар таҙа, бөтә ерҙә бөхтәлек. “Кешеләргә ҡылһаң изгелек, үҙеңә кире ҡайтыр”, – тип ҡабатларға яратҡан санитарка Азия Ғабдрах­манова ауырыуҙарға ярҙам итергә әҙер тора. Шәфҡәт туташтары Фән­зилә Сәлимова, Әлфирә Әхмәтова, Мария Мельникова, Гүзәл Ғималет­динова, Рәсимә Ғәлләмова һәм башҡа бик күптәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Улар йөҙәрләгән сирлене ҡарай. “Мине дауалаған табип Наталья Коржавина кешелекле, ихлас. Госпиталгә Хәлил Мөжәүир улы Мостафин етәкселек итә. Ул – иғтибарлы етәксе, төплө белемле табип, итәғәтле кеше. Һәр кемдең хәлен белешә, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Барыһы ла үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара. Эшһөйәр, кешелекле табиптарға, шәфҡәт туташтарына ныҡлы һаулыҡ теләйем”, – ти атайым.






Вернуться назад