Йылмай әле ынйы тешең күрһәтеп!08.11.2016
Йылмай әле ынйы тешең күрһәтеп! Табиптар һуңғы йылдарҙа теш ҡаҙнаһы шешеп, ярҙам һорап килеүселәрҙең күбәйеүен билдәләй. Әлбиттә, теште боҙолмаҫтан алда тәрбиәләй башларға кәрәк. Эш үткәс, уны таҙартыу, пломба ҡуйыу талап ителә. Юҡһа, тешһеҙ ҡалыуың да ихтимал.


Әминә Ҡаразбаева – баш ҡалала урынлашҡан “32 ынйы” клиникаһының теш табибы. Уның әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың 98 проценты теште һаҡламауҙан килә. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның ауыҙындағы “ынйы”лар тәртиптә буласаҡ. Белгестең файҙалы кәңәштәре гәзит уҡыусыларға һис тә зыян итмәҫ:
– Теш боҙолоуҙың төп сәбәбе — ашағандан һуң ауыҙҙа аҙыҡ киҫәктәренең ҡалыуы, ҡуныҡ барлыҡҡа килеүе. Һөҙөмтәлә бактериялар үрсей, ағыулы кислота бүленеп сыға. Ошо кислота йоғонтоһонда минералдар, йәғни кальций, фосфор юҡҡа сыға, тештең эмале йоҡара, кариес барлыҡҡа килә. Гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, кариестан һаҡланырға мөмкин. Мәҫәлән, теште щетка һәм паста менән ентекләп таҙартырға, ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға, даими тикшерелеп торорға.
Ғәҙәттә, беҙ тештәребеҙҙе иртән йоҡонан уянғас таҙартабыҙ. Ултырып ашап алғас, сайҡап ҡына ҡуябыҙ. Ашағандан һуң уны өс минуттай ныҡлап таҙартып йыуыу урынлы буласаҡ.
Теш щеткаһын дөрөҫ һайлау ҙа мөһим роль уйнай. Уны өс ай һайын алмаштырып тороу зарур. Щеткалар йомшаҡ, уртаса һәм ҡаты ҡыллы була. Иң уңайлыһы – ҡылы уртаса ҡатылыҡта булғаны. Йомшаҡ ҡыллыһы тешкә ултырған микробтарҙы, аҙыҡ ҡалдығын таҙартып бөтөрә алмай, ҡаты ҡыллыһы эмалде зарарлауы мөмкин. Төптә урынлашҡан тештәргә етһен өсөн щетка башының һығылмалы булыуы һәйбәт. Көс менән ышҡырға ярамай, теш араларын, аҙау тештәрҙе ентекләп, ҡабаланмай таҙартығыҙ. Күптәр хәҙер электр щеткаһына өҫтөнлөк бирә. Улар ябайҙарына ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итә, һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ.
Теш араларын таҙартыу өсөн махсус ептәр — флостар — ҡулланылыуын да онотмағыҙ, сөнки ит, балыҡ кеүек ризыҡ теш араһына инеп ҡала ла, щетка уны сығара алмай. Һөҙөмтәлә шул аҙыҡҡа микробтар ултырып, урыны ҡарая, серей башлай. Шулай уҡ ҡапҡылап алһаң, тағы ла теште таҙартырға кәрәк. Щетканы йыуып, мотлаҡ киптереп ҡуйығыҙ. Телде лә ышҡыу кәрәклеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ярты йыл һайын табипҡа күренегеҙ.
Ә инде пастаға килгәндә, һис шикһеҙ, ул да ҙур әһәмиәткә эйә. Иң отошлолары — фторлылары. Улар теш эмален кальций менән тәьмин итә. Әммә шуны оноторға ярамай: фтор күп миҡдарҙа сәләмәтлек өсөн хәүефле. Теште шулай уҡ клиникаларҙа махсус препараттар менән дә ағартырға мөмкин.
Иң мөһиме шуны хәтерҙә тотоғоҙ: теште паста түгел, ә щетка таҙарта. Паста щеткаға ярҙам итеп, микробтарҙан, ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолдора.
Кальций, фтор кеүек теш өсөн файҙалы матдәләргә бай ризыҡтар ашарға кәрәк. Тәмле-татлыға ҡарағанда емеш-еләк, йәшелсәгә өҫтөнлөк биреү, ашаған һайын ауыҙҙы сайҡатыу ҙа күп ауырыуҙы иҫкәртә.


Вернуться назад