Йомағужа, Нөгөш, Күперле... Көтә һинең барып күргәнде08.11.2016
Йомағужа, Нөгөш, Күперле... Көтә һинең барып күргәнде “Башҡортостан” милли паркына 30 йыл тулыу айҡанлы Мәләүез районында төрлө саралар уҙҙы. Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш алдынан фотокүргәҙмә асылды.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы Вячеслав Аброщенко күргәҙмәне ойоштороу маҡсаты менән таныштырҙы. Бында Фаил Абсаттаров, Юрий Астафьев, Александр Данилов, Алик Хәсәнов, Хәлит Сафин кеүек билдәле фоторәссамдарҙың эштәре ҡуйылды. Улар республиканың йөҙөк ҡашы иҫәпләнгән Нөгөш һыу һаҡлағысы, милли парк биләмәһенә ингән иң күркәм тәбиғәтле, иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөргән.
Директор Владимир Кузнецов “Баш­ҡорт­остан” милли паркының әһәмиәте тураһында һөйләне. Билдәле булыуынса, ул илебеҙҙең айырыуса һаҡланған биләмәһе иҫәпләнә. 2012 йылда ЮНЕСКО-ның “Кеше һәм биосфера” программаһы буйынса “Башҡортостан Уралы” комплекслы биосфера резерваты составына инде һәм бөтә донъяға танылды.
Уның эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – экологик һәм тарихи әһәмиәткә эйә булған Күперле карст күпере, Ҡотоҡ-сумған, Муйнаҡ таш мәмерйәләре кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларын, урман фондын һаҡлау, экология мониторингын үткәреү һәм башҡалар.
Биләмәнең ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тауҙары биләй. Бында Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстары урын­лашҡан. Ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы ла бик бай. 240-тан ашыу мәмерйә тикшерелгән.
Ойошма менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән Нөгөш мәктәбе, балалар экология үҙәге коллективтарына, фермер Әҡсән Мәсәғүтовҡа һәм башҡаларға Владимир Кузнецов рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Тантаналы сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының бүлек мөдире Владимир Казаков, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, “Росприроднадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Юрий Дудников, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин, республиканың урман тармағы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Владимир Разуваев кеүек абруйлы ҡунаҡтар, милли парк эшмәкәрлеген юғары баһалап, һөҙөмтәле эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, әүҙем профсоюз ағзаларына маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, дипломдар тапшырҙы.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләрен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһенә властарҙың, ғилми-тикшеренеү учреж­дение­ларының, эшҡыуарҙарҙың иғти­барын йүнәлтеү маҡсатында ойошто­ролған сарала шулай уҡ республиканың, илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар ҡатнашты. Пленар өлөштән һуң “Башҡорт­остан Уралы” биосфера резерватының координация советы ултырышы үтте. Иртәгәһенә Нөгөш ҡасабаһында “Тәбиғәт, фән, туризм” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Ғалимдар һәм тикшеренеүселәр секция ултырыштарында эшләне, туризм темаһына “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышты.


Вернуться назад