“Урыҫ теле Хәсәндән сыҡҡан”08.11.2016
Баймаҡҡа барған һайын ниндәй ҙә булһа риүәйәт, легенда, ауыл тарихтарын йә оло кешеләрҙең иҫтәлектәрен ҡуйын дәфтәремә теркәйем. Әле бына шул хәтирәләрҙән, гәзит уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип, бер нисә сюжетты һайлап алдым.
Сәхибә апай хәтирәһе
1985 йылдың июлендә Сибайға күрше генә ятҡан Хәсән ауылына барып төштөм. Баймаҡҡа барыуын барғас, нисек инде Мирсаяф Бейешевтең тыуған ауылын күрмәй китәһең! Бында 62 йәшлек уҡытыусы-пенсионер Сәхибә Ғатаулла ҡыҙы Рыҫҡужина менән ауыл тарихы, күренекле кешеләре тураһында ғәйәт бай иҫтәлек яҙып алдым. “Беҙҙең Хәсән баҡса кеүек матур. Үҙе оло юл өҫтөндә. Ауылды ҡарарға, үҫтерергә кәрәк”, – тип ғорурланып та, борсолоп та һөйләне Сәхибә апай.
“Беҙҙең ауылдың күбеһе горняклар. Мына Байназаров Ғәләүетдин, Байназаров Баһауетдин, Баһау олатайҙың улы Ғәббәс. Алар бөтә тоҡомнары белән шахтала эшләнеләр, алтын сығарҙылар, – тине ул. – Байназаров Ғәләүетдинде шул Тубинда эшләгәндә Уфаға алдылар, нарком итеп. Шунан, минең белемем етмәй был ҙур эште алып барырға, тип һорап ҡайтты ла, Баҡыртауҙа шахтала эшләп (анда ла алтын сығарғандар), пенсияға сығып, ауылға ҡайтып йәшәне. Әфтәхетдин Сәфәрғәле улы Бейешев геолог булып эшләне. Үҙе указной мулла булған. Әфтәхетдин ҡарт мәғдәндең ҡайҙа ятҡанын белгән. Ҡайҙа шахта ҡорорға әйтеп биргән. Революциянан алда үлеп ҡалған ул. Ә мына беҙҙең ҡартатай Хәйрулла Сәфәрғәли улы Бейешев гел секретарь булып эшләгән. Сельсоветта ла. Аның ағаһы Абдулла Бейешев уездный ахун булған”.
Иҙрис ҡарттың
Орскиға барғаны
“Ғәле ауылында Биксурин Хәсәнде силсәүит итеп һайлағандар. Урыҫса белмәй бит инде был. Орскиға барырға кәрәк, раҫланырға. Килгән беҙҙең ҡартатайға, Хәйрулла ҡартҡа. Нисек итергә? Ҡартатай Иҙрис ҡартты саҡырып алған.
– Иҙрис, һиңә эш бар. Орскиға бараһың да уездныйға инәһең, Хәсән ҡарт булып.
Барғаннар. Иҙрис ингән. Ул Сирғәлин йөрөнө, ҡартатаһынан. Биксурин булып инеп, урыҫсаға оҫта, үҙе бик фигурный, Хәсән ҡартты силсәүит итеп раҫлатып ҡайтҡан.
Беҙҙең Хәсән ауылдары электән урыҫсаға шәп. Шунан инде, урыҫ теле башлап Хәсән ауылынан сыҡҡан, тип көләләр. Мин әйтәм, сыға инде, алар араһында күпме кеше тәржемәсе булып эшләгән әле. Солтан ҡарт Таналыҡ тамағында переводчик булып торған, казаклар араһында, Таналыҡ йылғаһы Уралға ҡойған урында. Хәйрулла ҡартатай – судья, сельский секретарь.
Алар, шулай булһа ла, һөнәрҙәр ҙә белгән: мейес сығарыу, итек, кейем тегеү – алар үҙләре эшләгән шуның барыһын да. Мына беҙҙең өләсәйем дә эшкә шәп ине, урыҫ телен дә яҡшы белде. Мәхүпьямал, Солтан ғарттың ҡыҙы. Атаһы белән бергә ҡаҙаҡлар араһында йәшәгән”.
Сәхибә апайҙан Хәсән ауылының тарихын магнитофон таҫмаһына яҙып алдым.
Ҡәләмбай
нисек байып киткән
Был легенданы мин 2005 йылдың авгусында Баймаҡ ял йортонда Фазлиәхмәт Мырҙабулат улы Исламғоловтан яҙып алдым. Фазлиәхмәт ағай 1931 йылда ошо уҡ райондың элекке Ғәҙелша ауылында тыуған. 1984 йылда ауыл бөтөрөлгәнгә тиклем шунда йәшәгәндәр, иң һуңғы булып күсеп киткәндәр.
Беҙ осрашҡан ваҡытта Сибайҙа ғүмер итәләр ине. Бына ниндәй ғәжәп ваҡиға хаҡында бәйән итте ул: “Ғәҙелшала Ҡәләмбай тигән ҡарт йәшәгән. Беҙҙең олатай ул. Мең ярым йылҡыһы булған. Өс улы – Сирғәле, Солтанғәле, Иҫтамғол. Иҫтамғолдан – Айса, Айсанан – Мырҙабулат, Мырҙабулаттан – беҙ, туғыҙ бала.
Етем генә йәшәгән була ул Ҡәләмбай. Йүгәнен тотоп атын эҙләп йөрөгәндә, бер һары көсөк тап була. Был эйәртеп алып китә. Шунан йәш кенә бер ҡыҙ осрай. “Олатай, көсөк минеке, бир инде, бир, – ти. – Нимә теләһәң дә, бирермен”, – тип ялбара. “Ярар улайһа, бирәм”, – ти Ҡәләмбай. Ҡыҙ Ҡәләмбай ҡартҡа йүгән бирә. “Мә, ошоно тот та ҡайт, артыңа әйләнеп ҡарама”, – ти. Шул тирәлә бер ҡойо (шишмә, батҡаҡ) була. Шунан аттар сыға икән. Ныҡ дөһөрҙәп килгәс, был ҡурҡышынан артына әйләнеп ҡарай. Мең ярым йылҡы сығып өлгөрә. Шунда бер толпар ҙа сыҡҡан була. Ҡалғаны артҡа төшөп китә. Ҡәләмбай шунан байып ҡала”.
Бына шундай күлдән, һыу аҫтынан сыҡҡан йылҡылар тураһында тағы бер легенда.