Уңда ла – сүп, һулда ла – сүп...08.11.2016
Уңда ла – сүп, һулда ла – сүп... Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының сираттағы ултырышы заманабыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренең береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеү, полигондар төҙөүгә арналды. Комиссияның эшендә барлыҡ ведомство һәм министрлыҡтарҙан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы әлеге проблеманың ни тиклем әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләй.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе киҫкенләшә генә бара. Был проблема тотош донъя өсөн көнүҙәк булып тора, сөнки йылдан-йыл кеше күберәк сүп-сар ташлай. Төбәгебеҙҙә, мәҫәлән, йән башына иҫәпләгәндә, йыл һайын 400 килограмдан ашыу көнкүреш ҡалдығы “етештерелә”, был масса 10 – 15 про­центҡа арта бара. Сәбәбе лә ябай ғына һымаҡ: магазиндарҙа хәҙер барлыҡ тауар ҡаптарға төрөлөп бирелә бит.
Йыл һайын республика халҡы сүплеккә ике миллиондан ашыу тонна көнкүреш ҡалдығы оҙата. Ә йылға, күл буйҙарында, урман-яландарҙа ял итеүселәрҙән һуң һибелеп ҡалған буш һауыттар, ҡаптар, шешәләрҙе берәү ҙә һанамай. Әлбиттә, элекке кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын полигондарға йыйыу, яндырыу дауам итә. Ләкин был алымдың иҫкереүен, яңыса эш итеү кәрәклеген барыбыҙ ҙа аңлай. Әммә сүп-сар эшкәртеү заводтарының ни тиклем ҡыйбатҡа төшкәнен һанай башлаһаң, ирекһеҙҙән был ниәттән баш тартаһың. Мәҫәлән, Өфө районының Сергеевка ауылы эргәһендә ошондай завод төҙөргә планлаштырылғайны. Ул, сүп-сарҙы эшкәртеүҙән тыш, ҡалдыҡтарҙан юл япмаһына түшәр өсөн асфальт һыма­ғыраҡ матдә етештереү мөмкинлегенә лә эйә. Тик проекттың ҡыйбатлығы арҡа­һында унан баш тарттылар.
Бөгөн сит илдәге кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу, сорттарға бүлеү һәм зарарһыҙландырыу сараларын ҡулланыу күпкә отошлораҡ. Ҡайһы бер райондар ошо алым менән сүп-сарҙы йыя ла инде. Тик сит илдә был алымды күптән уңышлы ҡулланып, сүпте икенсел сеймал итеп файҙаланһалар, беҙҙә ҡалдыҡтарҙың ни бары 15 проценты ғына эшкәртелә. Был тармаҡта эшләгән эшҡыуарҙар ҙа әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Төбәктә 2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостан Республи­каһында сәнәғәт ҡалдыҡтары менән идара итеү системаһын камиллаштырыу” республика маҡсатлы программаһы раҫланды. Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2013 йылдың 31 июлендә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны базаһында сүп эшкәртеү линияһы эшләй башланы, проектҡа инвестициялар йәлеп ителгән. Был – “тәүге ҡарлуғас”. Тик уның эшен яйға һалыу еңел түгел, сөнки фатирынан сүпте сорттарға бүлеп сығарасаҡ халыҡ, уны йыйыусылар, полигонға алып килеүселәр, эшкәртеүселәр араһында бәйләнеш булдырыу схемаһының теүәл эшләүен тәьмин итергә кәрәк. Шулай ҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһендә Стәрлетамаҡ алда бара.
Дө­йөм алғанда, был өлкәлә хәл киҫкен тора. Әлеге мәлдә республикала 31 полигон бар. Уларҙың күбеһе тулған, сүпте күмеү дөрөҫ алып барылмай. Шуға ла уны эшкәрткән эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауыл советтары сүпте уйһыулыҡтарға өйөп, уны яндырып ҡына ҡотола. Был мәсьәләне Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урындағы власть органдары менән бергәләп хәл итә, әлбиттә. Тәүҙә бөтә район һәм ҡала­ларҙа ла тирә-яҡты генераль таҙартыу схемаһы төҙөлгән ине, яйлап ул тотош республика буйынса эшләй башланы. Бында ҡайһы төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводы, ҡайҙа линияһы кәрәклеге асыҡ билдәләнгән.
Икенсе мөһим мәсьәлә – сәнәғәт ҡалдыҡтары менән эшләү. Әлегә республикала 2600 гектар майҙанды биләгән сәнәғәт ҡалдыҡтары күмелгән 165 урын бар. Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Учалы райондарында тау эшкәртеү производствоһы һәм сода сығарған карьерҙарҙа хәл шәптән түгел. Ҡалалар араһында, әлбиттә, Өфө был “ҡара исемлек”тә беренсе тора, сөнки нефть эшкәртеү предприятиеларының шламдары күпләп йыйылған. Хәйбулла районында 678 гектар майҙан ерҙә ошондай уҡ проблема. Шуға ла үрҙә телгә алынған программаға ҙур өмөт бағлана. Ошо ҡалдыҡтарҙы күмгән ойошмалар ҙа үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, был биләмәләрҙе таҙартырына өмөт ҙур, сөнки улар быны закон буйынса атҡарырға тейеш, ә дәүләт иһә эштең еренә еткерелеүен күҙәтеүсе функцияһын үҙ өҫтөнә алған. Әлеге программаға ярашлы, бөтә төр сығанаҡтарҙы финанслау күләме 12 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Яңы йылдан иһә Рәсәйҙә яңы закон тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы, составына файҙалы компоненттар ингән осраҡта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү бөтөнләй тыйыла. Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин һөйләне. Күптән түгел министр менән берлектә улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын булдырыу мәсьәләһе ҡаралған Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашҡан.
Дөйөм алғанда, республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе яйға һалынған тигән фекергә килде сараға йыйылған белгестәр. Әлбиттә, эште көйлө алып барыуҙа тағы ла ыңғай үҙгәрештәр көтәбеҙ. Ләкин тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн төрлө ведомстволар ғына яуап бирмәй, эште үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ, шуны онотмаһаҡ ине. Экологик мәҙәниәт аҡһай әлеге мәлдә. Автомобиль хужалары тәҙрәһен асып ҡына теләһә ҡайҙа сүп ташлай, икенселәр үҙҙәре йәшәгән ерҙе сүп-сар өйөмөнә әүерелдерә, ял итергә сыҡҡанда шешә-ҡаптарҙан өйөм ҡалдырыуын дауам итә икән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа алға китеш булмаясағы көн кеүек асыҡ.


Вернуться назад