Алдағыһын йәштән хәстәрлә08.11.2016
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 29 июль һанында “Дауаһы – аяҡ аҫтында” тигән мәҡәләм донъя күргәйне. Унда яман шеш ауырыуын иҫкәртеү һәм дауалау йәһәтенән үҙем инанған ысул тураһында яҙҙым. Мәҡәлә сыҡҡандан һуң миңә “Бәйләнештә” сайты аша бихисап кеше мөрәжәғәт итте. Күптәре – үҙем кеүек хаҡлы ялдағылар. Улар сәләмәтлекте һаҡлау юлдары хаҡында артабан да яҙып тороуымды һорай. Шуға ла тағы бер нисә кәңәш бирмәксемен.
Иң тәүҙә шуны әйтеп үтәйем: халыҡ медицинаһы менән тик торғандан ҡыҙыҡһына башламаным – ҡаты ауырыу сәбәп булды быға. Бер нисә йыл дауамында ныҡ йүткереп ыҙаландым. Һуңғы сиктә астма кеүек була башланы. Район дауаханаһында аллергия диагнозы ҡуйылды. Тик был реакцияның нимәгә икәнен белмәнеләр. Тикшереү өсөн аллерген етешмәй, тинеләр. Һөҙөмтәлә республика дауаханаһында айға яҡын ятып ҡайттым. Ләкин өс көн үткәйне, ауырыуым ҡабат башланды...
Ни эшләргә? Хоҙайҙың ярҙамы менән нәҡ шул ваҡытта ҡулыма халыҡ медицинаһы китабы эләкте. Унан һуң икенсеһен алдым, өсөнсөһөн... Уҡый торғас, аллергияның тәндә бысраҡ токсин йыйылғандан килеп сығыуын белдем. Утыҙ йәштән алып организмды даими таҙартып торорға кәрәк икән. Тәү сиратта – йыуан эсәкте. Был эште башлау өсөн бер йыл буйы төрлө ысулдарҙы өйрәндем, яҙып алдым. Үҙемде рухи яҡтан әҙерләнем. Йыуан эсәкте таҙартыу өсөн бер аҙна ашамаҫҡа, һыу ғына эсергә кәрәк. Ә был, һүҙ ҙә юҡ, ҙур ихтыяр көсө талап итә.
Беренсе мәртәбә биш көн ашамайынса таҙарынғандан һуң уҡ ауырыуҙың үтә башлағаны һиҙелде. Еңеләйҙем, осоп йөрөгән кеүекмен. Унан тағы бер аҙнаны ашамайынса, һыу менән генә үткәрҙем. Артабан шул уҡ авторҙың ысулы буйынса бауырҙы таҙарттым. Йылына ике-өс мәртәбә ҡабатланым был ғәмәлдәрҙе. Һөҙөмтәлә элекке кеүек ауырымайым. Һыуыҡ тейҙереп сирләүҙе, Аллаға шөкөр, бөтөнләй оноттом. Берәр аҙна дауамында тик йәшелсә менән туҡланып алам. Шуны белеү мөһим: һыуыҡ тейгәндә бөтөнләй ашарға ярамай, сөнки организмдың көсө ауырыу менән көрәшәһе урынға аҙыҡты эшкәртеүгә сарыф ителә. Тимәк, сирлене көсләп ризыҡландырыу ҙа дөрөҫ түгел. Уға үҙе теләгән, һораған аҙыҡты ғына бирергә кәрәк.
Оло йәштәгеләргә һыйыр, һарыҡ ите ашарға кәңәш ителмәй. Мин күберәк тауыҡтыҡына өҫтөнлөк бирәм, танһыҡҡа йылҡыныҡын алам. Уларҙа холестерин юҡ. Ә сусҡа итен ашау гонаһ та, организмға ла зыянлы. Белгестәр әйтеүенсә, унда һейҙек кислотаһы күп. Сусҡа ите ашҡаҙанда тулыһынса эшкәртелмәй, һөҙөмтәлә тәнде бысрата. Уны даими ашаған кешенең холҡо ошо хайуандыҡына оҡшай башлай икән. Күңел торошобоҙ, сәләмәтлегебеҙ, иҫәнлегебеҙ нимә менән туҡланыуыбыҙға туранан-тура бәйле шул.
Әҙәм балаһының һаулығында шулай уҡ хәрәкәт итеүҙең өлөшө ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр хаҡлы ялға сығыу менән өйҙә ултырыуға һалыша. Айырыуса ҡаланыҡылар. Әгәр беҙ ауыл кешеһе һымаҡ утын киҫмәйбеҙ, һыу ташымайбыҙ, мал ҡарамайбыҙ икән, хәрәкәт итеү өсөн башҡа мөмкинлектәр ҙә бар бит. Парктар, бассейндар, спорт залдары тик йәштәргә тәғәйенләнмәгән дәбаһа. Үҙемә килгәндә, күп йылдар сәләмәтлек үҙәгенә йөрөнөм, һуңғы осорҙа тренажер залында шөғөлләнәм.
Сиргә һабышмау өсөн күңелеңде таҙа тоторға, насар уйҙарға юл бирмәҫкә, рухыңды нығытырға кәрәк. Үпкәсел булыу, уҫаллыҡ, көнсөллөк, һаранлыҡ, телмәрҙә әшәке һүҙҙәр ҡулланыу ауырыуға килтерә. Яңылыш йәшәү, дөрөҫ туҡланмау ғүмерҙе ҡыҫҡарта. “Йәш ваҡыт нисек тә үтә ул, ҡартлығығыҙҙы алдан уйлағыҙ”, – ти торғайны әсәйем. Хаҡ һүҙҙәр.
Бер китапта әйтелеүенсә, кешенең үҙ ауырыуы тураһында бүтәндәргә бөтөнләй һөйләмәүе хуп. Ни өсөн тигәндә, ул башҡалар алдында абруйын төшөрә, сөнки сирендә үҙе ғәйепле. Өҫтәүенә зарланыуҙы тыңлаған кешенең кәйефе төшә. Ә беҙҙә нисек? Өлкәндәрҙең хәлен дә һорашып булмай, улар оҙон-оҙаҡ итеп сирҙәре хаҡында һөйләй башлай. Ә бит ауырыу үҙен иҫкә алған һайын нығына, тарала бара. Табиптарҙы яманлап һөйләүҙән дә арынһаҡ ине. Бөтөн дауалау эшен уларға тапшырып, үҙебеҙ ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә булмаясаҡ.
Белемде арттырыуҙан туҡтамайыҡ, йыбанмайыҡ, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, хаҡлы ялдағылар!