“Һалам түшәүселәр” күбәйә08.11.2016
“Һалам түшәүселәр” күбәйә Илебеҙ халҡының пенсияға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса белем кимәле артҡан. Был Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән социаль тикшеренеү йомғаҡтарында сағыла.

Матбуғатта донъя күргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡартлыҡҡа бәйле тәғәйенләнгән пенсия тураһында белеүселәр һаны былтырғы 52 проценттан 63 процентҡа тиклем үҫкән. Был түләүҙең күләме нисек иҫәпләнгәнен, кемгә ҡасан бирелгәнен аңлаусылар ҙа байтаҡҡа артҡан. Респонденттарҙың 62 проценты эшкә урынлашҡан хәлдә рәсми мәшғүллеккә өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген, юғиһә, йәш саҡта ҡулға мул аҡса алып йөрөп тә, өлкәнәйгән көнөңдә барлы-юҡлы пенсияға йән аҫрарға тура килеүе ихтималлығын белдергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың өстән бер өлөшө самаһын хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә ялланыуҙың, аҡсаны “конвертта” алыуҙың кире эҙемтәләре һис ҡурҡытмай.
Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, кешеләрҙе үҙенең хаҡлы ялы өсөн ҡасан, нисек, ни саҡлы түләнгәне хаҡында Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары, дуҫ-иштәре аша белгән өс төркөмгә бүлергә мөмкин. Балдар, тупланмалар күләме буйынса мәғлүмәтте табыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, сөнки ул Пенсия фонды бүлексәләрендә генә түгел, күп функциялы хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә лә, ҡайһы бер банктарҙа ла ҡағыҙға баҫып бирелә. Электрон форманы иһә www.pfrf.ru һәм www.gosuslugi.ru сайттарынан сығарып алырға була. Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетын файҙаланыусылар артҡандан-арта.
Пенсияға кисектереп сығыу мәсьәләһе хаҡында белешкәндә мәғлүмәтлелек кимәле буйынса һандар араһында иң ҙур үҙгәреш күҙәтелгән. Хаҡлы ялға бер нисә йылға һуңлап китеү юлы менән пенсияны күбәйтеү мөмкин икәнен былтыр халыҡтың 44 проценты ғына ишеткән булһа, быйыл был күрһәткес 61 процентҡа еткән.
Социаль тикшеренеүҙә яуап биргәндәрҙең өстән бер өлөшө тирәһе буласаҡ пенсияһы тураһында бер ҡайҙан да һорашмауын белдерһә лә, хаҡлы ял мәсьәләһе буйынса ҡыҙыҡһыныусылар былтырғы 54 проценттан 58 процентҡаса күбәйгән.


Вернуться назад