Дөрөҫлөктө тергеҙәйек!23.03.2012
Бөйөк Ватан һуғышында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының үткән юлы данлы һәм башҡа һыйғыһыҙ аяныслы. Фашист танктарына ҡаршы ат, ҡылыс һәм штык менән ҡаршы сыҡҡан кавалеристарҙың һәр береһе юғары наградаға лайыҡ.
Дивизия яугирҙәре араһынан 78 Советтар Союзы Геройы сығыуы быны ныҡлы раҫлай. Ә уның етәксеһе генерал Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа бер нисә Герой исемен бирһәң дә аҙ булыр. Ысынлап та, тарихи ғәҙеллек күптән тантана итергә тейеш тә бит, тик ниңәлер бөгөнгә тиклем хәл ителмәй ҡала.
“Комдив Шайморатов. Геройҙың ҡайтыуы” тигән акция ойошторолоуын күпселек хуплап ҡабул итте. Яңыраҡ “Урал” гәзите мөхәрририәтенә Аҙналы ауылынан Вәис һәм Нәис Лоҡмановтар килеп: “Беҙ Белорет районының Аҙналы ауылы халҡы исеменән Шайморатов генералға “Рәсәй Геройы” исемен биреүҙе һорайбыҙ. Ысынлап та, ул “Рәсәй Геройы” исеменә лайыҡ. Олатайыбыҙ Тимербай Лоҡман улы Лоҡманов 1941 йылдың декабренән алып 1945 йылдың майына тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Шулай уҡ дивизия составында Ҡаҙыш ауылынан Ғилметдин Әғзәмов та дошманға ҡаршы һуғыша. “Олатайығыҙ сос булғас, Шайморатов эргәһенән китмәне”, — тип Ғилметдин апа һөйләй торғайны. Олатайыбыҙ “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана. Ул: “Шайморатов бик отҡор, һәйбәт кеше булды”, — тип уның тураһында балаларына йыш һөйләгән”, — тип егеттәр олаталарының документтарын, һуғышта төшкән фотоһын күрһәтте, ошо акцияға ҡушылыуҙары тураһында яҙып ебәреүебеҙҙе һораны.
Тимербай Лоҡмановтың Шығай ауылында йәшәгән ҡыҙы Клара Сәхәүетдинова атаһының иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Атайым Шайморатовтың йылҡысы-адъютанты булған. Китаптарҙа ниңәлер уның исеме юҡ. Ул: “Украинала ҡамауҙа ҡалған саҡта көндөҙ баш та күтәреп булманы, төндә генә әҙерәк усаҡ яғып ашай инек. Һыу аша ат ҡойроғона йәбешеп сыҡтыҡ. Бер алыш ваҡытында, яуға күтәрелгәндә, Шайморатов үҙе алдан, бөтәһен дә әйҙәп, елдереп сығып китте һәм юҡ булды. Шунан һуң уны күрмәнек”, — тип һөйләне. Атайым һәр саҡ “Ҡайҙа булды икән?” тип уйлана торғайны. Шайморатов ябай, ҡыйыу комдив булған, һәм ул “Рәсәй Геройы” исеменә лайыҡ”.
Хәҙер инде 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре лә һанаулы ҡалған. Тере шаһиттар бар саҡта тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеп, Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа лайыҡлы награданы биреүҙе юллап алыу бик урынлы. Аҙаҡ һуң булыуы бар. Беҙ ҙә был акцияны тулыһынса хуплайбыҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.


Вернуться назад