Ҡарттар... хан һарайында йәшәй08.11.2016
Ҡарттар...  хан һарайында йәшәй Ҡырғыҙ-Миәкәләге тау итәгендә балҡыған хан һарайындай ике ҡатлы заманса йорт әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Кемдәр йәшәй икән унда? Моғайын, берәй етәкселер йә иһә эше уңышлы барған йүнселдер. Бәлки, Себер яғында аҡса туплаған замандашыбыҙ ғаиләһенә шундай уңайлылыҡ тыуҙырғандыр. Йәки кемдер ғүмер буйы ситтә йәшәп, төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшеп, өлкәнәйгән көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнгәндер...

Күҙаллауҙарҙың береһе лә дөрөҫкә сыҡманы. Нур бөркөлөп торған йортта беҙҙе хаҡлы ялдағы өлкәндәр – ғүмерен тотошлай тыуған еренә бағышлап, уға лайыҡлы хеҙмәт иткән, һоҡланғыс балалар үҫтергән сал сәсле инәй менән бабай – ҡаршы алды.
...Елдәр ауылы ҡыҙы Флориза, мәктәпте тамамлағас, Миәкә етештереү комбинатының тегеү цехына эшкә килә. Предприятиеның гөрләп торған сағы. Ҡатын-ҡыҙ тегеү менән шөғөлләнһә, ир-ат кирбес, алебастр, эзбиз етештерә, сана, арба, ҡамыт, дуға яһай, автотранспорт цехы ла бар. Район халҡының күпселеге тап ошонда хеҙмәт урынын тапҡан. Араларындағы бөркөт ҡарашлы Кәркәле егете Вәғиз – комбинат директорының шоферы. Тегенсе ҡыҙҙар араһынан тап Флориза уның йөрәген яулай.
Бергә булырға вәғәҙә бирешеп, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп, ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән йәштәрҙең тормош күген бер көн “ҡара болот” ҡаплай – уларҙы айыралар. Һөнәр үҙенсәлектәренә тиҙ арала төшөнөп, алдынғылар рәтенә баҫҡан Флоризаны комбинат хужалары тыуған ауылы Елдәрҙәге цехҡа етәксе итеп ебәрә. “Барыбер кире алып киләм мин уны!” – тип белдерә баҫҡан ерендә ут сәсрәтер егет һәм әйткәнен үтәп тә ҡуя: һөйгәненә өйләнергә тәҡдим яһай.
Комбинат етәкселеге йәштәр өсөн комсомол туйы ойошторорға ҡарар итә. Профком ағзалары барлыҡ мәшәҡәттәрҙе тиерлек үҙ өҫтөнә ала: тантананы уҙғарыу өсөн бина табыу, аҙыҡ-түлек йүнләү, бүләктәр алыу, ҡунаҡтар исемлеген төҙөү... Әйткәндәй, 150-нән ашыу саҡырыу ҡағыҙы әҙерләй улар. Тышлығына үҙҙәренең фотоһы ҡуйылған был бәләкәй генә открытканы Ғәлиевтәр һаман да ҡәҙерләп һаҡлай.
– Әле туйыбыҙҙы иҫкә алабыҙ ҙа йәнә бер ҡат хайран ҡалабыҙ: етәкселек йәш белгестәргә ҡарата шул ҡәҙәр иғтибарлы, хәстәрлекле булған бит, – ти инәй менән бабай. – Өҫтәүенә, бүләктәрен тотоп, туйыбыҙға Елдәр һәм Кәркәле колхоздарының хужалары ла килеп етте. Барыһы ла ихлас ҡотланы, тыуған ергә тоғро хеҙмәт итергә тейешлегебеҙҙе тағы бер мәртәбә иҫкә төшөрҙө. Ошо бурыс нигеҙ булғандыр ҙа бәләкәй Ватаныбыҙҙа ҡалыуға. Ҡауышыуыбыҙға бына тиҙҙән, 1 ғинуарҙа, 50 йыл тула. Ярты быуат арауығында ниҙәр генә кисермәнек, әммә һәр саҡ атай-әсәйебеҙҙең, урындағы етәкселектең ышанысын аҡларға ынтылдыҡ.
Флориза апай ғүмер буйы тегенсе һөнәренә тоғро ҡалһа, Вәғиз ағай, шоферлыҡтан тыш, ситтән тороп юғары педагогик белем алыуға ла өлгәшә. Мәктәптә ҡырҡ йылдан ашыу математика һәм физика фәндәренән уҡыта ғаилә башлығы. Әле лә кәңәш һорап, өҫтәмә дәрес үткәреүен үтенеп йыш киләләр уға.
– Ҡайһы бер балаларҙы бушлай Берҙәм дәүләт имтиханына ла әҙерләйем, – ти Вәғиз Әхмәтвәли улы. – Күңелем был һынауҙы ҡабул итеп тә бөтмәй, әлбиттә. Белемде аныҡ тикшереү ысулы түгел ул. Шулай ҙа отошло яғы бар: ауыл балалары ҙур ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына инә ала. Беҙгә ошо мөмкинлекте һис тә ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Йәш быуын белемдең, тырышлыҡтың әһәмиәтен бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш.
Ғәлиевтәрҙең үҙҙәренең балалары тап шундай тәрбиә алған. Ғилемгә ынтылыу, тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһендә барыһы ла бөгөн өлгөлө мул тормошта йәшәй. Радик һәм Ренал – тыуған төйәгенә терәк булырҙай тәжрибәле эшҡыуарҙар, урындағы етәкселек уларға киләсәктә лә ныҡлы ышаныс, өмөт бағлай. Гүзәл менән Зөлфиә лә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, бәхетен яратҡан һөнәрендә һәм тулы ғаиләлә тапҡан.
– Үҙебеҙ бәләкәйҙән ауыр хеҙмәткә егелгәнгәме, балаларыбыҙҙы бер ваҡытта ла эштән ҡурсаламаныҡ, – ти өлкәндәр. – Йәйге каникул мәлендә лә таңғы биштән тороп көтөү ҡыуырға сығырҙар ине. Ғүмер буйы мал тотҡас, ҡул ҡаушырып ултырып буламы һуң? Уларҙы ашатыу, кәртә-ҡураны тәртиптә тотоу, һыйыр һауыу, һөт эшкәртеү – быларҙың барыһына ла өйрәнеп үҫте балаларыбыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ өйгә саң ҡундырманы, бәләкәйҙән аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ булды, малайҙар иһә ҡулынан көрәк-балта төшөрмәне. Урам ҡыҙырып йөрөргә ваҡыттары ҡалманы. Һөҙөмтәлә аҙаҡ ауыр замандарҙа ла “эш юҡ” тип зарланғандарын ишетмәнек, төшөнкөлөккә бирелгәндәрен тойманыҡ. Хеҙмәт ысын кеше итте уларҙы.
Балаларына биргән дөрөҫ тәрбиәнең татлы емешенә кинәнеп йәшәй бөгөн Ғәлиевтәр. Алда әйтелгәнсә, ул-ҡыҙҙарының барыһы ла мул тормошта башҡаларға өлгө күрһәтеп ғүмер итә, хеҙмәте менән хөрмәт яулаған. Ошондай уңышҡа юл күрһәткән ата-әсәһен хәстәрлектән айырмай улар. Өлкәндәргә әлеге хан һарайындай йортто ла күмәкләп төҙөп биргәндәр. Ике ҡатлы өйҙөң эсе заманса зауыҡ менән йыһазландырылған, йылы иҙән, яҡты пластик тәҙрәләр ололарға алдағы әллә күпме ҡыштың сатлама һыуыҡтарын һиҙмәй үткәреү мөмкинлеген бирәсәк әле. Ошондай уңайлы шарттарға Флориза апайҙың һөйөп үҫтергән сағыу гөлдәре күҙ ҡамаштырырлыҡ матурлыҡ өҫтәй.
– “Бәхетлеһегеҙ: балаларығыҙ өрмәгән ергә ултыртмай үҙегеҙҙе” тигән һүҙҙәрҙе, Аллаға шөкөр, йыш ишетәбеҙ. Ҙур рәхмәт шундай иғтибарға! – тип һөйөнә Ғәлиевтәр. – Пенсияға килгәндә лә, зарланмайбыҙ. Дәүләттең айлыҡ түләүе булмаған хәлдә лә, мохтажлыҡ кисереп йәшәмәҫ инек, моғайын. Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү үҙе лайыҡлы пенсияға тиң. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ хәстәрлектән айырмай, ошо бәрәкәттә беҙҙең дә күңел бөтөн, йәш. Өлкән йәшкә етеүебеҙгә ҡарамаҫтан, күпләп умарта тотабыҙ. Йәйҙе нисек ҡул ҡаушырып үткәрмәк кәрәк?! Егәрле күстәрҙән күскән дарман ғына ла күңелгә әллә күпме йәшәү дәрте, алға ынтылыш өҫтәй бит.
Эйе, тормош йәменең хеҙмәттә, тыуған ергә тоғролоҡта икәнен раҫлаған хөрмәтлеләр ғүмер итә был йортта. Хаҡлы ялында хаҡлы бәхетен кисерә улар.


Вернуться назад