“Беҙҙә артыҡ бала юҡ”08.11.2016
Етем ҡалған, яҙмыш ҡосағына ташланған балаларҙы хәстәрләү власть менән йәмғиәттең берҙәм бурысына әүерелде, тиергә мөмкин. Район хакимиәттәрендәге опека һәм попечителлек органдарының әүҙем эшмәкәрлеге –
быға аныҡ дәлил.


Мәҫәлән, күптән түгел Миәкә районы етәкселеге вәкилдәре етемдәрҙе, ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ата-әсәләр менән сираттағы осрашыу үткәрҙе. Әйтеүҙәренсә, бындай сараларҙы даими уҙғарыу ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле, эште яйға һалыуға ҙур өлөш индерә.
– Әле беҙҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 125 бала иҫәптә тора, – ти район хаки­миәте башлығы урынбаҫары Светлана Атанғолова. – Улар­ҙың 76-һы – патронат тәрбиәгә, 49-ы опекаға бирелгән. Әлбиттә, бындай ҡарар тиҙ генә хәл ителмәй. Һәр мөрәжәғәтте ен­текләп тикшерәбеҙ, ғаиләнең көнкүреш шарттарын, холоҡ-фиғелен ныҡлап өйрәнәбеҙ. Баланы тәрбиәгә алырға теләгән­дәр менән психологтар ҙа шө­ғөлләнеп, уларҙың характерын асыҡларға ярҙам итә. Ошо һәм башҡа тикшеренеүҙәрҙән һуң ыңғай яуап алынғас ҡына, ғаи­ләгә документ туплай башларға рөхсәт бирелә. Ғөмүмән, ифрат ҡатмарлы эш был, ләкин балаға атай-әсәй булырға теләгән изге күңелле кешеләр ауырлыҡ алдында ҡаушап ҡалмай.
Дәүләтебеҙ дөрөҫ бурыс ҡуя: һәр кем ғаи­ләлә йәшәргә тейеш, ти район етәкселеге. Беҙҙә артыҡ бала юҡ. Дөйөм маҡсатты тормошҡа ашырыу йәһәтенән урындағы хаки­миәт, ауыл Советтары, мәктәп, дауа­хана, поликлиника һәм башҡа учреждениелар тығыҙ бәй­ләнештә эшләй. Баланың кәйефе, яңы урынға ылығыуы, ундағы шарттар ныҡлы контролдә тотола, ата-әсәгә ярҙам ниәтендә әлеге кеүек осрашыуҙар ойошторола, психологик әңгәмәләр, тренингтар үткәрелә.


Вернуться назад