Фән тауҙары ҡурҡытмай, остазың әйҙәп торһа08.11.2016
Фән тауҙары ҡурҡытмай,  остазың әйҙәп торһа Остаз, кәңәшсе, серҙәш... Ғүмеренең утыҙ йылын уҡытыусылыҡҡа арнаған Рәмзилә Хәҙимуллина балалар өсөн шулай һәр яҡлап яҡын кешегә әүерелгән.

Ҙурайғас педагог булыу хыялы менән янған Илеш ҡыҙы мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһында, унан БДУ-ла уҡый. Илһөйәрлеге йәш белгесте тыуған ере менән ғүмер­леккә бәйләй. Уҡыусыларына төплө белем биреү менән бер рәттән уларға күңел йылыһын йәлләмәй өләшә Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы. Әҙәби әҫәрҙәргә, халҡы­быҙҙың мәҡәл-әйтемдәренә таянып, тормошта юғалып ҡал­маҫ­ҡа, алға аныҡ маҡсат ҡуйып, ауырлыҡтарҙы еңер көс табып йәшәргә өйрәтә ул.
Бәхетемә күрә, миңә лә Рәм­зилә Рәфәт ҡыҙының уҡыусыһы булырға насип итте. Остазыбыҙ үткәргән Башҡортостан тарихы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен әле лә һағынып иҫкә алам. Йөкмәткеле, фәһемле, мауыҡтырғыс була торғайны улар. Өҫтәүенә уҡытыусыбыҙ һәр беребеҙгә ҡарата иғтибар­лы, йомшаҡ һүҙле ине. Шуға ла дәрестәрен көтөп ала, остазы­быҙҙы ныҡ хөрмәт итә, ярата торғайныҡ.
Рәмзилә Рәфәт ҡыҙының хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур. Заманса ҡарашлы педагог Интернет аша ҡайҙа нин­дәй конференция, конкурс булырын алдан белә, уларҙа уҡыу­сыларын даими ҡатнаштыра, үҙе лә көсөн һынай. Шуға ла мәктәптә ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнгән, район, республика олимпиадаларында, халыҡ-ара кимәлдәге мәғариф сараларында ҡатнашып, уңыш ҡаҙанғандар бихисап.
Әйткәндәй, Рәмзилә Рәфәт ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универси­тетының Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге тарафынан ойош­торолған “Тыуған яҡ ономас­тикаһы”, “Тыуған яғым һөйләше” проекттарында әүҙем ҡатнаша, бер нисә йыл рәттән призлы урындар яулай. Илештең ер-һыу атамалары, һөйләш үҙен­сәлектәре менән конференцияға килгән тиҫтерҙәрен, педагог­тарҙы ғына түгел, бөтөн донъя­ны таныштыра улар. Ни өсөн тигәндә, сарала иң яҡшы тип табылған хеҙмәт өлгөләре проект авторҙары М.Ғ. Усманова, Л.С. Балапанованың тырышлы­ғы арҡаһында айырым китап итеп баҫтырылып килә. Конкурс­та еңгән уҡыусылар эштәре менән республика кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференция­ларҙа ла сығыш яһай. Тимәк, Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы балаларға дәрес үткәреп кенә ҡалмай, ә уларҙы фән юлына ла алып сыға, аралашырға, фекер алы­шырға, оялмаҫҡа, аудитория алдында сығыш яһарға өйрәтә.
Арабыҙҙа талантлы, һоҡлан­ғыс кешеләр күп. Уларҙың һәр береһе айырым мөғжизәгә тиң. Йүгереп йөрөп эшләгән, йөҙөнән ихласлыҡ, йылмайыу китмәгән, эше менән бергә бөтөн донъяны, кешелекте мөкиббән яратҡан Рәмзилә Рәфәт ҡыҙы – тап шундайҙарҙан.


Вернуться назад