Ашағанда ҡолағың һелкенәме?08.11.2016
Ашағанда ҡолағың һелкенәме? Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу. Был ауыр хеҙмәттең уңышында, белемде даими камиллаштырыуға ынтылыу менән бер рәттән, дөрөҫ туҡланыуҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Республиканың мәғариф учреждениеларында әлеге мәсьәләнең иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Һиҙелерлек уңыштар булһа ла, яйға һалаһы бурыстар ҙа күп әле. Был йәһәттән мәғариф тармағы етәкселеге ниндәй фекерҙә? Туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу буйынса ниҙәр эшләнә? Был йәһәттән яңы алымдар аҡландымы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға республиканың мәғариф министры урынбаҫары Венера ВӘЛИЕВА аныҡлыҡ индерҙе.

– Һуңғы йылдарҙа балаларҙы дөрөҫ туҡландырыуҙың милли бурысҡа, шулай уҡ дәүләт сәйәсәтенең айырыл­ғыһыҙ өлөшөнә әйләнеүенә шаһит­быҙ. Дөйөм ынтылышта ҡануниәттең этәргес көсө баһалап бөткөһөҙ. Был эштә ниндәй закондар нигеҙ булып тора, Венера Фәрит ҡыҙы?
– Ҡануниәтебеҙҙә, ысынлап та, йәш быуындың сәләмәтлеген һаҡлауға иғтибар артыуы мәғлүм. Мәҫәлән, “Рәсәй Федера­цияһында мәғариф тураһында”ғы Закон­дың “Уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу” тип аталған 37-се статьяһы дүрт пункттан тора. Быны белем биреү ҡану­ниәтендәге яңылыҡ тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, элекке мәғариф закондарында уҡыусыларҙы туҡландырыу шарттары тураһында ҡыҫҡаса иҫкә төшөрөп кенә үтелә ине.
Талаптың артыуы, әлбиттә, йәш быуынды комплекслы үҫтереү маҡсатына бәй­ле. Ул ил Хөкүмәте ҡарары менән раҫ­ланған “Рәсәй Федерацияһының халыҡты сәләмәт туҡландырыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре” ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың тәүге баҫҡысы ла булып тора кеүек. Мәғлүм булыуынса, был дөйөм программа халыҡтың иҡтисади хәлен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙ уңында тотоп, уларҙы медицина талаптарына ярашлы дөрөҫ туҡландырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Бынан тыш, Рәсәй Президентының “2012 – 2017 йылдарға балалар мәнфә­ғәтендә эш итеү милли стратегияһы тура­һында”ғы Указы бар. Унда атап үтелгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр рәтендә мәктәп­кәсә, урта дөйөм һәм башланғыс һөнәри белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеү­селәрен сифатлы ҡайнар аш-һыу менән тәьмин итеүҙе камиллаштырыу бурысы хаҡында әйтелгән. Шулай уҡ “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһын­да”ғы Федераль закон эшләй. “Мәғариф учреждениеларында ашатыуҙы ойошто­роу­ҙың мотлаҡ шарты – туҡланыуҙың фәнни яҡтан нигеҙләнгән физиологик нормаларын һаҡлау”, – тиелгән унда. Таможня союзының “Аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге тураһында”ғы техник регламентында ла ошоға оҡшаш талаптар ҡуйылған, улар күҙ уңынан ысҡындырылырға тейеш түгел.
Төп ярҙамсы закон акты булараҡ, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш, Мәғариф һәм фән министрлыҡ­тарының берлектәге бойороғо менән раҫланған “Белем биреү учреждениелары уҡыусыларын, тәрбиәләнеүселәрен туҡ­лан­дырыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр”ҙә был эштең мөһим критерий­ҙары билдәләнгән. Балалар өсөн ярашлы продукция төрҙәрен һайлауға, уларҙың сифатына, аҙыҡ блогының эшмәкәрлек шарттарына һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы тәҡдимдәр – мәғариф ойошмалары етәкселәренә ҙур ярҙам. Бындай кәңәш биреү тибындағы акттар байтаҡ, барыһын да белеү мөһим.
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондағы 37-се статьяһы­ның 1-се өлөшөндә балаларҙы туҡланды­рыуҙы ойоштороу бурысының белем биреү ойошмаһына йөкмәтелеүе хаҡында әйтелә. Шул уҡ ваҡытта ҡануниәттә был йәһәттән башҡа алымдарҙы файҙаланыуҙы тыйған талаптар юҡ.
– Ошоға бәйле барлыҡҡа килгән аутсорсинг ысулы республикала ни­сек тормошҡа ашырыла?
– Һәр ойошма үҙ йүнәлешендә шөғөл­ләнергә тейеш тигән фекер нигеҙендә башланған был эш йылдан-йыл киңерәк майҙанға сыға. Уҡыу йортонда туҡланыуҙы башҡа учреждениелар ойошторған хәлдә коммуналь хеҙмәттәрҙе, мөлкәт һалымын түләү, аҙыҡ блогы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы биреү, бүлмәне йыйыштырыу һәм башҡаларҙы подрядсыға йөкмәтеү муниципаль ҡаҙнаның сығымдарын кәметеү мөмкинлеген бирә. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ.
Контракт системаһы тураһындағы 44-се Федераль законда билдәләнгәнсә, ашхананы аутсорсингка алған ойошма ризыҡтың тәмле булыуын, төрлөлөгөн тәьмин итергә, уҡыу йортон үҙ профиленә ҡарамаған мәшәҡәттән арындырырға тейеш. Тимәк, бындай компанияларҙың эше­нә контролде көсәйтеү, уларға талаптарҙы аныҡ билдәләү мөһим. Яңы алымды төрлө яҡлап тикшереү, был эштә ҡатнашҡан­дарҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен өйрәнеү дауам итә.
Күрһәтерлек ыңғай өлгөләр байтаҡ. Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһында ошо ысул күптән файҙаланыла. Урындағы хакимиәт­тә белдереүҙәренсә, һөҙөмтәлә сығымдар ҡырҡа кәмегән, туҡланыу ризыҡтарының сифаты яҡшырған, дәғүәләр әҙәйгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә аутсорсинг алымына күсеп, аҙыҡ блогын алып ташлау арҡаһында балалар баҡсаһының майҙа­нын киңәйтеү мөмкинлеге асылған, сабый­ҙарға өҫтәмә урындар булдырылған. Күренеүенсә, заманса алымдың төрлө яҡлап файҙалы икәнлеге раҫлана. “Муниципалитет менән бизнестың ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлеге” тип тә атайҙар уны.
– Уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороуҙа үҙәкләштерелгән систе­маға күсеүҙе лә халыҡ ыңғай баһалай башланы.
– Эйе, был ысулдың да отошло икәненә күптәр инанды. Ышаныслы ла ул. Әле, белеүегеҙсә, Өфөләге урта дөйөм белем биреү учреждениеларының яртыһын тиерлек “Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге” йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Барлыҡ уҡыу йорттары өсөн берҙәм меню ҡарал­ған, ул ике аҙна алдан төҙөлә. Комбинатта әҙерләнгән ризыҡты уҡыу йорто ашнаҡ­сыларына йылытырға, таратырға ғына ҡала. Ошондай ысул индерелгәс, аҙыҡ-түлектең төрҙәре лә артты. Төп туҡла­ныуҙан баш тартҡан уҡыусылар айырым хаҡ буйынса буфетта ашау мөмкинлегенә эйә. Унда хәҙер һөт коктейлдәре лә һатып алырға була.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортос­тандағы идаралығы яңы уҡыу йылынан мәктәптә туҡландырыуҙың сифатына контролде көсәйтте. Шул уҡ ваҡытта, уҡы­тыусылар әйтеүенсә, балалар хәҙер аҙыҡтың тәменә ҡарата дәғүә белдермәй. Таратыуға, ризыҡтың һыуыныуына ризаһыҙлыҡ белдереү осраҡтары бар. Ә был норманы боҙоу тип иҫәпләнә.
Ҡалаларҙа аутсорсинг ысулына ла, үҙәкләштерелгән системаға ла күсмәгән мәктәптәр бар әле. Элеккесә уларҙа продукцияны йүнләүҙән алып өҫтәлде йыйыштырыуға тиклем бөтөн эштәрҙе үҙҙәренең ашнаҡсылары башҡара. Хеҙмәт күләме ҙур булғанлыҡтан, барыһын да юғары сифатта атҡарыу мөмкин дә түгелдер. Шуға ла тап уларға ҡарата дәғүә күп: аҙыҡ бешеп етмәгән, тәмһеҙ, көн дә бер төрлө, һыуыҡ, ашнаҡсылар өлгөрмәй... Уҡыусыларҙың йылдан-йыл күбәйеүен күҙ уңында тотҡанда, туҡландырыуҙы үҙе ойошторорға теләгән мәктәптәрҙәге ашхана эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ­тың тағы ла артыуы ихтимал. Тимәк, уйланырға урын бар.
Ауылдарҙың күбеһендә, әлбиттә, бала­ларҙы туҡландырыу элеккесә ҡала. Уны үҙгәртергә тырышыу кәрәкмәйҙер ҙә. Хәҙер район мәктәптәренең барыһында ла тиерлек үҙ баҡсаларында ҡышҡылыҡҡа йәшелсә-емеш әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Барыһын да күпләп сәсәләр, хатта артҡанын һатыу мөмкинлеген дә күрәләр. Урындарҙа малсылыҡтың, умартасылыҡ­тың ныҡлы үҫеше, үҙ продукциябыҙға иғтибар артыуы ауыл мәктәптәрендә туҡ­ландырыуҙың сифатына өлөш индермәй ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, һәр урында санитария ҡағиҙәләре теүәл үтәлергә тейеш.
Ғөмүмән, мәктәптә туҡландырыуҙы камиллаштырыу дауам итә. Күп урындарҙа терминал аша түләү мөмкинлеге булдырылды. Һөҙөмтәлә хәҙер атай-әсәй банкта сират тороуҙан азат. Шулай әкренләп булһа ла алға барабыҙ икән, барыһы ла хәл ителәсәк.
– Шулай ҙа дөрөҫ туҡланыуҙың нигеҙе – тап ғаиләлә...
– Эйе, бала ризыҡтың тән һәм йән сәләмәтлеге өсөн ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш. Иртәнге аҙыҡтан баш тартыу, ҡоро-һары менән туҡланыуға өҫтөнлөк биреү, рекламала “данланған”дарға тартылыу, йәшелсә-емеште аҙ ҡулланыу организм­дың хәлһеҙләнеүенә килтерә. Был хаҡта балаға даими иҫкәртеп тороу, өйҙә һаулыҡ­ты һаҡлау өсөн бөтөн мөмкинлектәрҙе булдырырға тырышыу һәр ата-әсәнең мөһим бурысы булып ҡала. Нәҡ ошо шарттарҙы үтәгән өлкәндәр мәғариф учреждениеһына дөрөҫ талап ҡуялыр. Сәләмәт йәшәү рәүеше – һәләттәрҙең асылыуы, яҡты хыялдарҙың тормошҡа ашыуы, рухи ҡиммәттәрҙе, тамырҙарыбыҙ­ҙы һаҡлау нигеҙе. Шуны онотмау зарур.
Республиканың Мәғариф министрлы­ғында яңы уҡыу йылы башынан белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Был хаҡта мәғлүмәт ведомствоның сайтында урынлашты­рыл­ған. Ата-әсә, өлкәндәр мөһим мәсьәләгә битараф ҡалмаһын ине. Һау-сәләмәт быуын үҫтереүҙе бергәләп хәстәрләйек.


Вернуться назад