Күк аҫтын биләгән ил08.11.2016
Күк аҫтын биләгән илҠасандыр Ҡытай үҙен шулай тип йөрөткән. Был башҡаларға уның географик яҡтан ғәйәт ҙур урынды биләүенә ишара булып хеҙмәт иткән. Хәҙер уны “киләсәге ҙур һәм эшһөйәр халыҡлы дәүләт” тип атайҙар. Ҡытайҙың һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә иҡтисади яҡтан иҫ киткес уңыштарға өлгәшеүенең һәм әле лә ҙур тиҙлек менән үҫә барыуының сере нимәлә? Беҙгә лә уларҙың өлгөһөнә эйәреү мөмкинлеге бармы, әллә һәр кемдең үҙ юлымы?

Бер саҡ Башҡортостанға Ҡытайҙың Ляонин провинцияһынан килгән делегация менән аралашырға насип булды. Майҙаны буйынса беҙҙең республикаға тиң был төбәктә 45 миллион кеше йәшәй икән, йәғни Башҡортостан халҡынан ун тап­ҡырға күберәк! Өфөлә бер түгел, ун миллион халыҡ йәшәүен күҙ алдына килтереп ҡарайым. Мәхшәр булыр ине, моғайын.
Ғәжәп ил ул Ҡытай... Күршеләрҙең уңыштарының сәбәбен белгестәр шунда күрә: беренсенән, улар “баҙар иҡтисады бөтәһен дә үҙенән-үҙе көйләйәсәк” тигән ҡараштан баш тартты һәм иҡтисади реформалар барышында (ә ул әле лә дауам итә) дәүләт власының һәр тармаҡтың, һәр предприятиеның эшенә “ҡыҫылыуына” өҫтөнлөк бирҙе. Икенсе сәбәп – продукция етештереүҙең үҙҡиммәтенең артыуына юл ҡуймау. Был иһә Ҡытай тауарҙарының донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һә­ләтле булыуына килтерҙе. Әйтеүҙәренсә, Европа кибеттәрендә лә был ил етеш­тергән әйберҙәр тулып ята, сөнки бик арзан. Һәр нәмәлә һаҡсыллыҡ күрһәтеү ҡанына һеңгән Көнбайыш халҡы уларҙы теләп һатып ала икән.
Элегерәк беҙҙә “Ҡытай тауарҙары арзан, ләкин уларҙың сифаты ла хөрт бит” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килһә, хәҙер ундай дәғүә белдереүселәр юҡ. Сифатты яҡшырта барыуҙарын күреп торабыҙ бит. Өфө – Аэропорт юлындағы “Мега-Үҙәк”тә, мәҫәлән, был илдә етеш­терелгән автомобиль өлгөләрен күҙәтергә мөмкин. Уның янында һәр саҡ кемдеңдер машина салонын ҡарағанын, эргәһендәге хеҙмәткәрҙән хаҡын һәм башҡа үҙен­сәлектәрен һорашҡанын шәйләйһең. Был өлгөләр үҙҙәре йыш алмашынып та тора бит әле (уларҙа автомобиль моделдәрен гел яңыртып торалармы икән ни?!) Әлеге ҡыҙыҡһыныусылар машинаның сифатын һис тә шик аҫтына ҡуймай. Башҡортостан юлдарында Ҡытай автомобилдәренең арта барыуын, уны файҙаланыусыларҙың ҡәнәғәт булыуын да күрәбеҙ. “Көмөш аждаһа” халыҡ-ара эксперт фирмаһы раҫлауынса, был ил етештергән тауар сифаты буйынса халыҡ-ара стандарттарға тиңләште тиерлек.
Ә үҙҡиммәттең күтәрелмәүенә билдәле шарттар йоғонто яһай:
1. Ҡытайҙа эшсе көсө үтә арзан. Ярым хәйерселектә йәшәгән ауыл халҡы ҡала предприятиеларында тир түгеү­селәрҙең төп өлөшө булып тора, һәм улар бик түбән хеҙмәт хаҡына ла риза. Ҡытайҙа ауыл халҡы 2000 йылда ғына кәмеүгә табан китте. Нигеҙҙә, ҡалаларға күсеү иҫәбенә, әлбиттә. Әммә хәҙер ҙә ауыл халҡы менән ҡаланыҡының нисбәте бер сама. Аналитиктар яҙыуынса, был илдә 120 миллиондан ашыу кеше йәшәү минимумынан да аҙыраҡ эш хаҡы ала. Предприятиелағы бер смена 12 сәғәт дауам итә, төшкө тәнәфес – 15 минут, бер ниндәй ҙә “перекур” ҡаралмаған. Сәнәғәт тармаҡта­рында тар махсуслашыу өҫтөнлөк итә.
2. Етештереү көстәре һәм уларҙы финанслау, нигеҙҙә, илдең көньяғын­дағы һәм көньяҡ-көнсығышындағы берҙәм кластерҙарға тупланған. Әйтәйек, Шанхай, Пекин, Гуанчжоу кеүек мегаполистар етештереү үҙәктәре булһа, уларҙың тирә-яғындағы эреле-ваҡлы ҡала һәм ҡаса­балар ошо үҙәктәрҙе хеҙмәтләндергән ярҙамсы предприятиелар менән тулған.
3. Һалым һәм финанс сәйәсәтенең үҙенсәлектәре. Был илдә экспортҡа оҙатылған йәки импортты алмаштырған тауар етештереүселәргә, ташландыҡ ерҙе аяҡҡа баҫтырыусыларға, предприятиеһын эшһеҙҙәр айырыуса күп булған урында асыусыларға һәм башҡаларға ҙур һалым ташламалары ҡаралған.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Ҡытайҙа һан яғынан йылдан-йыл арта барған миллионерҙарҙың береһе лә дәүләт предприятиеһын хосусилаштырыу иҫәбе­нә байымаған, ә етештереү ҡеүәттәрен үҙ көсө менән булдырған. Шуға күрә лә ундайҙар халыҡта ҙур ихтирам ҡаҙана. Дөрөҫ, һалым ташламаһы йәки махсус финанслау шарттары алғанда ришүәт биреү осраҡтары, йәғни коррупция киң таралған. Ҡытай, Рәсәй кеүек үк, был ки­ре күренешкә ҡаршы көрәштә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алмай әлегә. Ә бит унда яза ла бик ҡаты: һуңғы йылдарҙа ғына 10 мең ришүәтсе атыуға хөкөм ителгән, бер миллиондан ашыу дәүләт хеҙмәткәре шул уҡ хоҡуҡ боҙоу сәбәпле төрмәлә ултыра.
Ҡытайҙың алыҫлығы, сик аша үткәндә таможня түләменең ҙур булыуы ла был ил тауарҙарының хаҡын әллә ни күтәрә алмай. Борон донъяның ошо ҡитғаһынан Европаға тауар ташыған “Бөйөк ебәк юлы” булған. Ҡытайҙың шул уҡ маршрут буйынса ҙур транспорт системаһы төҙөргә йыйыныуы, был хаҡта Рәсәй менән һөй­ләшеү алып барыуы тураһында матбу­ғаттан уҡып беләбеҙ. Тимәк, арзан ҡытай тауарҙары менән күмеләсәгебеҙ алда әле.
Шулай ҙа белгестәрҙең күбеһе өсөн уртаҡ булған бер һығымта бар: Ҡытай моделен тулыһынса баҙар иҡтисады тип булмай. Был системала барыһы ла бергә ҡатнашҡан: социалистик планлаштырыу буйынса эшләгән хужалыҡтар ҙа, хосуси милеккә нигеҙләнеп үҫеүселәр ҙә, дәүләт көйләүе аша идара ителгән сектор ҙа... Билдәле көлкө оҫтаһы Михаил Задорнов бер сығышында шулай тигәйне: “Ҡытайҙы беҙ бөтөнләй аңлай алмайбыҙ. Унда капитализм төҙөүҙәре бер хәл әле, был эш коммунистар партияһы етәкселегендә башҡарыла бит!”
Дәүләт контроле был илдә барлыҡ финанс инструменттарына ҡағыла. Банктар – фәҡәт Ҡытайҙыҡы ғына. Әйләнештә тик юань йөрөй, долларҙы сит илдәге иҫәптән генә күсереп алып була, уларын да банкта бары һаҡларға рөхсәт итәләр, ҡулланырға булһаң, мотлаҡ юангә әйлән­дерергә. Яҙыуҙарынса, контроль органдары барлыҡ предприятиеларҙың һа­лым­ды ваҡытында түләүен, хаҡты күтәр­мәүен ҡәтғи күҙәтеп тора. Дәүләт яҡын киләсәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн шарттарҙы яҡшырта барырға, ҡаҙна иҫәбенә логистиканы үҫтерергә, һалымды кәметергә вәғәҙә итә. Юғары технология­ларҙы йәйелдереү маҡсатында булды­рылған ирекле иҡтисади зоналарҙы киңәй­теү ҙә дауам итәсәк. Уларҙа инвесторҙар өсөн ҙур ташламалар, пошлинаһыҙ сауҙа итеү һәм башҡа уңайлы шарттар ҡарала. 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡытайҙа төп капиталға инвестиция күләме 55,16 триллион юань, йәғни 8,4 триллион доллар тәшкил иткән.
Эйе, дәүләттең иҡтисадҡа йоғонтоһо ҙур был илдә. Бында власть органдары сит ил компанияларының Ҡытай баҙарындағы әүҙемлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмай – милли сәнәғәтте бик ҡыҫырыҡламайҙармы? Дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу юлын иҡтисади реформаның тәүге осоронда бөтөнләй кәрәк түгел тип иҫәпләйҙәр. Хосуси мөлкәт нигеҙендә етештереүселәр дәүләт милке булған ойошмалар урынына түгел, ә улар менән бер сылбырҙа эш итергә тейеш. Иҡтисадтың хәле, халыҡтың йәшәү кимәле лә властарҙың һалым сәйәсәтен тиҙ үҙгәртеп торорға мәжбүр итә. Экспортты дәртләндереүсе лә – дәүләт. Әйткәндәй, продукцияны сит илдәргә һатыуҙан килгән валютаның юғары технологиялар, фәнни эшләнештәр һатып алыуға тотоноуы ла дәүләттең контролендә башҡарыла.
Был илгә барып йөрөгән Рәсәй эшҡыуарҙары раҫлауынса, Ҡытайҙа яңы фирманы рәсми теркәү бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һәм үтә тиҙ башҡарыла. Илдә “финанс пирамидалары” бөтөнләй юҡ һәм элегерәк тә булмаған, ә банктағы шәхси депозитҡа килгән проценттар инфляция кимәленән юғары.
Географик яҡтан уңайлы урынлашыуы ла илдең уңышлы үҫешенә булышлыҡ итмәй ҡалмай. Әгәр ҙә Рәсәйҙең диңгеҙ яры порттарының күбеһе һәр саҡ тиерлек туң булған Төньяҡ Боҙло океанға һәм етештереү үҙәктәренән йыраҡта ятҡан Алыҫ Көнсығыш буйына тура килһә, Ҡытайҙың йылы климатлы Тымыҡ океанға сыҡҡан ҡалалары күп.
Халыҡтың аҡса тупланмалары һәм сит илдәрҙә йәшәгән ҡытайҙар ебәреп торған валюта ла ошо дәүләттең иҡтисадын алға ебәреүгә хеҙмәт итә. Тимәк, аҡсаны дәүләткә бурысҡа биреп тороуҙы дәртләндерә беләләр. Һөҙөмтәлә Ҡытайҙа ҡулланыу кимәле лә үҫә һәм быныһы үҙ сиратында сит ил компанияларын да ҡыҙыҡтырмай ҡалмай.
Эске тулайым продукт кимәлен һәм экспортты йылдан-йыл арттыра барыу, халыҡтан һәм төрлө ҙурлыҡтағы компа­ния­ларҙан инвестицияны даими йәлеп итеү, сәнәғәт тармаҡтарына һәм хеҙмәт­ләндереү өлкәһенә миллиондарса эш көсөн ылыҡтырыу һөҙөмтәһендә Ҡытай донъяның иң алдынғы илдәренең бере­һенә әүерелде. Былтыр ошо илдең донъя тулайым продуктындағы өлөшө 17 процент тәшкил итте, АҠШ-тың был күрһәт­кесе – 15,8 процент, Һиндостандың – 7,2, Рәсәйҙеке 3,28 процент булды.
Иҡтисади реформалар Ҡытайҙа ғәмәл­дә 1979 йылда башланғайны, ул саҡта ил етәкселеге “ҡытайса социализм” төҙөлә башлаясағы тураһында иғлан иткәйне. Шул замандан алып Ҡытай иҡтисады йылына 9,8 процентҡа үҫте, тулайым эске продукт – 15, ә тышҡы сауҙа әйләнеше 125 тапҡырға артты. Тимәк, ҡытайса модель үҙенең иҡтисади яҡтан донъяла иң уңышлыһы булыуын асыҡ күрһәтте.


Вернуться назад