Татыулыҡ буш һүҙ түгел08.11.2016
Өфөлә милли-мәҙәни үҙәк етәкселәре, дин әһелдәре, дәүләт власы органдары, фәнни-эксперт йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында “Башҡортостанда милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең социаль аспекттары” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте.

2011 йылда барлыҡҡа килгән үҙәктең эше милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәргә мониторинг уҙғарыуға һәм низағлы хәлдәрҙе алдан күҙаллауға ҡайтып ҡала. Ойошманың директоры Марат Мәрҙәнов һуңғы йылдарҙа үткәрелгән төрлө тикшеренеү­ҙәрҙең һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Башҡортостан Рәсәйҙең иң ты­ныс тө­бәк­тәренең береһе булып ҡала, беҙҙә ха­лыҡ үҙ-ара татыу йә­шәй, толерантлыҡ көслө. Төбәктәге мил­ләт һәм конфес­сия-ара мө­нәсәбәттәрҙе яҡташтарыбыҙҙың 80 проценты ыңғай баһалай. Сарала Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡтың Мониторинг идаралығы кәңәшсеһе Софья Бережкова ла ҡатнашты.
– Илдәге хәлде насар тип атап булмай – халыҡтың 90 проценты милләт-ара хәл менән ҡәнәғәт, – тине федераль үҙәк вә­ки­ле. – Әммә проблемалар ҙа етерлек. Мәҫә­лән, этник ҡыҫым кисергәндәр бихисап – уларҙың һаны 5-7 про­цент. Һанға күсер­гәндә был 8 миллион самаһы халыҡ тигән­де аңлата. Социологик тикшеренеүҙәрҙең уртаҡ стратегияһы булмауы ла эште ҡатмар­лаштыра. Ошонан сығып, ил буйынса уртаҡ эксперт панеле булдырырға иҫәп бар. 900 эксперт төрлө төбәктәрҙә эшләйәсәк һәм бер генә ысул буйынса мәғлүмәт туплаясаҡ.
Милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Баш­ҡортостан күп төбәктәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ – республика тәжрибәһен башҡа урындарҙа ла өйрәнәләр. Әйткәндәй, беҙҙә 160 милләт вәкиле йәшәй, 12 дини үҙәк эшләй. Улар үҙ-ара ғына түгел, дәүләт власы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Шөкөр, беҙҙәге татыулыҡ – буш һүҙ түгел, ә ҡәҙимге ысынбарлыҡ.


Вернуться назад