Ҡатын-ҡыҙҙар уртаҡ тел табырмы?08.11.2016
Ҡатын-ҡыҙҙар уртаҡ тел табырмы? 17-18 ноябрҙә Өфөлә “Ҡатындар диалогы. Сикһеҙ шәфҡәтлелек” тип аталған халыҡ-ара форум уҙасаҡ. Маҡсаты – социаль партнерлыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырып, граждандар йәмғиәте институттарын булдырыу, Рәсәй төбәктәренең социаль үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡатнашыуын киңәйтеү, бойомға ашырылған иң яҡшы социаль проекттарҙы берләштереү һәм таратыу.

“Мәрхәмәт” хәйриә фонды президенты Айгөл Гәрәева белдере­үенсә, әлегә 450 ҡатнашыусы теркәлгән, шулай уҡ егерменән ашыу сит ил вәкиленең килеүе лә күҙаллана. Форум барышында оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, акциялар ойошторола, уларҙа Ирек Зарипов, Рима Баталова ла сығыш яһаясаҡ.
Сарала йәнә “Йылмайыу операцияһы”н уҙғарыу ҡаралған. Уның сиктәрендә иһә Рәсәй, Канада, Эстония һәм башҡа ил табиптары бит-яңаҡ операцияларын яһаясаҡ. Быларҙан тыш, Опера һәм балет театрында концерт уҙасаҡ. Унда иһә билдәле йырсыларҙан Диана Гурцкая була.
Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа уҙған халыҡ, милләт-ара сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Бына йәнә бер форум Рәсәй үҙәгендә үткәрелә. Төрлө ил, төбәктәрҙән ағылған кешеләр был юлы ла дуҫлыҡҡа һулыш өҫтәр.


Вернуться назад