– Йыйылған барлыҡ халыҡты ҙур байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Ул әле йәш, уны беҙ ун беренсе тапҡыр ғына билдәләйбеҙ. Әммә был көн тамырҙары менән тарих төпкөлөнә барып тоташа, – Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙандағы сара республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошо һүҙҙәре менән башланып китте.Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, тантанаға халыҡ күп йыйылғайны. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғиззәтуллин үҙ сығышында әйтеүенсә, былар – үҙ иленең тарихына һәм йолаларына вайымһыҙ булмаған кешеләр, һәм беҙҙең күп милләтле илебеҙҙә, күп милләтле республикабыҙҙа ошо байрам айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
– Ватаныбыҙ тормошонда ҡатмарлы мәлдәр күп булды, халҡыбыҙ һәр саҡ уларҙы намыҫлы еңеп сыҡҡан һәм артабан да еңәсәк, сөнки беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә! – тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Алина Сөләймәнова, майҙанда сығыш яһап.
Тантанала йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берекмәләр, сәйәси партиялар вәкилдәре, баш ҡала халҡы ҡатнашты. Килгәндәр иғтибарына һөнәрселек һәм ҡул эштәре күргәҙмә-йәрминкәһе, милли ихаталар күренештәре тәҡдим ителде, ижади коллективтар сығыш яһаны.