Себерҙәрең ары торһон... ер эше барҙа02.11.2016
Себерҙәрең ары торһон...  ер эше барҙа Миәкә районы хужалыҡтарында бөгөн мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған, һәр ерҙә ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән тырыша. Уларҙың эш кәйефе лә күтәренке, сөнки баҫыуҙарҙан быйыл мул ғына уңыш йыйып алынып, келәттәргә һаҡлауға һалынған. Күмәк көс ярҙамында етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнгән, һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәрелгән.

Төбәктең “Дружба” хужалығында ла мал ҡышлатыуға етди әҙерләнгәндәр, бесән-һалам әле ихатала төргәктәге килеш һаҡлана. Былтырҙан ҡалған мал аҙығы запасы ла, белгестәр билдәләүенсә, һалҡын ҡышта ярап ҡала икән. Бынан тыш биш силос соҡоро ла бар. Районда алдынғыларҙан һаналған йәмғиәт, нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнә, шуға ла бында ит етештереү, уны һатыу яҡшы ҡуйылған. Хужалыҡта 630 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 200-ҙән ашыуы – һауын һыйыры. Ике мең тоннаға яҡын әҙер продукция туранан-тура Миәкә һөт комбинатына литры 18 һум менән оҙатыла. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола.
Аграр тармаҡ бер нисек тә малһыҙ йәшәй алмай, быны йәмғиәт етәкселеге яҡшы аңлай. Шуға ла йыл һайын көтөүҙе яңы тоҡомло таналар менән тулыландыралар. Әле һыйырҙар быҙаулай башлаған. Шуныһы мөһим: бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, махсус белемле белгес Ринат Муллағәлиевте етәкселәр һәр яҡтан маҡтап телгә алды. Сытырбаш, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдарынан 70-тән ашыу кеше эш менән мәшғүл, уларҙың һаны ҡыҙыу миҙгелдә бермә-бер арта икән. Ҡасандыр оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына киткән йәштәр ҙә әле тыуған яҡтарына ҡайтып, йәмғиәттә хеҙмәт итә. Хаҡлы ялдағылар ҙа йәштәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп, өлгө булып тора. Юғары һәм урта махсус белемле белгестәргә лә ҡытлыҡ юҡ. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға осһоҙ хаҡҡа бесәне, фуражы бүленә, һалам бушлай таратыла. “Һәр яҡтан иғтибар һәм ярҙам булғас, үҙ ихатаңда мал тотоуы ауыр түгел, шуға ла уларҙың һанын арттырырға тырышабыҙ”, – ти ауыл халҡы. Техника һорап килеүселәрҙең дә ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дерәләр бында. Йыл әйләнәһенә ашхана эшләй, баҫыуҙа, фермаларҙа тир түгеүселәргә бушлай йылы аш-һыу ҡаралған. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ түләнә, 15 мең һум ауыл ерендә ярап ҡала.
Йәмғиәт етәксеһе Азамат Гәрәев ғүмеренең 30 йылға яҡынын ауыл хужалығына арнаған, шуға ла ул хужалыҡтың иҡтисади һулышын ғына түгел, ауыл тормошоноң тын алышын да яҡшы тоя.
– Ысын күңел биреп эшләгән хеҙмәт­кәрҙәрҙе ихтирам итәбеҙ, шөкөр, уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә күрһәткестәребеҙ ҙә яҡшы ғына, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә һуңғы осорҙа арта бара, әлбиттә, уларҙың һәр береһен эш урыны менән тәьмин итергә тырышабыҙ, үҙебеҙҙең халыҡ бит.
Бөгөн йәмғиәттең һөтсөлөк фермалары, башҡа ҡуралар утын менән йылытыла, уны алдан хәстәрләгәндәр. Ремонтланған аҙбарҙар ярайһы ғына механизациялаштырылған, һыу менән тәьмин ителгән, һөт үткәргестәр урынлаштырылған. Малдарға аҙыҡты заманса “Хозяин” ауыл хужалығы техникаһы тарата.
Хужалыҡтың 3346 мең гектар ере бар, тәрбиәһеҙ һәм ҡарауһыҙ баҫыуҙар юҡ. Быйыл көҙ мул уңыш йыйып алыуға өлгәшкәндәр. 250 гектарҙа үҫтерелгән көнбағыш баҫыуҙары ла үҙенең уңышы менән ҡыуандырған. Әйткәндәй, майлы культура хужалыҡҡа байтаҡ ҡына аҡса килтерә икән, уны Шишмә май заводына тапшырып, хужалыҡ кассаһын байтаҡ аҡса менән тулыландыралар. Һығылған май хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы иҫәбенә лә бирелә.
Техника паркы ла бай ғына, бөгөн баҫыуҙарҙы Рәсәйҙә етештерелгән техника иңләй. Йыл һайын тиерлек парк яңы ауыл хужалығы техникаһы менән тулылана. Етәкселек билдәләүенсә, яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен фәҡәт үҙҙәренең көсө менән генә башҡаралар, ситтән йәлеп итмәйҙәр. Был үҙ сиратында аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирә.
Етәкселек алдынғы һауынсылар Миңзилә Хәбибуллинаны, Наталья Савинаны, көтөүселәр Варис Шәйәхмәтовты, Миңлехай Мөҙәрисовты, водителдәр Ингел Исхаҡовты, Зөфәр Әлбиевте, механизаторҙар Мәркәз Мөхәмәтшинды, Михаил Картюковты маҡтап телгә алып, шундай уңғандар булғанда “Дружба”ның даны тағы ла йыраҡтарға таралыр әле тигән ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад