Ҡайһы берәүҙәр бурысы түләнмәүгә ыжлап та бирмәй. Бер нисә мең һум өсөн төрмәгә ултыртмайҙар, йәнәһе. Шуға күрә ундайҙарҙы хоҡуҡи яҡтан төрлөсә сикләргә тырышалар. Күптән түгел Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы тағы бер сара уйлап тапты.
Быйыл йыл башынан алып республикабыҙҙа 60 меңдән ашыу кеше үҙ мөлкәтен теркәүгә бәйле эштәрҙе башҡарыу хоҡуғынан мәхрүм ителде. Суд приставтары идаралығында әйтеүҙәренсә, “Росреестр” берәмектәренә был турала иҫкәртеү ебәрелгән дә инде. Сәбәбе – граждандарҙың үҙ бурысын билдәләнгән ваҡыт эсендә түләмәүе. Улар төрлөсә булырға мөмкин: кемдер юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн бурыслы, кемдәрҙер коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшергә ашыҡмай, кемдер мөлкәт йәки ер һалымын түләүҙе һуҙа. Был осраҡта бурыс күләменең ҙурмы, бәләкәйме икәнлеге мөһим түгел, кисектерелгән булыуы ғына приставтар иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ һәм улар сараһын күрергә әҙер.
Мөлкәткә арест һалыу ысулы – ошо сараларҙың береһе. Тимәк, һеҙ фатир йәки машинағыҙҙы, башҡа төрлө милекте һата ла, һатып ала ла алмаясаҡһығыҙ. Етмәһә, мөлкәтте бүләк итеү, вариҫҡа алыу, хатта газ үткәреү буйынса рәсми документтар юллау ҙа тыйыла. Бурысты һәм шул арала йыйылған пеня күләмен тиҙерәк түләп ҡуйыу ғына берҙән-бер юл булып тора. Приставтар хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мөлкәтте ҡулға алыу осраҡтары арта: 2015 йылда хоҡуҡты сикләүсе әлеге ҡарарҙар 27 мең тапҡыр ҡабул ителһә, быйылғы тәүге һигеҙ айҙа бындай акттарҙың һаны 144 меңдән ашып киткән. Иҡтисади көрсөк заманында ҡаҙнаны тултырыу еңел түгел, һәм бының өсөн дәүләттең өҫтәмә саралар күрергә мәжбүр булыуын да онотмайыҡ.