Батырҙар беҙҙең арала02.11.2016
Батырҙар беҙҙең арала Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында 16 йәшлек үҫмер ут ялмап алған йорттан ҡатынды алып сыҡҡан.

Илназ Байбаҡтин мәктәптән ҡайтҡас дуҫтары менән уйнарға сыҡҡан. Көтмәгәндә ул йорттарҙың береһенән ялҡын сыҡҡанын күрә. Үҫмер, оҙаҡ уйлап тормай, йорт янына йүгерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүҙең дә кеҫә телефоны булмай сыға. Дуҫтарына ярҙамға саҡырырға ҡушып, Илназ өй эсенә йүгерә һәм тауыш ишетә. Төтөн баҫҡан бүлмәлә үҫмер ҡатынды күрә, уны етәкләп, ут ялмаған йорттан урамға алып сыға.
Өй эсендә инвалид ир ҡалған була. Илназ тағы ла ут эсенә ташланмаҡсы була. Әммә ҡаралты бер нисә минут эсендә емерелә. Килеп еткән янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала “ауыҙлыҡлай”. Харабалар араһында йорт хужаһының мәйете табыла. Фажиғәнең сәбәбе – тәмәке тартыу.
Хәүеф алдында баҙап ҡалмаған Илназ биш балалы ғаиләлә үҫә, Матрай ауылы мәктәбендә Х класта уҡый. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ҡыйыу үҫмерҙе министрлыҡтың наградаһы менән бүләкләүҙе юллай.


Вернуться назад