Заманы шундай – бөтә нәмәнең дә аҡсалата хаҡы бар. Хатта элегерәк бушлай күрһәтелгән хеҙмәттең һәм ярҙамдың да. Ә бына күңел яралары, әрнеү, рәнйеү күпмегә барып баҫа икән?
Хоҡуҡ өлкәһендә “әхлаҡи зыян” тигән төшөнсә күҙәтелә. Бына Тула өлкәһенән бер ҡатын хыянаты өсөн иренән тап шундай зыянды ҡаплатыуҙарын талап иткән. Үҙенең ыҙа күреүен ул 500 мең һумға баһалаған.Район судына биргән ғаризаһында дәғүәсе хәләл ефетенең ҡапыл ғына уға оҙайлы хыянатын һәм бүтән ҡатындан балаһы барлығын хәбәр итеүен, шунан шәхси әйберҙәрен йыйып, теге ғаиләгә китеүен белдергән. Һөҙөмтәлә ошо ҡылығы менән уға әхлаҡи зыян килтергән, физик һәм күңел һыҙланыуҙары кисерергә мәжбүр иткән, йәғни ҡатындың йөрәге ауыртҡан, башы әйләнгән, йоҡоһо боҙолған, ул хәүефләнеү, ҡурҡыу, йән әрнеү, ҡайғы, юғалтыу, өмөтһөҙлөк тойғоларынан яфа сиккән. Оҙайлы стресс арҡаһында гүзәл зат өс ай ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ һаналған.
Өс ай илап алғас, алданған ҡатын эште былай ғына ҡалдырмаҫҡа уйлай. Суд, әлбиттә, уның ғаризаһын ҡабул итә. Судья хатта ике яҡҡа үҙ-ара һөйләшеп килешергә тәҡдим итә (ҡыҙыҡ, был тырышлыҡ ни менән барып бөтөр ине икән?). Әммә суд ултырышынан һуң ҡатындың дәғүәһе кире ҡағыла.
Аптырайһы түгел, беҙҙең илдә иреңдең йә ҡатыныңдың хыянаты өсөн аҡсалата компенсация талап итеү – бик һирәк күренеш. Айырылышҡанда бер яҡ вәкиле бәләкәй бала менән эшләмәй өйҙә ултырһа, инвалид йә өлкән йәштә булып, ауыр матди хәлгә дусар ителһә, суд икенсе яҡҡа уны тәьмин итеүҙе бойора ала. Ләкин был талап күңел яралары өсөн компенсация түләүҙе күҙ уңында тотмай. Сит илдәрҙә ошондай хәлдәр йыш ҡына ғәмәлгә ингеләй ҙә ул, тик унда ла никах килешеүендә аныҡ иҫкәрмә булһа ғына.
Ә ниңә бындай яза тураһында уйланмаҫҡа әле? Ҡайһы берҙә йән яраһы тән йәрәхәтенән дә ҡурҡынысыраҡ, тәрәнерәк, ғазаплыраҡ. Физик ауыртыныуға ҡарағанда, психологик йәки психик ҡаҡшау нығыраҡ зыян килтереүе лә бар. Юҡҡа ғына халыҡта “тән яраһы төҙәлер, туйға хәтлем йүнәлер” тимәйҙәр бит. Ә күңел әрнеүе, киреһенсә, йән ауырыуына килтереп, кешене төҙәлеп булмаҫлыҡ сиргә һабыштырыуы бар. Бары тән яраһы ап-асыҡ булып, күҙгә күренеп торһа, йән әсенеүен ярып ҡарауы мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә уны иҫбатлауы ла ауыр. Әммә был проблема юҡ тигәнде аңлатмай бит...
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ғаилә нигеҙенең һиҙелерлек ҡаҡшауы күҙәтелә. Парҙар араһында яуаплылыҡ тойғоһоноң кәмеүе лә, эшһеҙлек, эскелек, хыянат ҡылыу, йәбер-золом һәм башҡа сәбәптәре бар уның. Ғаиләлә көс ҡулланыу тигәндән, был да көнүҙәк мәсьәлә. Ошо йәһәттән Рәсәйҙә яңы ҡанун проекты әҙерләнә. Туғандарына, яҡындарына көн күрһәтмәгән кешеләргә ҡаршы күп төрлө тыйыуҙар булдырыласаҡ. Мәҫәлән, ғаилә ағзаларына шылтыратырға, эшенә килергә, ситтәр аша элемтәгә керергә маташырға, атыу ҡоралы һатып алырға һәм ҡулланырға ярамай... Закон боҙоусыға ваҡытлыса үҙ өйөнән китергә тура килеүе лә ихтимал, хатта торлаҡ уның милкендә булһа ла. Элек сит илдәрҙә “ғаиләһен ҡурҡытып тотҡан ирҙәргә ҡатындарына, балаларына нисәлер метрға яҡын килергә ярамай” тигәнде уҡып, аптырай торғайныҡ. Хәҙер шул ғәмәл беҙҙә лә индереләсәк.
Әйткәндәй, сит илдәрҙә ғаиләләге йәберләү туҡмау тигәнде генә аңлатмай. Ул иҡтисади золомдо ла, психологик баҫымды ла, эмоциональ ҡыйырһытыуҙы ла белдерә. Беҙҙең законда ла был нормалар ҡараласаҡ, ти белгестәр.
Ә шул уҡ хыянат та йәбер-золомға инмәйме ни? Ярай ҙа әҙәм был ҡылығын йәшерһә йәки дәлилең юҡ тип танһа... Кемдер бит ҡатынын йә ирен нығыраҡ яфалар өсөн уны йәшермәй ҙә. Хатта асыҡтан-асыҡ тантана иткәндәй ҡылана. Яңы ҡанун ғәмәлгә инә ҡалһа, хыянатты ла матди үлсәүҙәргә һалып булыр, бәлки?..
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, һәр икенсе никах тиерлек тарҡала. Ошо ҡырҡыу мәсьәләне хәл итеү юлын да эҙләйҙәр. Закон сығарыусы депутаттар ауыҙынан бер мәл хатта айырылышҡан өсөн дәүләт пошлинаһын 30 мең һум итергә, ир-ҡатынға бирелгән ярашыу ваҡытын ярты йылға тиклем оҙайтырға тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Өҫтәүенә айырылышыу сәбәбе хыянат булғанда, Туланан баяғы ҡатын миҫалында тоғролоҡто һаҡламаған өсөн компенсация түләтеү алымын да ғәмәлгә индергәндә, ә? “Ләззәт өсөн түләр кәрәк”, – тиҙәр түгелме һуң? Көтәйек әле, кем белә...