Билдәһеҙ фронт һалдаттары...02.11.2016
Билдәһеҙ фронт һалдаттары... Бер нисә йыл элек уҡытыусы парта янына баҫып: “Ҙурайғас кем булырға йыйынаһығыҙ?” – тип һораны. Шунда тәүге дәрескә йоҡоһо туйып өлгөрмәгән килеш ингән бер бала күҙҙәрен ыуалап, “Атайым кеүек янғын һүндереүсе булам”, – тип яуап ҡайтарҙы. Унан “уҡытыусы”, “космонавт” тигән тауыштар ҡушылды. Шул арала бер малай, күҙҙәренән осҡон сәсеп: “Ә мин колхозды алға сығарасаҡмын!” – тине. Ул ваҡытта барыһы ла әҙерәк идеалист булғандыр, күрәһең.

Тик һуңғы арала донъялар үҙгәр­ҙе лә ҡуйҙы. Белгестәр белдереүен­сә, йәштәр хәҙер диплом алыу менән тура юрист, директор булып, етәксе кәнәфиен йылытырға ашҡы­на. Ундай урын булмаһа, эшһеҙлек йонсота башлай. Аҡсаһыҙлыҡ, фатирһыҙлыҡ эйәреп килә. Ләкин, мәшғүллек үҙәктәре белдереүенсә, эшһеҙлек кеүек үк, вакансиялар ҙа бихисап. Был йәһәттән бер заводҡа алтмыш йәштәге ағайҙың эшкә алыныуын миҫалға килтереп, уға ал­маш­ҡа йәш белгестең табылмауы әйтелә. Унан тағы әллә күпме урын­дарҙың хеҙмәт эйәләрен көтөүен белдерә улар. Ай һайын тиерлек бындай үҙәктәр вакансиялар йәр­мин­кәһен дә уҙғарып тора. Тик эш­һеҙлек кенә шуға ҡарамаҫтан арта бирә. Быға аптырайһы ла түгел, сөнки бөгөн һәр береһе тиерлек юғары уҡыу йортонда белем ала. Өҫтәп йәнә магистратура, аспиран­тураһында уҡый. Хәҙер һәммәһе лә тарихсы, юрист, математик, сит тел белгесе. Барыһы ла мулла булып бөткән тиерлек, хатта малға бесән һалыусы ҡалмаған... Шуғалырмы, көнө төшкәндән, бай­таҡ уҡытыусылар магазин кәштәһе янына баҫа, авиация университетын тамамлағандар йөк тейәүсе булып тир түгә. Тик был таяҡтың бер генә осо. Икенсеһендә иһә – хыялдар һәм үрләйһе бейеклектәр.
Әйтерһең, барыһының да уңыш һәм билдәлелек яулағыһы килә. Ҡасандыр мәктәп партаһында ул­тырған балалар ҙа менеджер бу­лыр­ға ашҡына, сөнки был һөнәр бө­гөн күберәк мөмкинлектәр аса. Ә ололар, ябай хеҙмәт кешеһенең һиңә мөрәжәғәт итеүе үҙе ни тора! Бигерәк тә костюм кейеп, галстук тағып төшкән фотоңды интернетҡа һала алһаң, абруйың күтәрелеп киткәндәй тояһың...
Унан тағы “креатив” тигән һүҙ та­ны­лыу алды. Был иһә “үҙеңде күр­һәтеү” менән алдынғылар рәтенә сығырға форсат бирә. Етмәһә, нәҡ шундайҙар көндәлек геройҙарға әйләнеп, улар тураһында кинолар төшөрөлөп, китаптар яҙыла. Араларынан энергиялары ташып тор­ғандары хатта “нисек итеп тиҙ арала уңышлы булып китергә” тигән семинарҙар уҙғарырға кереште.
Быларына өҫтәп йәнә бер ғил­ләһе барлыҡҡа килде: ошо креа­тив­лыҡҡа бәйле уңыштарҙы рухи­әткә бәйләү. Был йәһәттән йәш ке­ше, йәнәһе, тормошта үҙен таба, “дао”, “дзен”дарҙы аңлай һәм ҡай­ҙалыр урынлашҡан “мәғәнәләр ерен­дә” аҙна буйы аҡыллы хәбәр һатып, халыҡтың көнкүрешен хәс­тәр­ләй. Һуңғы арала хатта ватан­сылыҡ той­ғоһон тәрбиәләү ҙә бер урында күп­мелер кешенең генә йыйылышып үҙ-ара әңгәмә ҡороуҙа­рына ҡайтып ҡала башланы. Сара һуңынан иһә социаль селтәрҙә “фәлән форумда төшкән фотолар”, “беҙ – ватансылар” тигән яҙмалар тула.
Унан тағы хәҙер урамда осраған йәш кеше – ниндәйҙер семинар уҙғарыуҙа ярҙамлашҡан, ҙур түрә­ләрҙе ҡаршылаған ирекмән. Шулар араһындағы таныштарҙың барыһы ла тиерлек быға ҡарата: “Һуң, шәп бит! Ана, күптән түгел фәлән сарала ҡатнаштым, унда “текә” кешеләр булды!” – тигән һүҙҙәрен күҙҙәренән осҡон сәсеп һөйләй. Бының өсөн, киләсәктә бер нимәгә өлгәшмәһә лә, аңлы рәүештә барлыҡ көсөн түгергә, йылдарын ҡорбан итергә әҙер үҙҙәре. Иң мөһиме – бөгөнгә “уңышлы” булып күренергә һәм социаль селтәрҙәргә барыһы ла күр­һен өсөн берәй сараның фотоһын даими һалып торорға, күберәк лайк йыйырға.
Тик береһенең дә һүҙҙең ысын мәғәнәһендә йәмғиәткә файҙалы булғыһы килмәй, ахыры. Үҙеңде йолҡҡоламай, пафосһыҙ ғына кеше­ләргә яҡшылыҡ ҡылырға... Әйтәйек, шул уҡ урамды таҙартырға, кеше­ләрҙе теге донъянан алып сығырға, ут эсенән ҡотҡарырға, өйҙәр төҙөргә, йылы икмәк ташырға... Юғиһә, “уңышлы” һәм “креатив” ҡына булып, танауҙы күккә сөйөүҙән хал­ҡыңа файҙа киләме һуң? Ә үҙеңде бәхетле итәме?
Берәү, бәлки, ундай урындың аҡсаһы күп тиер. Бөгөнгө көнкүреш шарттарында уныһы бигерәк тә кәрәк, ләкин эш матди яҡта ғына булһа, күптәр 5-7 йыл ҡатырға өсөн уҡымай, ваҡыт әрәм итмәй генә тура иретеп йәбештереүсе йәки экскаватор машинисы һөнәрен үҙләш­терер ине, моғайын. Бер заман хатта айына 60-ар мең һум эшләгән урам һепереүсе малай хаҡында ла яҙғайнылар бит. Унан тағы бейек­лектә эшләгән кран машинисының да эш хаҡы ярайһы ҙур. Шым ғына үҙенең эшен асып, эшҡыуар булып китеүселәр ҙә бар. Тик бер кем дә үҙе хаҡында ҡысҡырып йөрөмәй. Ә арабыҙҙа әле булһа, ҡуртымға алынған фатирҙа тороуына ҡара­маҫтан, текә машина һатып алыу­сылар күренә. Хатта бәғзеләр “ғаилә ҡарарға аҡса етмәй” тиһә лә, кейенер өсөн 30-40 меңде барыбер таба. Танышым да быға ҡарата: “Бер ҡыҙ менән танышырға теләп эргәһенә барғайным, “Ҡытай баҙа­рында кейенгәндәр менән аралашмайым” тип яуап ҡайтарҙы теге!..” – тине, күҙҙәрен упайтып.
Уйлаһаң, тормошобоҙҙағы мөһим ваҡиғалар әллә ҡайҙағы семинар­ҙарҙа түгел, ә үҙебеҙҙең танау тө­бөндә бара. Шул уҡ иптәшең абынды икән – ҡулыңды һуҙ, автобуста оло инәй баҫып торамы – урыныңды бир. Яҡшылыҡ өсөн рәхмәт йәки башҡаһын да һорап торорға кәрәк­мәй. Динебеҙ был йәһәттән хатта “уң ҡулың хәйер биргәнде һул ҡулың күрмәһен” тигән. Социалистик Хеҙ­мәт Геройҙары ла ябай ауыл кешеләре булған һәм наградалары тураһында Рәсәй буйлап һөйләп йөрөмәгәндәр.
Донъя иһә шундай хеҙмәт кеше­ләренән тора. Рәшит Назаров был йәһәттән бер шиғырында “усыңдағы йөйгә ҡарап йөрәгеңдең ҙурлығын әйтә алам” тигән фекерен еткерә. Тик ундайҙар йәмғиәткә файҙа килтергән арала үҙҙәрен уйларға һәм башҡаларҙың фекере тураһын­да баш ватырға ваҡыты юҡ. Эшен аҙағына еткереп ҡыуана ла ең һыҙғанып йәнә икенсеһенә егелә.
Хатта шул уҡ урам һепереү­се­ләрҙе алғанда ла, һауа торошона ҡа­рамаҫтан, таң һарыһынан тороп эшкә бара. Һуңынан иһә ул та­ҙарт­ҡан урам буйлап, бер ни һиҙмәйен­сә, уңышлы һәм креатив кешеләр уҙа.
Тик мәктәпте тамамлауға ун йыл тулыу айҡанлы класташтар осрашыуына ҡайтҡан күптәрҙең тиҫтер­ҙәре алдында бер башҡа булһа ла өҫтөн күренгеһе киләлер. Һуң үҙең­де иген үҫтереүсе тип әйтһәң, “тормошоң уңмаған” тиерҙәр бит. Ни ҡылаһың, улар тураһында әленән-әле кино төшөрөлөп, “Нисек уңышлы игенсе булырға” тигән китаптар яҙылмағас.
Ундай кешеләр йәмғиәткә күре­неп бармай шул. Үҙҙәренә лә реклама кәрәкмәй. Иң мөһиме – бөгөн күпмелер кеше икмәк ашай алһын. Ә хисләнеп һөйләшеүгә ҡарағанда, улар төн уртаһында булһа ла эшкә сығыуҙы өҫтөн күрер. Бының өсөн маҡтаулы алҡыштар, рәхмәттәре лә кәрәкмәй. Күренмәгән фронт һалдаттары булмаһа, донъя нисек алға барыр? Беҙҙең атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр барыһы ла ошондай кешеләр бит. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп уҡытырға уларға бер ниндәй ҙә уңыш һәм билдәлелек кәрәкмәгән.
Белгестәр ҙә бит, “һәр кеше лә файҙалы була ала, бының өсөн фә­ҡәт үҙеңә һәм яҡындарыңа кәрәккәнде генә ҡалдырып, ҡалға­нын сығарып бырғатыу етә”, ти. Был йәһәттән буш һөйләшеүҙәрҙе ҡыҫҡартырға, үткәндәр һәм киләсәк менән йәшәүҙе туҡтатып, әлеге мәлде ҡулға алырға кәңәш итә улар.


Вернуться назад