Һин беҙҙең күңелдәрҙә, Рәсимә апай!..02.11.2016
Һин беҙҙең күңелдәрҙә,  Рәсимә апай!.. Арабыҙҙан Рәсимә апайҙың китеүенә теүәл бер йыл булды. Ваҡыт тигәнең һиҙҙермәйенсә үтә лә китә икән. Ә бит ҡасан ғына беҙ уның менән бергәләшеп киләсәккә пландар ҡора инек: уҡыусылар менән театр түңәрәге ойоштороу, яңы шиғыр китабын сығарыу, балаларҙы уның яратҡан баҡсаһына алып барып телевидениеға төшөрөү... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быларҙың ҡайһы берҙәре үтәлһә лә, күбеһе хыялда ғына тороп ҡалды.


Тыуған Дәүләкән ерен яратты Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы. Шуға ла һәр саҡ ашҡынып ҡайтып етә ине. Уҡыусылар менән ижади дәрестәр үткәрҙе, шиғриәткә һөйөү уятып, бөтә күңелен һа­лып эшләне. Ижади кисәләр, осрашыуҙар, семинарҙар – бөтә­һенә лә ваҡытын таба ине.
Рәсимә апайҙың Башҡорт­остан­дың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәки­мовтың йорт-музейына эш буйынса ғына түгел, яҡташтарына яҡыныраҡ булыу, уларға ярҙам итеү, саралар ойоштороу, тормош тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашыу маҡса­тынан киле­үе, беҙҙең менән бер тиң булып аралашыуы хайран ҡалдыра ине. Уның кеүек ихлас, таҙа йөрәкле кешеләр бик һирәктер был донъяла. Был фекерем менән күптәр ризалашыр, моғайын.
Дәүләкәндәр ошо көндәрҙә уның ҡәберенә барып, Рәсимә апайҙы иҫкә алды. Мосолман ҡағиҙәләре буйынса яҡты рухына бағышлап, Рәфис хәҙрәт Сафин аят уҡыны. Хәйер таратылды. Ошо мәлдә йыһан менән ниндәйҙер күренмәҫлек бер бәйләнеште һәр кем тойҙо шикелле, күңелендә йөрөткән иң изге уйҙар, хәтирәләр менән уртаҡлаштылар.
Лицей-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова белем уса­ғында үткән йылы осрашыуҙар хаҡында һөйләне. Ундай әҙәби саралар әле лә бик кәрәклеген билдәләне. 3-сө башҡорт гимна­зияһы уҡытыусыһы Рузил Аб­драхманов Рә­симә Миңле­булат ҡыҙының уҡытыу­сылар өсөн өлгөлө шәхес булыуы, уның биргән кәңәштә­рен әле лә ҡулланыуҙары хаҡында бәйән итте.
“Асылыкүл” гәзите хәбәрсеһе Әлиә Ураҙбахтина Рәсимә апай­ҙың гәзит биттәрендә сыҡҡан уҡымлы мәҡәлә­ләре, баҫмалағы хеҙмәткәр­ҙәр менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә йәшәүе тура­һында һөйләне. Дим буйы баш­ҡорттарының ҡор башы Филүс Хәли­ул­лин ырыу йыйыны Рәси­мә апайҙың башланғысы менән ойошторола башлауын билдә­ләне. Ул шулай уҡ ойошманың киләсәген күҙаллап: “Һис шик­һеҙ, һәр йыйында уның исеме иҫкә алынасаҡ”, – тине.
Рәсимә Ураҡсинаның экспонаттары бөгөн музейҙың бер бүлмә­һендә тупланған, экспонаттар һаны арта һәм киләсәктә лә уның ижады, тормошо тура­һында халыҡҡа ет­керелә­сәк, исеме мәңгеләште­ре­ләсәк. Бер туған апаһы Рәйсә Миң­ләхмә­това дәүләкәндәргә Рәсимә Ураҡсинаның рухын онотмауын, ошо юҫыҡта эшлә­гән һәр кешегә оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы сәс­кә ярата ине. Яҡташтары уның ҡәберен тере гөлләмәләргә күмеп, йылы теләктәр менән хушлашты.


Вернуться назад