Кино күрһәтеүсенең ярҙамсыһы булараҡ, 13 йәштән Ҡалҡан, Өргөн ауылы клубтарында эшләп, шаҡтай ҙур тәжрибә
туплап өлгөргән Фәнит Шаһиев 7-се кластан һуң һайлаған һөнәре буйынса уҡырға барырға уйлай. Ләкин шул йылдарҙа 8-се класты мәжбүри уҡытыу индерелә, һәм уға мәктәпкә йөрөүен дауам итеүҙән башҡа сара ҡалмай.Шул ваҡытта мәктәп директоры Әхнәф Хөснөтдиновтың булышлығында спорт залында балалар кинотеатры асыла. Етәксеһе итеп Фәнит Шаһиев һайлана. Кассир вазифаһын да ул саҡта уҡыусылар үҙҙәре үтәй. Балалар был ят һәм ҡыҙыҡлы шөғөлдө шул тиклем яратып башҡара. Хатта уларҙың кинотеатры шул йүнәлештә ойошторолған конкурста еңеү яулай. Һуңынан егет, күңеленә ятҡан һөнәре буйынса Бәләбәй ҡалаһында уҡып, ҡулына тик “бишле” билдәләре ҡуйылған диплом ала.
1967 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғөбәй Фәтҡуллин, “Совет” колхозының партком секретары Ниғәмәт Ғиззәтуллин ярҙамында төҙөлгән яңы клуб Һәйтәк ауылында үҙ ишеген аса. Мөдире итеп Фәнит Арыҫлан улын тәғәйенләйҙәр. Шул рәүешле йәш егет бер юлы киномеханик һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе вазифаһын башҡара. Әрме сафында хеҙмәт иткәндә лә ул яратҡан һөнәренән айырылмай. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән һалдат партия сафына ҡабул ителә. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ҡабаттан элекке һөнәренә тотона.
Һәр эш, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, башҡарыусыһынан ихласлыҡ, ижади ҡараш, эҙләнеү талап итә. Шаһиев иһә магнитофондың бик һирәктәрҙә генә булған заманына ҡарамаҫтан, Нурислам ағай Йәнгизовтың шул йәшниген һорап ала һәм кино барышында таҫмаһына көйҙәр яҙҙыра. Урындағы радио аша көндөҙ ҙә, кисен дә көй яңғырай башлай. Ауылға ситтән килгәндәр өсөн был күренеш бигерәк ҡыҙыҡ тойола. Радио иһә халыҡ менән туранан-тура бәйләнеш тотоуға булышлыҡ итә. Был йәһәттән ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә кешеләрҙе иҫкәртеүҙә уның әһәмиәте ҙур була. Ауылдаштарының юбилей, тыуған көндәрен дә радиоһы аша бәйән итә ул.
Киноға алдан килеүселәргә лә айырым иғтибар бүлә. Уларға шахмат, шашка уйнау мөмкинлеге булдырыла. Билет алырға аҡсаһы етмәгәндәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Ишек артынан үтеп-һүтеп йөрөгәндәрҙе клубҡа әйҙәй. Йыш ҡына хатта бушлай күрһәтә киноһын.
Ауылдағы берҙән-бер мәҙәни үҙәк күңел асыу сараларынан башҡа агротехник уҡыуҙар урыны булып та хеҙмәт итә. Был йәһәттән ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле өйрәнеү кинофильмдары күрһәтелә. Әүҙем киномеханик йәйге осорҙарҙа күсмә кино күрһәтеү эшмәкәрлеген дә ойоштора.
Тырыш хеҙмәте өсөн Фәнит Шәһиев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.