“Әрәмтамаҡтар” һалым түләрме?01.11.2016
Совет осоронда әрәмтамаҡтарға ҡаршы закон ҡаты ине. Хөкүмәт был мәсьәләне йәнә күтәрә.

Ошондай һалым арҡаһында ил ҡаҙнаһы үҙенә 100 миллиард һум са­маһы аҡса йәлеп итер тип көтөлә. Рәс­ми мәғлүмәттәр буйынса, илдә 15 миллион самаһы граждан бер ниндәй сәбәпһеҙ иғәнә индермәй. Яңы закон үҙ көсөнә инһә, биш миллионлаған кеше 20 мең һум тирәһе аҡса түләргә мәжбүр буласаҡ. Был һалым башлыса эшләп тә хеҙмәт хаҡын конвертта алған йәки рәсми рәүештә теркәлмәгәндәргә ҡағыласаҡ.
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев “әрәмтамаҡтар өсөн һалым” тигән һүҙҙе ҡулланмауҙы һораған. Ул социаль хеҙмәттәр өсөн түләүгә тиңләштереләсәк.


Вернуться назад