Телефондан ғына31.10.2016
Тиҙҙән барлыҡ илдәргә лә кеҫә телефоны аша аҡса күсерергә мөмкин буласаҡ. Төркиәлә үткән Бөтә донъя почта конгресында милли операторҙар ошо хаҡта кәңәшләште.
Шулай итеп, почта хеҙмәткәрҙәре аҡса күсереү буйынса банк системаларына конкурент булырға уйлай. Эксперттар иһә был проектты етди революция тип баһалай. Ул сағында төрлө илдәрҙең операторҙарына бер-береһе менән айырым договор ҙа кәрәк булмаҫ – улар күп яҡлы килешеүҙәр нигеҙендә эшләйәсәк. Бөтәһе өсөн берҙәм Pos Transfer технологик платформаһы онлайн тәртибендә финансты тиҙ арала тейешле урынға ебәреүҙе тәьмин итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн сит ил кешеһенә аҡсаны бары почта бүлексәләренән ебәрергә мөмкин. Бының өсөн бында килеп, паспортыңды күрһәтеп, сумманы аласаҡ шәхестең документындағы мәғлүмәттәрҙе, уны килеп аласаҡ бүлексәне атап, бланк тултырырға кәрәк. Уның суммаһы 500 мең һумдан артырға тейеш түгел.
Әле “Рәсәй почтаһы”ның 16 ил менән килешеүе ғәмәлдә булһа, киләсәктә барыһы менән дә ҡул ҡуйыласаҡ. Әммә әлегә ебәреләсәк аҡса әллә ни күп булмаҫ тип көтөлә – яҡынса бер мең АҠШ доллары (63 мең һум).
Яңы алымды кәм тигәндә дүрт йылдан тормошҡа ашырыу күҙаллана.