Урман хужалығында бихисап һөнәр эйәләре бар. Улар араһында тракторсының да файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡорос аттың һәр саҡ сафта булыуы, тәғәйенләнгән ергә ваҡытында етеп, бурысты үҙ мәлендә теүәлләүе мөһим. “Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тракторсыһы Альберт Ғизәтуллинды яҡын тирәләге ауылдарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ул сығышы менән Балаҡатай районының Аҙнаҡай ауылынан. Мәктәптән һуң райондағы һөнәрселек училищеһында белем ала.
Тәүҙә егеткә төрлө урында эшләргә тура килә, бер аҙ комбайнда иген урырға ла өлгөрә. Әрмелә йөрөп ҡайтҡас, Өфөгә килеп “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына эшкә урынлаша. Бында ул ҡар таҙартыу техникаһында эшләй. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Айгөл менән таныша. Күпмелер ваҡыттан һуң улар ҡыҙҙың тыуған ауылына ҡайтып йәшәй башлай.
Йәш тракторсы “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығына эшкә килә. Бына-бына ҡыш башланырға тора. Техника ене ҡағылған егет шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотона. Тракторҙарҙы һалҡын миҙгелгә әҙерләп бөтә, башҡа шоферҙарға ла төрлө ремонт эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Йәйен Рәүәт ауылы тирәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Шуға ла урындағы оло быуын кешеләренән Альбертҡа ҡарата әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Сәсеү эштәре башланһа, Альберт тоғро дуҫы “Беларусь” менән ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күпләп йәшәгән Инйәр, Рәүәт, Манышты ауылдарына картуф баҡсаларын һөрөргә юллана.
– Һәр эштең үҙ нескәлеге бар, ерҙе маҡтап, яратып эшкәртергә кәрәк, тик шул саҡта ғына ул мул уңыш бирә, – ти Альберт Нуриман улы.
Баҡса мәшәҡәттәре бөткәс, урмандарға янғын хәүефе янай башлай. Тракторсы егет ауылдар, юлдар һәм урмандар тирәләй махсус һыҙаттар һөрөү менән мәшғүл була. Янғындар мәлендә иһә дәүләт инспекторҙары менән бер рәттән тау-таш араһында ут һүндерергә лә өлгөрә. Йыл да сентябрҙә ҡурсаулыҡта уҙғарылған Урмансылар көнөндә, шулай уҡ төрлө йыйылыштарҙа Альберт Ғизәтуллинды маҡтап телгә алалар, башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.
– Альберттан уңдыҡ, эште ҙур теләк менән башҡара, – ти ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Әлибаев.
Уңған тракторсы кәләше Айгөл менән Наҙгөл исемле ҡыҙ үҫтерә.