Көн үҙәгендә – мәғариф мәсьәләләре01.11.2016
Баш ҡалабыҙҙа “Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандартын тормошҡа ашырыу: этномәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрҙе үҙ эсенә алған идарауи аспект” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск һәм Кострома өлкәләре, Чечен һәм Адыгей республикалары, Байкал аръяғы һәм Краснодар крайы вәкилдәре ҡатнашты.
Тәүге көндә семинарҙың төп майҙансығы булған Конгресс-холда пленар һәм секция ултырыштары уҙҙы. Артабан форум үҙ эшен Өфөнөң 3-сө һәм 39-сы гимназияларында, 45-се һәм 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы 83-сө инженер лицейының төрлө йүнәлештә эшләгән майҙансыҡтарында дауам итте.
Йыйылыштарҙа мультимәҙәни контекста рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу концепцияһын тормошҡа ашырыу, заманса мәктәптең мультимәҙәни белем биреү шарттарында икенсе сит телде өйрәнеү, белем усаҡтарында математика йүнәлешендәге ғилем үҫешен тормошҡа ашырыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Ике көн дауамында барған ултырыштарҙан һуң, Мәғарифты үҫтереү институтында семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһалды. Йыйылышта семинар программаһында төп аспекттар итеп күрһәтелгән рус телен, икенсе сит тел булараҡ немец телен, математика, физика фәндәрен, уҡыу программаһына инәсәк астрономия фәнен өйрәнеү буйынса мөһим тип билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары барланды.