“Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем...”01.11.2016
“Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем...” Өфөләрҙе композитор Заһир Исмәғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Сәнғәт төнөнә саҡыралар. Сара 3 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында уҙғарыла.

Программаның “Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем...” тип аталған тәүге өлөшөндә “тү­ңә­рәк өҫтәл” ойошторола. Унда тама­ша­­сыларҙы композиторҙың ҡыҙы Ләйлә Ис­мә­ғилева һәм “Заһир Исмәғилев” картина­һының режис­серҙары Зөһрә Бураҡаева, Ро­ман Пожидаев менән осрашыу көтә. Шулай уҡ “Заһир Исмәғилев” фильмын да күрһәтәсәктәр.
“Ҡурайҙан алып операға тиклем” тигән икенсе өлөштә ижади коллективтарҙың, студент-музыканттарҙың концерты тәҡдим ителә. Теләге булған һәр кеше музей һәм “Шағирҙың сәйәхәте” күргәҙмәһе менән таныша ала. Сараны Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы ойоштора.


Вернуться назад