Этнотуризмды үҫтереүгә нигеҙ бар01.11.2016
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина “Башҡортостан Республикаһы — милли татыулыҡ биләмәһе” этнофорумы эшендә ҡатнашты.

Форум барышында республикалағы тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, этнотурҙар һәм маршруттар, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студент йәштәр өсөн мәҙәни-танып белеү проекттары менән таныштырыу саралары ойошторолдо. Сығыштарҙа Башҡортостан һәм ил халҡының этномәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа йәштәрҙең әһәмиәтен арттырыуға, этнотуризмды үҫтереүгә ҡағылған көнүҙәк темалар күтәрелде, аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны.
— Мәҙәниәттәр менән телдәрҙең бәйләнеше, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, халыҡ һөнәрҙәре, мәҙәни ҡомартҡылар — уникаль мәҙәни ҡиммәт кенә түгел, шулай уҡ мәҙәни туризмды үҫтереү өсөн ғәйәт бай, әммә әлегә тейешенсә файҙаланылмаған нигеҙ ул, — тине Зөһрә Рәхмәтуллина.


Вернуться назад