Бер сусҡа сирләһә лә...01.11.2016
Республикала Айырыуса хәүефле һәм карантинлы сирҙәрҙең таралыуын иҫкәртеү буйынса ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссияһының сираттан тыш ултырышы уҙҙы. Ул сусҡа тағунының һәм бешмә сиренең таралыуына бәйле булды.
Билдәләнеүенсә, һуңғы айҙарҙа был йәһәттән хәл ҡырҡа киҫкенләшкән. Сыуашстанда, Татарстанда сирҙәрҙең көсәйеү осраҡтары теркәлгән. Республикабыҙ был төбәктәр менән сиктәш.
— Халыҡҡа хәлде аңлатырға кәрәк. Хужалыҡтағы бер сусҡа сирләгән осраҡта, биш саҡрым радиустағы барлыҡ ошондай мал юҡ ителергә тейеш. Меңдәрсә баш аҫралған ҙур комплекстарға хәүеф янай, шуға иғтибарҙы арттырырға кәрәк, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов биләмә башлыҡтарына мөрәжәғәтендә.