Тәмле сыр яһау ҙа — сәнғәт01.11.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында шәхси эшҡыуар Айрат Әхмәҙуллиндың сыр етештереү цехында булды.
Үҙ предприятиеһын асҡанға тиклем Айрат Әхмәҙуллин Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә етештереү технологияһын, сыр яһау тәжрибәһен өйрәнгән, был ризыҡты өйөндә эшләп ҡараған. Италия технологияһы буйынса сыр етештереү цехы быйыл йәй эшләй башлаған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 10,5 миллион һум тәшкил иткән, шуның 6,8 миллионы ҡорамалдар һатып алыуға тотонолған.
Әле бында итальян сырҙарының 16 төрө, шул иҫәптән монтазио, страккино, рикотта, качотта, моцарелла һәм башҡалар сығарыла. Көнөнә 35-80 килограмм ҡаты һәм ярым ҡаты, 20 килограмға тиклем йомшаҡ сыр етештерелә.
Айрат Әхмәҙуллин төбәк етәксеһен эштең технологик барышы менән таныштырҙы, ризыҡтың сорты һәм тәменең күп йәһәттән һөттөң сифатына һәм ҡуйылығына бәйле булыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов етештереү күләмен арттырыу, ашамлыҡтың яңы төрҙәрен үҙләштереү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Республика Башлығы эшҡыуар менән башҡа мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Атап әйткәндә, улар һөт йыйыу, яңы продукцияны үҙләштереү йәһәтенән башҡа фермерҙар менән бәйләнеш булдырыуға, продукцияны һатыуға ҡағылды. Әле Өфөлә һәм ҡала янында фирма магазиндары селтәрен үҫтереү буйынса эш алып барыла.
— Тәмле сыр яһау — ысын сәнғәт кеүек ул, уға бөтә күңелеңде һалырға кәрәктер. Һеҙҙең тәжрибәлә нисек эшләргә кәрәклеген күрһәтәсәкбеҙ. Беҙгә ошондай баҙарҙы яйға һалыу мотлаҡ, — тине Рөстәм Зәки улы.