Сөгөлдөр, сөгөлдөр, тиҙ өлгөр!01.11.2016
Сөгөлдөр, сөгөлдөр, тиҙ өлгөр! “Татлы тамыр” тип йөрөтөлһә лә, ул әсе тиргә үҫкәнен барыбыҙ ҙа белә. Шуға ла өҫтәлгә шәкәр булып килгәнсе бик урау, ҡатмарлы юл үтә. Шәкәр сөгөлдөрө төп ауыл хужалығы культуралары иҫәбенә инә.

Рәсәй буйынса күрһәткестәргә ҡарағанда, һуңғы тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә шәкәр етештереү то­тороҡло ғына. Быйылғы уңыштың кү­ләмен киләһе йыл күрһәтер, ә бына 2014 – 2015 йылдар миҙгелен­дә һаҡлауҙағы юғалтыуҙарҙы 2,27 про­центтан 2-гә төшөрһәләр, эш­кәрткәндә 2,85-тән 2,74-кә саҡлы кәметкәндәр. Был һандар бик аҙ һымаҡ күренһә лә, ил буйынса ошо ваҡытҡа 30,05 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынып, 4,44 миллион тонна шәкәр етештерелеүен иҫәпкә алһаҡ, байтаҡ килеп сыға. Һәр хәлдә, ил үҙ-үҙен тәьмин итә ала.
Быларҙың барыһы ла тармаҡтан ҡул көсөнөң китеүе, гибрид орлоҡтар сәселеүе, һаҡлағыстарға ныҡлы иғтибар бүленеүе менән аңлатыла. Заманса технологиялар ҡул көсөн, әйтәйек, үҫентеләрҙе аралауҙы, баҫыуҙарҙа уңышты транспортҡа тейәүҙе тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Был инде шәкәр сөгөлдөрө майҙанын киңәйтеүгә юл асты. Ләкин... “Татлы тамыр”ҙың отошло яғын ғына ҡарап, ҡайһы агрохолдинг­тар сәсеү майҙанын шул тиклем арт­тырҙы, һөҙөмтәлә ерҙең көсөн алды, сөнки тамыраҙыҡ уңдырышлы ба­ҫыу­ҙа ғына үҫә. Шуға бик күп ашлама талап ителә, тимәк, тупраҡ составы ярлылана. Шунан һуң сөгөлдөр ме­нән ошо уңдырышлы тупраҡтың күп­мелер өлөшө китеүен дә онотмаҫ­ҡа кәрәк. Элек баҫыуҙарға органик матдәләр күпләп сығарылһа, тупраҡ шуның менән байытылһа, был эш хәҙер минераль ашламаларға ҡай­тып ҡалды.
Тағы бер яғы бар: эш автомат­лаштырылғас, сөгөлдөрҙөң механик имгәнеүе, киҫелеүе лә арта, ә был сифатҡа зыян итә. Уңыш өйөмдәрҙә (кагат) йылынып серей, боҙола.
Шәкәр сөгөлдөрөнөң технологик сифаты аграрсылар менән эшкәртеү­се тармаҡты тығыҙ бәйләй. Был осраҡта ла аңлашмаусылыҡтар сы­ғып тора. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү­селәр “технологик сифат”ты шәкәр­ле­гендә (гибрид орлоҡтарҙы сәсеү һ.б.), ауырыуҙарға ҡаршы тороусан­лы­ғында, тамыраҙыҡ баштары баҫыу менән тигеҙ булыуында (артыҡ киҫелмәһен өсөн), гектарынан мул уңыш алыуҙа һәм башҡа шундай ыңғай яғында күрә. Етештереү­се­ләргә иһә шәкәр алыу өсөн сөгөл­дөрҙөң ГОСТ Р52647 – 2006. “Шәкәр сөгөлдөрө. Техник шарттар” талаптарына яуап биреүе мөһим. Шәкәр сөгөлдөрө сортына ярашлы формала һәм төҫтә, япраҡтарынан таҙар­тылған, йомшармаған, боҙола башламаған булырға тейеш. Шулай уҡ груша формаһында, шыма булыуы мөһим. Оҙонсаһы, эргә-тирәһенә вағыраҡ тамыр ебәреүе, тармаҡла­ныуы тәүгеһенән ҡайтыш тип иҫәп­ләнә.
Шәкәр заводтары ҡабул иткәндә бысраҡлығына ла ҡарай. Әйтәйек, Рәсәйҙең шәкәр сөгөлдөрө күпләп үҫтерелгән Көньяҡ федераль округында тамыраҙыҡтың шәкәрлеге 12 проценттан кәм, бысраҡлығы 10 проценттан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Тамыраҙыҡтың уртаса ауырлығы 0,6 –1 килограмм яҡшы һанала. Ә бына 1,5 килонан артһа – һыуы күп, шәкәре аҙ тип иҫәпләнә. Бары 300 грамм тартҡандары үҫешмәгән һанала. Был норма, аҙ ғына үҙгәр­телеп, башҡа төбәктәргә лә ҡуйыла. Хәйер, шәкәр заводтары ҡапҡаһына километрҙарға һуҙылған сират бул­ғанда, һәр машинаға бәйләнеп тор­майҙарҙыр. Шуға етештереүселәр бысраҡлыҡҡа, сүплелеккә центнер­ҙар­ҙы “уртаса” киҫә лә ҡуя. Һәр хәл­дә, крәҫтиән отолһа ла, улар отол­май: “технологик сифат”ҡа тура кил­мәй, тип бороп ебәреүҙәре лә бар.
Хәҙер иһә Башҡортостанға әйлә­неп ҡайтайыҡ. Быйыл сөгөлдөр беҙҙә 53 мең 664 гектар майҙанда сәсел­гән. Октябрь аҙағында 1,3 миллион тонна (гектарынан 263 центнер уңыш) йыйып алынған. Мәләүез, Раевка, Шишмә шәкәр заводтары көнө-төнө сөгөлдөр ҡабул итә, тиһәң дә яңылышмабыҙ. Башҡортостанда иң беренсе булып сафҡа ингән Ҡарлы­ман шәкәр заводы эшләмәй башла­ғас, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури һымаҡ шәкәр сөгөлдөрө үҫтергән район хужалыҡтары алда телгә алған заводтарға тапшыра башланы. Был транспортҡа сығымдарҙы арттырҙы.
Ҡасандыр Украина, Краснодар та­рафтарында ғына үҫтерелгән культураның Башҡортостан баҫыуҙа­рында ерегеүе нәҡ Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылынан башланып китә. 1932 йылда бында Башҡортос­тан ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова әхирәттәре менән берен­сегә ике гектар сөгөлдөр үҫтерә. Бер нисә йылдан инде район сөгөлдөр буйынса тәжрибә үҙәгенә әйләнә. Банат апай звеноһы 1947 йылда иң юғары уңышҡа өлгәшә – гектарынан 611,5 центнер сөгөлдөр йыйып ала! Белмәйем, пропоганда шулай бул­ған­мылыр, нәҡ БАССР Юғары Советы депутаты Банат Батырова республикала шәкәр заводы төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шулай итеп, Ағиҙел йылғаһы менән Еҙем ҡушыл­ған урында завод төҙөү өсөн ер бүленеп, эш башлана: Ҡарлыман шәкәр заводы, Прибельск ҡасабаһы барлыҡҡа килә...
Ләкин һәр ваҡыт үткәндәр менән йәшәп булмай, баҙар шарттарына яраҡлашырға кәрәк. Һәр хәлдә, бөгөн Башҡортостан халҡын тулыһынса тәьмин итерлек шәкәр етештерә. Әлбиттә, проблемалар һәр өлкәлә лә бар. Заман ҡуласаһы зыр әйләнә, яңынан-яңы технологиялар инде­релә, был тармаҡ та ситтә ҡалмаҫ. Ҡул көсө баҫыуҙарҙан киткәнгә бер ҡатын-ҡыҙ ҙа эшһеҙ ҡалдыҡ тип уфтанманы бит, шәкәр етештереү ҙә туҡталманы. Шуның һымаҡ, алға ҡарайыҡ...


Вернуться назад