“Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”01.11.2016
Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп, —
тип йырлағандар борон.
Хәҙер йыш ҡына имгәкләп булһа ла ауылынан сығып китергә тырышалар...
* * *
Хаждың төп өлөшө — Ғәрәфәт тауында торғанда мине эҫе һуҡты. Күпмелер ваҡыт медицина ярҙамы күрһәтеп, аңыма килтереп мәж булғандар. Табиптарҙың шул тиклем кешелеклелеге! Әҙәм балаһына мөнәсәбәте! Тел менән аңлаша алмаһаҡ та, алсаҡлыҡтарына хайран ҡалып яттым.
Бүлмәләш ҡатындың бармағын иҙә баҫтылар. Уны медпунктҡа үҙе шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатын алып барған. Ҡулды теккәндә ул, арҡамдан һөйөп, йәлләп һыйпап-һыйпап торҙо, ти.
Сыҡҡас, беҙҙең шәфҡәт туташы: “Мин ҡайтҡас үҙгәрәм, апай. Аллаһы Тәғәлә миңә шуны күрһәтер өсөн һинең менән ебәргәндер”, — тигән.
* * *
Секталарға нисек инеп китәләр? Интернетта бик дөрөҫ яҙылған кеүек күренгән мәҡәләләр таратыу юлы менән дә. Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән тип уйлап, кеше бер тиклем шуны уҡый торғас, авторҙың һәм уның арҡаҙаштарының һәр һүҙен ысын тип ҡабул итә башлай, нисек ялған донъяға, шулар араһына инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Беҙҙең “Бәйләнештә”ге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә лә ярайһы йыш шундай мәҡәләләр ҡуялар: ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаған, яҡшы кәңәштәр биргән кеүек улар. Мәҡәләлә бер-ике урында ғына теге сектаның (инаныстың) исеме әйтеп кителә. Мин уларҙы юя барам.
* * *
Был ҡиммәттәр — ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау — Исламда ҙур урын тота. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең Бәхилләшеү вәғәзендә тап ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау тураһында һөйләгән. Уйлап ҡарағыҙ — васыят итеп әйтеп ҡалдырған бит!
Бары тик динебеҙҙе дөрөҫ итеп өйрәнергә кәрәк. Наҙан, яһил ир-ат дин шулай ҡуша тип ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетергә маташа икән — төптө ялған! Хоҡуҡтарыбыҙҙы беләйек — беҙ бит хәҙер белемле, аңлы!
Беҙ бәхетле — беҙгә Хаҡ Тәғәлә “Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тип өйрәткән дин бүләк иткән! Шул дин өсөн бит милләттәшебеҙ Киҫәнбикә Байрасова тереләй утҡа ингән... Рухы шат булһын!
* * *
Аллаһы Тәғәлә хажда миңә ике хикмәт күрһәтте. Беренсе барғанда, күктән диңгеҙ түңкәрелгәндәй ҡойонға эләгеп, автобус түбәһенә ҡуйылған багаждар үтәнән-үтә һыуланғайны. Бүлмәләшемдең шаҡмаҡлы ҡытай сумкаһынан һуҙылып һарҡынты ағып ҡала. Бүлмәгә ингәс, әйберҙәрен сығара башлағайны, һатып алған бар нәмәһе, хатта шыптыр эсендә ятҡаны, лысма һыу икәне асыҡланды. Әсәһенең ихрам күлдәге генә ҡоп-ҡоро ята. Ә бер нәмәгә лә төрөлмәгәйне үҙе. Барыбыҙ ҙа хайран ҡалдыҡ. Үҙ күҙем менән шуны күрмәһәм, ышанмаҫ инем.
Һыу менән хикмәт күрһәтте беҙгә Хаҡ Тәғәлә.
* * *
Оло хаж — Ғәрәфәт тауы үҙәнендә тороу (Ҡорбан байрамы көнө). Миллиондарса хаж ҡылыусы был көндә ошо урынға ағыла, Пәйғәмбәребеҙ һуңғы вәғәзен уҡыған Рәхмәт тауына менергә тырыша. Рәсүлебеҙ торған урынға иҫтәлекле бағана ҡуйылған. Бында кондиционер ҙа, вентиляция ла юҡ — бары баш осона ҡаплап сығылған туҡыма. Сатырҙарҙа тын алғыһыҙ эҫе. 50 градустан юғарыраҡ, тинеләр.
Был юлы мине эҫе һуҡты. Янып барам... Аяҡ аҫтына газон үләне түшәлгән. Шуға ятып, ҡулым менән үҙебеҙҙәге кеүек үлән һалҡынсалығын эҙләйем. Үлән эҫе! Битемә һөрткән һыу бер нисә секундҡа ғына рәхәтлек бирә лә юҡҡа сыға. Иҫтән яҙғанмын. Аңыма килгәндә башым, муйыным аҫтына боҙ ҡуйылғайны, ниндәйҙер бүлмәлә ятам. Медицина ярҙамы күрһәтеү пунктындамын икән. Кондиционер эшләй, рәхәт. Туҡтауһыҙ һыу эсерәләр. Хәлем яҡшырғанын тойғас, ҡайтырға һораным. Хәләлем коридорҙа көтөп ултырған. Төркөм етәксеһе Илшат хәҙрәткә шылтыратып, ул беҙҙе килеп алды.
Көн тамамланғансы килеп, намаҙҙарымды уҡып өлгөрҙөм. Ярай ошо эҫелә мин иҫемде юғалтҡанмын да яфаларҙы һиҙмәгәнмен. Мине ҡотҡарғандар. Ә бит йәһәннәм утында иҫеңде лә юғалта алмайһың, бер генә секундҡа ла ошо уттан ҡотола алмайһың, тип аңлата динебеҙ.
...Аллаһ Тәғәләнең был хажымда биргән хикмәтле һабағы ошо булды.