Бергәләп эшләү отошло01.11.2016
Ижади коллективтарҙы даими борсоуға һалған гастролдәр эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләһе яҡын арала хәл ителергә тейеш. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Әлфиә Ҡолһарина белдерҙе.

Гастролдәргә бәйле һорау Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов етәк­селе­гендәге Ҡоролтай комиссияһы­ның майҙағы ултырышында ҡарал­ғайны. Бөгөн, Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре әйтеүен­сә, ведомствола гастролдәр эшмәкәрлегенә контроль идаралығы ойошторола.
– Әммә был механизм ҡаршылыҡ­һыҙ эшләп китһен тиһәк, коллектив­тарҙың да ҡатнашыуы кәрәк. Иң мөһиме – гастроль графиктарын ваҡытында, бәлки, бер йылға алдан тапшырыу мотлаҡ, – тип билдәләне Әлфиә Ҡолһарина.
Ултырышта ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, был осраҡта барыһы ла отасаҡ. Мәҫәлән, гастролдәр планын раҫлағанда, министрлыҡ Башҡорт­ос­тан коллективтарына өҫтөнлөк би­рергә вәғәҙә итә, ә урында артис­тарҙы тулы залдар ҡаршы аласаҡ.
Әлегә республикала күберәк ситтән килгән кол­лективтар йөрөүе күҙәтелә. Быны баҙар иҡти­сады менән аңлатырға мөмкин: күрше тө­бәктәрҙә гастролдәрҙе ойоштороу менән шәхси эшҡыуарҙар, продюсер­ҙар шөғөлләнә, өҫтәүенә улар залды ҡуртымға алған өсөн концерт баш­ланмаҫ элек ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Ә тамашалары, концерттары аша халҡыбыҙҙа туған тел­гә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиә­ләгән башҡорт коллектив­тарының ошолай алдан түләргә мөмкинлеге юҡ. Әгәр гастролдәр планы бер йылға алдан төҙөлөп раҫланһа, шул уҡ ва­ҡытта үҙебеҙ­ҙекеләргә өҫтөнлөк бирелһә, был өлкәлә тәртип булыр ине, тигән фекерҙә ижадсылар.
Ултырышта ҡаралған икенсе мәсьәлә – башҡорт милли кейем­дәрен теккәндә тради­цияларҙы һаҡлау, сувенирҙар, биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен тарихи дөрөҫлөккә тап килтереү. Комиссия рәйесе Олег Ханов әйтеүенсә, был тема ғәйәт киң һәм дөрөҫ ҡарарға килер өсөн баш­ҡорт мәҙәниәтен өйрәнгән арҙаҡлы ғалимдар, милли кәсеп белгестәрен йәлеп итеп, айырым “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу урынлы буласаҡ.
Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин фекеренсә, милли биҙәктәр буйынса әҙәбиәт етерлек.
– Эксперттар советы ойошто­роуҙан тыш, был өлкәгә бәйле даими ҡулланырлыҡ әсбап сығарһаҡ, файҙаһы күберәк булыр ине, тип уйлайым. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә таратҡанда, был китап кәсепсе­ләрҙең иң ҙур ярҙамсыһы буласаҡ.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев әсбап материалдарын ведомство сайтына ҡуйғанда уҡыусылар рәтен күпкә арттырырға мөмкин булыуын билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Баш­ҡарма комитетының Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комис­сияһы ултырышында шулай уҡ баш ҡалала төрлө райондарҙың яҡташтар осрашыуын ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде. Комиссия рәйесе Олег Ханов әйтеүенсә, тәүге байрамды Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткәрергә мөмкин. Осрашыуҙар марафонын быйыл ноябрҙә башларға ҡарар ителде.



Вернуться назад