“Беҙ бер бөтөн булдыҡ”01.11.2016
Рәүеф Нарыҡбаевтың “Тыуған ауылым” йыры Суҡраҡлы ауылы яланынан да алыҫыраҡ таралып, халыҡты “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына саҡырҙы. Дим буйҙары күмәк йырға күмелде.
Туғандар, дуҫтар, нәҫел-нәсәп осрашҡан байрамдың рәсми өлөшө лә тап ошо майҙанда башланды. Ғәҙәттәгесә, был донъянан иртә киткәндәрҙе, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алып, тынлыҡ иғлан ителде. Кемдәрҙеңдер күҙе йәшләнде, икенселәр ҡараштарын йәшерҙе... Һәр кемдең иҫкә алыр кешеһе барҙыр, иманым камил, сөнки һәр яуҙа был төбәктән ҡатнашҡандар һәм кире әйләнеп ҡайтмағандар һаны етәрлек. “Айһылыу” мәсете имам-хатибы М. Фәхретдинов уларҙың яҡты рухына бағышлап доға ҡылды.
Шишмә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Нәбиуллиндың, Дурас ауылы хакимиәте башлығы Ф. Замановтың сығыштары, ундай ваҡыттарҙа әйтелгәнсә, сараға мәртәбә өҫтәне. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, сығышы менән Суҡраҡлы ауылынан булған Ә. Иҙиәтуллин да тәбрикләүҙәргә ҡушылып, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, ауылдаштарын “Рәүиз мәғлүмәттәре“, архив документтары менән таныштырҙы, тарихты өйрәнергә саҡырҙы. “Диана” фермер хужалығы етәксеһе Д. Иҙиәтуллин да – сараны ойошторорға көс һалғандарҙың береһе. Дурас ауылы китапханасыһы Н. Харитонованың “Шәжәрә – быуындар бәйләнеше” күргәҙмәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул нәҫел ептәренең килеп сығышы, тарихы менән таныштырып, шәжәрә ағасының һәр олонона экскурсия яһаны.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, заманыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы Ғүмәр Әбделмәнов менән йыйылған халыҡты таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй. Ул — ошо төбәк шәхесе. Яҡташтары уны байрам менән тәбрикләп, сәхнәгә саҡырҙы, бүләкләне. Ә Ғүмәр ағай һәр ваҡыттағыса ябай итеп ауылдаштары менән ихлас аралашты.
Ире Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған 89 йәшлек Вәсилә Рәхимованы ла тәбрикләне ауыл хакимиәте башлығы. Артабан хеҙмәт, мәғариф ветерандарына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам барышында махсус комиссия эшләп, улар номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Мәҫәлән, “Иң йәш өлкән атай” бүләгенә 65 йәшлек Әхмәт Рәхимов лайыҡ булды, уның ҡыҙы Камиләгә бер генә йәш әле. Ана ниндәй түлле башҡорт ирҙәре! “Иң татыу ғаилә” – Лүзә менән Илгиз Хөсәйеновтар, “Иң өлкән ауылдаш” – Вәсилә Рәхимова, “Иң йәш ғаилә” – Зөлфиә һәм Илшат Хөсәйеновтар, “Иң күркәм йорт” – Гөлфирә Әхмәтйәнованыҡы, “Иң шәп фермер” – Айҙар Ғаймалов, “Күп балалы ғаилә” – Таңһылыу менән Илнур Хәсәновтар (биш бала). Әйткәндәй, һуңғылары иң күп ҡош-ҡорт тотоусы булараҡ та еңеү яуланы. Күп бала тәрбиәләгәндә мал тотмай йоҡлап ятып булмай шул. Йәнә лә вариҫтар ҙа эш белеп, ҡул араһында үҫә.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XVIII республика конкурсында еңгән Дурас мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Айһылыу Ғаймалова ауылдаштарын ҡурайҙа уйнап, риүәйәттән өҙөк әйтеп хайран ҡалдырҙы.
Байрамға популяр йырсылар Ғәзим Ильясов менән Хәлимә Ғәббәсова ла килгәйне. Улар ауыл халҡын моңло көйҙәре менән ҡыуандырҙы.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы һәр төбәктә йолаға әйләнде. Бер ҡараһаң, ябай ғына сара һымаҡ, әммә ул тарихты байҡап, күңелдәргә рухи көс биреп, киләсәккә өмөт уята. Унан һәр кем, гүйә, бер уйлы, бер маҡсатлы булып таралыша.