Сәсән һәм Шағир01.11.2016
Сәсән һәм Шағир (Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале конференцияһындағы сығыштан)
Һеҙ Сәсән менән Шағирҙың айырмаһы хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Бер ҡараһаң, уларҙа әллә ни айырма юҡ та һымаҡ. Икеһе лә шиғри тел менән образлы фекерләү аша халыҡҡа, заманына һүҙен әйтә. Әммә сәсәндәр, боронғолоҡто, һүҙ сәнғәте менән бергә телмәр оҫталығын да үҙендә йөрөткән заттар, минең яҡлауыма мохтаж булмаһа ла, бөгөн уларҙың ниндәйҙер кимәлдә адвокаты булараҡ сығыш яһарға теләйем. Сөнки замана уларҙы танымаҫҡа тырыша, замандаштар аңламамыш булған төҫлө. Ә бит тап сәсәндәр – ысын халыҡ ижады өлгөләрен тыуҙырыусылар, халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек һүҙҙе әйтеүселәр.



Шағир – ул һүҙ сәнғәте әҫәрен тыу­ҙырған профессионал, әммә уларҙың бөтәһе лә берҙәй уҡый беләме һуң яҙ­ға­нын? Тимер ағай Йосоповтың, Абдулхаҡ Игебаевтың, Ирек Кинйәбулатовтың ярһып шиғыр уҡыуҙарын хәтерләйһе­геҙме? Уларҙың үҙҙәренә генә хас тауышы әле булһа яҡында ғына рухи көмбә­ҙемә килеп ҡағыла, ижадтарынан башҡа башҡорт әҙәбиәтенең юҡлығын иҫбат итеп йәшәй төҫлө. Рауил Бикбаевтың, Тамара Ғәниеваның, Зөлфиә Ханнано­ваның һеңдереп шиғыр уҡыуҙарын кем яратмай икән?
Әммә уларҙыҡы кеүек маһирлыҡ менән һәр беребеҙ маҡтана алмай шул. Хәйер, бәлки, мотлаҡ та түгелдер. Әммә халыҡ шағирҙан тап шиғырын оҫта итеп уҡыуын да көтә. Хатта шундай фекер ишеткәнем бар: “Һүҙен еренә еткереп әйтә лә белмәгәс, нимә тип сәхнәгә сығып тора икән? Шағир исемен күтәреп йөрөүенән ни файҙа инде?” Ғөмүмән, башҡорттар шағирҙарға ҙур талаптар ҡуя. Минеңсә, уларҙың бөтәһе лә тап шағирҙа заман сәсәнен күреүҙән килә. Эске аңдағы, ҡандағы хәтер менән беҙ шағирҙарға ла сәсәндәр иңендәге иң юғары миссияны йөкмәтәбеҙ.
Шундай ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә билдәле яҙыусылар тормошонан. Бер мәл Максим Горький моряктар алдында сығыш яһарға бара, әммә бер ни әйтә алмай ҙа ҡуя. Ғөмүмән, унда телмәр тотоу оҫталығы булмаған, тип яҙа замандаштары. Классик нимә эшләргә белмәй тора ла: “Ярай, ҡайтҡас, мин һеҙҙең хаҡта, диңгеҙ тура­һын­да әҫәр ижад итермен”, – ти. Кем белә, бәлки, моряктар уны “Дауылғош тураһында йыр”ҙы ижад итергә илһамландырғандыр. Хәйер, бөтөнләй диңгеҙ менән бәйле булмаған әҫәр тыуыуы ла ихтимал был осрашыуҙан һуң...
Совет осоронда ла шағирҙар ҙур май­ҙан тотоп һүҙен әйткән. Халыҡ эркелешеп шиғыр тыңларға килгән. Рәми Ға­рипов Өфөлә, Башҡортостанда, башҡорт ерендә һүҙ менән арбаһа, Мәскәүҙә генә түгел, тотош элекке СССР-ҙы шиғри һүҙе менән Владимир Высоцкий әсир иткән. Рәми ағайҙың ни тиклем халыҡ ижадына ғашиҡ булыуын көндәлектәре аша беләбеҙ. Фольклор экспедицияларына сығып, милләттәштәренең тын алышын тойорға тырышҡан ул. Ә инде ҡобайыр кеүек юғала барған жанрға мөрәжәғәт итеүе лә йөрәгендә тап сәсәнлек рухы йәшәүе хаҡында һөйләй.
Владимир Высоцкийҙың ҡулында думбыра булмаған, әлбиттә. Төрки түгел бит ул, әммә гитараһы ауазы менән оҙа­тыл­ған һүҙҙәре әле булһа зиһендәрҙе һиҫ­кәндереп ебәрә. Урыҫтар “сказитель” ти үҙ­ҙәренең боронғо телмәр һәм шиғыр оҫталарын. В. Высоцкий – тап ана шундай маһирҙарҙан. Өҙөп әйтелгән фекерҙәр, тотош заманына, замандаштарына ҡарашын белдереүе, тапҡырлығы хайран итә уның.
Ә кем һуң ул сәсән? Был һорауға яуап бирер өсөн “Урал батыр” эпосын һөйләгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙып алыу тарихын ғына иҫкә төшөрөү етә. Архивта медитация, шаман ғәмәле менән һуғарылған сығыш хаҡында мәғлүмәт һаҡланыуын ғалимдар бөгөн генә килеп әйтмәй. Улар әҫәрҙәге һәр образды сағылдырыр өсөн йөҙ-ҡиәфәтен, тауышын, ым-ишараһын үҙ­гәртеп һөйләгән. Был үҙенә күрә нин­дәй­ҙер кимәлдә әллә Күктәр, әллә борон­ғолоҡ менән бәйләнешкә инеп, эпостағы тормошто яңынан тергеҙеүгә бәрәбәр.
Донъяла билдәле мифолог Мирчи Элиаденың фекеренсә, боронғо мифты үҙең аша үткәреү әҫәрҙәге донъяны яңы­нан бар итеүгә тиң. Был күренеш “Урал батыр” кеүек космогоник, йәғни донъяның барлыҡҡа килеүе хаҡындағы риүәйәттәргә хас. Әҫәрҙе яңынан кисергәндә сәсәндәр ҡайһы бер нәмәләрҙең асылына төшөнә, ысынбарлыҡтың барлыҡҡа килеүен аңлау кимәленә етә. Ошо күренешкә шаһит булған башҡалар ҙа таҙарыныу, эстетик ләззәт кисерә торғандыр. Эпосты быуаттарҙан быуаттарға сәсәндәргә сәсәндәр тапшырғандыр, моғайын. Һәр хәлдә донъяуи кимәлдәге фекерҙе үҙенең төп йөкмәткеһе итеп алған әҫәрҙе һәр кем уҡый алмаған, уға, күрәһең, өйрәнергә кәрәк булған. Һәр кем өйрәнә, еренә еткереп уҡый белдеме икән эпостарҙы? Юҡ, әлбиттә. Аллаһ Тәғәлә тарафынан тамғаланған ана шул боронғо әҫәрҙәрҙе замандаштарына еткерә белгәндәр, ошо дәүер, хакимдар, халыҡ тураһында һүҙе булғандар – ул сәсәндәр.
Телмәр һәм һүҙ оҫталығына эйә булған был кешеләр халыҡ менән йөрәге аша һөйләшкән. Улар күңелдәренә тулған хисте, зирәк зиһендәрендәге фекерҙе замандаштары менән йәнле аралашыу формаһында уртаҡлашҡан. “Урал батыр” кеүек ниндәй бөйөк ҡомартҡыны һәҙиә­лә­гән беҙгә сәсәндәр. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме бөгөн халҡыбыҙҙы ошо әҫәр­һеҙ? Аллам һаҡлаһын! Хатта ҡурҡы­ныс булып китте. “Урал батыр” – иң бо­ронғо хазиналары­быҙҙың береһе, беҙҙең милләттең боронғолоғон раҫлаған ижад өлгөһө. Мөхәмәтша Буранғоловтың уны яҙып алып ҡалыуы, халыҡҡа еткереүе үҙе бер мөғжизәгә тиң. Юҡҡа ғына легенда буйынса был ҡомартҡыны һөйләгән сәсәндәргә атын бүләк итеп ҡайтып китмәгәндер ул. Башҡорт өсөн аттың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге хаҡында оҙон-оҙаҡ телмәр тоторға була, әммә ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, ул иң ҙур байлығын, мөлкәтен ҡалдырып киткән. Легендалағы ошо миҫал ғына ла ҡомартҡының бәҫе, мәртәбәһе хаҡында һөйләй.
Бөгөн мәктәп уҡыусылары, балалар, сәсәндәр “Урал батыр” эпосын яттан һөй­ләй. Был хаҡта яҙғаным да булды, әм­мә ҡабатлағандан һис зыян булмаҫ. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән ке­ше милли ҡомартҡыны, рухи мәҙәниәтте генә түгел, үҙен дә глобалләшеүҙән ҡур­салай. Әҫәрҙәге милли тамғалар, кеше­ләрҙә кешелек сифаттарын һаҡлаған элементтар рухи донъябыҙға бетеү кеүек килеп инә.
Шағир менән сәсән араһындағы айырма бына ниндәй тәрән уйланыуҙарға әй­ҙәй. Бөгөнгө профессиональ әҙип боронғо әҫәрҙәрҙе яҡшы белә, ул ғилемле, әммә яттан һөйләгәндәр юҡ кимәлендә. Заман яҙыусыһының миссияһы – ошо дәүер ха­ҡында һүҙ әйтеү, халыҡ ижады өлгөләренә таянып әҫәрҙәр тыуҙырыу.
Әлбиттә, шағирҙар араһында ла халыҡ­сан моң менән, сәсәндәр рухында ижад итеү ҙур мәртәбә һанала. Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә телдәргә тәржемә ителмәһен, шағир иң тәү сиратта үҙ халҡының хеҙмәтсеһе булып ҡала. Уның халыҡ араһында һүҙе лә үтемле, абруйы ла ҙур. Рәсми рәүештә “Башҡортостандың халыҡ шағиры”, “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр ҙә юҡҡа ғына бирелмәй. Ана нисек ҙурла­ғандар XX быуат оҫталарын! Аҡмулланың, Ш. Ба­бичтың, С. Яҡшығоловтың бер ниндәй дәрәжәле исемдәре юҡ, әммә улар – ысын мәғәнәһендә халыҡ шағирҙары, заман һүҙен йырлаусылар.
1943 йылда “Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне” тигән маҡтаулы исем бул­дырылған. М. Буранғоловҡа, Ф. Дәүләт­шинға, С. Исмәғилевкә был юғары награда рәсми рәүештә бирелгән. Бөгөн дә ошо бүләкте яңынан тергеҙергә кәрәк. Бының менән беҙ халыҡ ижадын һаҡла­ған, пропагандалағандарға ҡанат ҡуйыр инек. Хәйер, совет заманында ул исемде берәү ҙә юҡ итмәгән бит, бары тик уны яңынан рәсмиләштереү генә кәрәк. Шағирҙарҙан айырмалы, сәсәндәрҙең халыҡ алдында үҙ мәртәбәһе, үҙ миссияһы бар. Юлында аҙашҡан кешеләр ҙә башта инешенә ҡайтып, яңынан юлын эҙләй, тарихына таяна. Ниндәйҙер кимәлдә XXI быуат башында аҙап ҡалған башҡорт халҡының вариҫтарының һорауҙарына сәсәндәр менән бергә яуап табырбыҙ. Уларҙың зирәклеге рухи һыҙланыуҙарыбыҙҙы дауалар, доғалар яраларыбыҙҙы имләр, маяҡтай, яҡты юл күрһәтер. Боронғолоҡ менән бөгөнгөнө йөрәгендә йөрөткән, киләсәкте телмәрендә бәүелткән сәсәндәрҙең асылына минең ышанысым сикһеҙ ҙур.


Вернуться назад