Суд приставтары федераль хеҙмәте булдырылыуға 151 йыл тулһа ла, уның баһаһы, суд приставтары иңенә ятҡан эш күләме артҡандан-арта, сөнки заман талабы шундай: банк кредиты алыусылар, алимент түләүселәр һаны күбәйә. Бурысын түләмәүселәрҙе быны атҡарырға мәжбүр итеү, илгә законһыҙ инеүселәрҙе сығарыу, суд ултырыштарындағы тәртипте һаҡлау һәм башҡа эш менән шөғөлләнгән хеҙмәттең эшмәкәрлеге йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Был хаҡта Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Луиза Тәлғәт ҡыҙы КОЛОШЕИНА менән һөйләштек.
– Һөнәри байрамығыҙ алдынан, ғәҙәттә, эшегеҙгә йомғаҡ яһайһығыҙ. Быйыл уңыштар ниндәйерәк?
– Тәү сиратта эшмәкәрлегебеҙҙә өҫтөнлөк биргән йүнәлештәрҙе телгә алайыҡ: алименттар, эш хаҡы буйынса бурыс, етемдәргә торлаҡ биреү һәм һалым түләү. Һуңғы туғыҙ ай эсендә суд приставтары алимент буйынса 19 мең башҡарыу эшен тамамлаған, уларҙың 13 мең осрағында шәхестең бурысы эш хаҡынан тотоп ҡалынасаҡ. Алимент түләмәгәндәрҙе сит илгә сығармау, автомобиль йөрөтөүҙә хоҡуғын сикләү һәм башҡа саралар һөҙөмтәлелеге иҫбатланды. Мәҫәлән, 2013 йылда республикала 30 меңдән ашыу кешенең алимент буйынса бурысы булһа, быйыл был һан 24 мең 337-гә төшкән. Балалар иҫәбенә 730 миллион һум бурыс ҡайтарылған. Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса алимент түләмәгән 746 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала алмағандарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса ла әүҙем эш алып барабыҙ. Ошо арауыҡ эсендә 12 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын түләтеүгә өлгәштек. Бер миллиард 221 миллион һумлыҡ һалымды федераль бюджетҡа ҡайтартҡанбыҙ.
– Башҡортостан идаралығының эше, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, гел юғары баһаланды. Был күрһәткесте түбән төшөрмәү ҡыйынмы?
– Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре – тәжрибәле кешеләр. Беҙҙең эште, ысынлап та, юғары баһалайҙар. Быйыл июндә Өфөлә VII Суд приставтары-башҡарыусыларының халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала донъяның 22 иленән 150 хеҙмәттәшебеҙ ҡатнашты. Бөтөнөһө өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән мөлкәткә ҡағылмаған талап үҙенсәлектәрен тикшерҙек. Был йәһәттән байтаҡ тәжрибә туплағанбыҙ: ҡарауһыҙ ҡалған балаларға, оло йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтеүҙе беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ вазифаларына йөкмәтелгән бурыс тип түгел, ә әхлаҡи ҡағиҙә тип ҡабул итә.
Быйыл идаралыҡ һөнәри байрамына ҡарата үҙ-үҙенә бүләк тә яһаны – тамамланған башҡарыу эштәре һаны бер миллиондан ашып китте. Былтыр был күләмгә декабрҙә өлгәшкәйнек. Ошо йәһәттән шуны әйтке килә: һәр бер башҡарыу эше артында кеше яҙмышы тора. Ул – йә эш хаҡын ала алмаған ата-әсә, йә алимент аҡсаһына өмөт иткән бала, йә торлаҡ юллап та, һаман мөйөшлө булмаған етем. Шуға ла беҙҙең идаралыҡ өсөн башҡарыу эштәренең һанын кәметеүгә өлгәшеү мөһим.
– Луиза Тәлғәт ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Бала саҡтан хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыялландым. Егерме йылдан ашыу суд приставымын. Ошо арауыҡ эсендә мине һаман кешенең бер холҡо аптырата – ниңә беҙ яҡындарыбыҙға рәхимһеҙ икән? Эш буйынса көн дә тиерлек мөлкәткә ҡағылышлы дәғүәләр менән осрашырға тура килә. Шул ваҡытта кеше нисек үҙенең выжданын аша атлай алды икән тип уйланам.
Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бурысын ҡайтара алмағандар йә бала менән күрешеүгә дәғүә иткән ата-әсәләр менән осрашыуҙарға шәхсән йөрөргә тырышам. Әлбиттә, закон ҡарарын тормошҡа ашырыусы идаралыҡ булараҡ, суд ҡарарын үҙ көсөнә индерергә бурыслыбыҙ. Тик ошо бурыс артында кеше яҙмыштары тора, шуға һаҡ булырға кәрәк.
Бынан тыш, фатир һатҡанда, бурысҡа аҡса биргәндә, ғөмүмән, мөлкәткә ҡағылышлы бөтөн килешеүҙәрҙе лә нотариус аша башҡарырға кәңәш итәм. Тик шул осраҡта ғына үҙ-үҙеңде яҡлауға һәм һаҡлауға өмөт итә алабыҙ. Беребеҙ ҙә алданыуға, бәхетһеҙ осраҡҡа тарыуҙан азат түгел – шуны онотмаһаҡ ине.