“Әлдә урыҫса аңлаған”01.11.2016
Элек ауыл һайын әҙерләүсе (заготовитель) була торғайны. Халыҡтан һөйәк, алам-һалам сепрәк йыйып, урынына һыҙғыртҡыс, көҙгө, тараҡ кеүек ваҡ-төйәк бирә ине. Ә йомран йә һуҡыр сысҡан тиреһе өсөн тоҙ, сәй тарата торғайнылар.

Ауылдан бер ағай, тоҙ алам тип, урманда һуҡыр сысҡанға ҡапҡан һалып йөрөй икән. Уны ҡороп ултырғанда артында берәү тамаҡ ҡырып ебәрә. Әйләнеп ҡараһа, ҙу-ур һоро айыу артҡы аяҡтарында баҫып тора, имеш. Был кеше айыуға табан әйләнеп ултырған да: “Әй, һин, тайыш табан, дауай миңә ни мишай. Күрмәйһеңме – мин занятой, әйҙә, йөрөгән урманыңда гуляй, пашол бынан”, – тип әйткән, ти. Айыу артына ҡолап киткән дә урманға инеп ҡасҡан.
Был кеше ҡайтып, булған хәлде ауылдаштарына һөйләй. Уны бот сабып, тел шартлатып тыңлайҙар. “Ярай әле урыҫса белгән айыуға тап булғанһың, белмәгәненә эләкһәң...” – тип шатлығын уртаҡлашалар. Хәҙер урманға барған кешегә: “Урыҫса белгәненә тап бул”, – тип әйтәләр беҙҙә.


Вернуться назад