“Ҡуй әле, Зәйнетдин...”01.11.2016
Был хәл элегерәк булған. Йәшерәк ағай менән өлкәнерәге урманға барған.

Билдәле, эш бөткәс, былар аҙыраҡ “арыуҙарын баҫырға” уйлаған. Зәйнетдин, йәшерәк булғас, әллә ни бирешмәгән шайтан һыуына. Тороп, иптәшен абайламай, ҡайтып киткән.
Бер ваҡыт айыу килеп сығып, бабайҙы тупраҡ, япраҡ, ағас ботаҡтары менән күмә башлаған. Бабай: “Ҡуй әле, Зәйнетдин, шаярма”, – ти ҙә ҡуя икән. Айыу икәнен һиҙгәс кенә ҡыбырламай ята биргән. Уныһы табышын күмеп китеп барған. Ҡото осҡан бабай, ҡайтҡас, барыһын да һөйләп биргән. Шунан киткән был яҡтарҙа “Ҡуй әле, Зәйнетдин” тигән лаҡап. Уны берәйһе икенсеһенә бәйләнгән саҡта йыш әйтәләр.


Вернуться назад