Башҡа халыҡтарҙа01.11.2016
Айыу байрамдары элек башҡортта булһа, хәҙер иһә айыу ауларға һанарлыҡ ҡына лицензия бирелеүҙәнме, әллә башҡа сит йолалар килеп ингәндәнме, юғалып ҡалды. Хатта кеше ғүмеренә, мал-тыуарға ҡурҡыныс янағанда атҡан осраҡта ла полиция юлын тапаусылар аҙ түгел.

Ә бына бүтән ерҙәрҙә, бигерәк тә Рәсәйҙең Төньяҡ Себер халыҡтарында улар әле лә һаҡлана. Һаҡланыу ғына түгел, беҙҙәге һабантуй һымаҡ үткәрелә. Ул бер нисә көн дауам итә. Элегерәк манси, ханттар үлтерелгән айыуҙың инәме, атамы икәненә ҡарап, байрам итеү оҙонлоғон билдәләгән. Мәҫәлән, атаһын атһалар – кәмендә биш көн, инәһен алһаң – дүрт, ә балаларына – ике-өс көн. Һуңынан инде байрамды һәр ваҡыт уҙғармай башлағандар. Шулай ҙа, йыл һайын булмаһа ла, өс-биш йыл һайын йыйылып торалар.
Байрам ваҡытында төрлө ритуалдар башҡарыла. Һәр ырыу үҙенең милли кейемендә йырларға, бейергә сыға. Борондан килгән махсус “Ете уҡ” бейеүе башҡарыла. Йола байрам итеүгә генә түгел, айыуҙы ҙурлауға, хөрмәт итеүгә, маҡтауға ҡайтып ҡала. Ә бөтә бәләне ҡоралға “ябалар”, итен ашаған ҡарғаны тиргәйҙәр.
Байрамға махсус рәүештә өс йыл буйы үҫтерелгән айыуҙы майҙанға сығаралар. Уны биҙәйҙәр: моронсағына көмөш тәңкәләр теҙәләр, тәңкәле таҫмалар тағалар. Әгәр инә айыу булһа, зиннәтле яулыҡ ябындыралар, бисерҙан биҙәгестәр, түшелдеректәр эләләр. Бер үк ваҡытта һунарҙа айыу үлтергән өсөн ғәфү үтенеп йырлайҙар, әлеге айыуға болан балаһын һуйып килтерәләр.
Йырҙарҙа шулай уҡ айыуҙы халыҡтың төп вәкиле итеп күрһәтәләр. Йырлағанда иһә айыу булып та кейенәләр. Һуңынан инде ярыштар китә: уҡтан аталар, саңғыла ярышалар, көрәшәләр... Айыу ите күпләп бешерелә. Ә һөйәктәр бер ергә йыйылып, махсус урынға күмелә – айыуҙар кире был донъяға күпләп килһен, ерҙән сыҡһын өсөн. Мороно, ирендәре, тиреһе, баш һөйәге изге һанала, махсус урында һаҡлана.

* * *

Борон Рәсәйҙә көньяҡ славян халҡы ла айыуҙы ҙурлаған. Һуңынан инде, христианлыҡ индерелгәс, Масленица байрамына тиң был сара тыйылған, айыуҙы изгеләштереү бөтөрөлгән. Дөрөҫөрәге, ике байрам бергә ҡушылып, 24 мартҡа күсерелгән. Хәҙер ҙә айыу булып кейенеп ҡарасҡы яндырыуҙар, дөйөм сара үткәреүҙәр күҙәтелә.


Вернуться назад