Айыу байрамы01.11.2016
Борон айыуға һунар бик ҙур булған. Уны туҡмап алғандар.
Һунарға әҙерлек шау-шыуһыҙ барған. Ауға ирҙәр күмәкләшеп сығыр булған. Ҡайтҡас, айыуҙы толоптай һуйғандар, йәғни ике ботонан аҫып, тиреһен ярмайынса ғына һыҙырғандар. Улай иткәндә, тырнаҡтары ла, башы ла, ҡойроғо ла бөтөн көйөнсә ҡалған. Айыу алған ерҙә майҙан яһағандар, уйнап-көлгәндәр, көрәшкәндәр.
“Айыу байрамы” XIX быуат аҙағында хәҙерге Әбйәлил районы биләмәләрендә, Өсимәнде тигән урында үткәрелгән. Һунар бик уңышлы булған. Бер юлы өс-дүрт айыу һуҡҡандар. Уларҙы толоптай итеп һуйғандар, шунан тире эсенә бесән тултырып, баҫтырып ҡуйғандар.
Өсимәнделәге майҙан ун биш көн буйы барған. Ат сабыштырыу, көрәш, йыр-бейеү ярыштары үткәрелгән. Бейеш батыр гел беренселекте алған. Уны Ағиҙел буйынан килгән Айсыуаҡ батыр ҙа еңә алмаған.
Был Айыутуйҙа ун биш көн буйы ошо дүрт айыу һыны баҫып торған. Һунарсылар, йырлап, шулар тирәһендә бейешкән.
Әлфиә ҠАҘЫРБАЕВАнан
1989 йылда яҙып алынған.