Һөжүм01.11.2016
Һөжүм Яҙмаларымды уҡып сыҡҡас, нимәлер етешмәгән һымаҡ булды. Мәғлүмәт артынан район үҙәгенән тиҫтәләрсә саҡрымға сабыу ялҡыта башлаһа ла, Яңы Монасип ауылына барып, Маһинур апайҙы күрмәйенсә күңелем тынысланмаясағын аңланым да юлға ҡуҙғалдым.

Ауылға килеп еткәс тә танышым Рәхмәтулла Көмөшбаевты осраттым. Ул мине Маһинур апайҙарға оҙатып ҡуйҙы. Ҡайҙа барһаң да, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығына шаһит булаһың. Ҡыҫтап сәй эсергә ултырттылар. Танышып, һөйләшеп ултыра торғас, үҙемдең ниндәй йомош менән килеүемде әйттем.
– Юҡ, һөйләмәйем, – тип ҡырт киҫте башта Маһинур апай. – Һеҙ, хәбәрселәр, берәй нәмә еткерһәң, гәзиткә яҙа башлайһығыҙ...
Улы, һөйлә инде, әсәй, кеше әллә ҡайҙан яфаланып килгән бит, тигәс кенә, ул йомшара төштө лә, бер тиклем ултырғандан һуң, һүҙ башланы:
– Эй, улым, ул йылдарҙы иҫкә төшөрһәң, ауыр хәтирәләр кисерәһең, тамаҡҡа ниндәйҙер төйөр килеп тығыла, шуның өсөн ул хаҡта уйлағы ла килмәй. Хәҙерге кеүек рәхәт, мул тормош тура килмәне бит беҙҙең йәшлегебеҙгә. Замана ҡыҙҙары хан ҡыҙҙарылай ҡупшы кейенеп, ун ете йәшендә мәктәп партаһында ултыра. Мин ошо йәшемдә Фәтхениса Муллағолова, Шәрифә Буранова һәм Шәмсихаят Мулла­ғолова апайҙар менән бергә Һаҫыҡ ферма­һына һарыҡ көтөргә барҙым. Ташландыҡ фермаға килеп еткәс, күңелебеҙ болоҡһоно, дәртебеҙ һүрелә төштө. Тирә-яғын оҙон үлән, ҡыуаҡлыҡтар уратып алған, беҙ йәшәйәсәк аласыҡ шыҡһыҙ. Бына-бына ҡуйы урман эсенән айыу йә бүре килеп сығыр ҙа беҙгә ташланыр кеүек тойола. Үлән араһынан бормаланып аҡҡан инешкә лә яңғыҙ барырға ҡурҡабыҙ. Ферма мөдире Рәхимйән ағай Ишемғужинды бергә алып төшәбеҙ. Ул: “Ничего, ҡыҙҙар, ваҡыт үтә килә өйрәнерһегеҙ әле, – тип беҙҙе тынысландырырға тырыша. – Һеҙ күнегеп киткәнсе, бер нисә көн бында булырға тура килер”.
Кискеһен һөйләшкәнсә, иртән һарыҡ­тар­ҙы Шәмсихаят менән Шәрифә апай көтөргә тейеш ине. Иртә менән беҙ уяныуға, улар юҡ ине инде. Көтөүгә киткәндәрҙер, тип уйлайбыҙ. Сәй ҡайнатыу өсөн һыу алырға Рәхимйән ағай менән икәүләп төштөк, һарыҡтар күренмәй. Ферма мөдире, сәй ҡайнағансы ҡыҙҙарҙы күреп киләйем әле, тип китте. Күп тә үтмәй ул, һарыҡтар йөрөй, ҡыҙҙар юҡ бит, тип ах та ух килеп инде аласыҡҡа. Бергәләп барып, һөрәнләп эҙләп ҡарайбыҙ – тауыш-тын ишетелмәй. Ҡайтып сәй эстек тә кире барҙыҡ көтөү янына. Тегеләр юҡ ине.
Фәтхениса апай менән беҙ икебеҙ генә ҡалыуҙан ҡырҡа баш тарттыҡ. Ҡурҡабыҙ, һин ҡайтһаң, беҙ ҙә ҡайтабыҙ, тип ныҡы­шабыҙ. Рәхимйән ағай ҡағыҙға нимәлер яҙҙы ла миңә ҡайтып, уны председатель ағайға тапшырырға ҡушты. Мине бер нисә саҡрым оҙата килеп, юлды өйрәтеп ҡалды.
Ҡурҡыуымдан йүгерә-атлай барамын. Бер аҙ ер уҙғас, юлда кисә килгәндә осрамаған ботаҡ-сатаҡтың, серек киҫәктәрҙең аунап ятыуына ғәжәпләнә биреп ҡуям. Серәкәй тигән урында пинжәктән өҙөлөп төшөп ҡалған төймәне алып, уны ҡулымда уйнатҡылап болоҡһоп атлайым. Шулай хафаланып килеп, район үҙәгенән килеп тоташҡан юлды арҡыры сыҡҡас, иркенләп тын алдым. Йәнәһе, кеше йөрөп торған оло юлға сыҡтым. Ниһайәт, ауылға етергә лә ике саҡрым ярым тирәһе генә ҡалды. Кепескә бара торған юл сатына етмәҫ элек юлда арҡыры ятҡан ҡып-ҡыҙыл әйберҙе күреп ҡалдым да, урап үтәйем тип, ситкә сыҡтым. Тапҡырына еткәйнем, теге нәмә тороп ултырғас, ҡурҡышымдан ҡотом осоп ҡысҡырып ебәрҙем.
– Ҡурҡма, Маһинур, мин, Шәмсихаят апайың бит. Беҙгә айыу һөжүм итеп ошо хәлгә ҡалдырҙы, – тигәс, өтәләнеп эргәһенә барҙым да ҡот осҡос күренештән йөрәгем ярыла яҙҙы. Эргәһендә ҡан лысҡылдап ята. Йыйылған себен, серәкәй, ләпәк ҡорт күсе кеүек мыжғып оса. Тәнендәге ҡаны ағып бөткән, күрәһең, арҡаһындағы тешләнгән урындарҙан күбекләнеп кенә сыға. Баш тиреһе маңлайҙан алып артҡа ҡарай һыҙыра тартып алынғас, һәлберәп аҫылынып тора. Күлдәге лә һыпыра тартып алынған, күрәһең, муйынында яғаһы ғына ҡалған. Шул хәлдә лә үҙендә һөйләшерлек көс таба Шәмсихаят апайым.
– Шәрифә айыуҙы күргәс тә ҡасты, бәлки, ауылға ҡайтып та еткәндер, оҙаҡламай ярҙамға килеп етерҙәр. Һин мине бында себендән талатып һалып ҡуйма, күтәреп булһа ла ауылға яҡынайта тор, – ти.
Мин тәүәккәлләп күтәреп ҡараным. Ҡайҙа, көс етәме ни. Ҡоро ҡанға ғына буялыуым, бушҡа көсәнеүем генә булды. Хәлһеҙләнһә лә, зиһене теүәл ине апайҙың.
– Улай булғас, өҫ яҡта шәлем менән пинжәгем тороп ҡалды, шуларҙы килтереп минең өҫкә яп та ауылға хәбәр итергә йүгер, атайым ат егеп килеп алһын, һыуһаттырҙы, айран алырға онотмаһын. Анауы ятҡан таяҡты ҡулыңа ал, айыу килһә, шуның менән һуғырһың, мин аҙаҡтан шуның менән ҡыуалап ебәрҙем, – тигәс, ҡулыма әлеге таяҡты алып, әйберҙәрҙе эҙләп киттем. Уларҙы ятҡан урынынан етмеш метр өҫтәрәк табып алып, өҫтөнә килтереп яптым да ауылға ҡарай йүгерҙем. Шәмсихаят апай эргәһенән китеп, йөҙ-йөҙ илле метр самаһы үткәйнем, юл ситендәге ҡайын төбөндә ҡанға батып ятҡан Шәрифә апайҙы күреп: “Апай, һиңә нимә булды?!” – тип асырғанып ҡысҡырып ебәрҙем.
– Беҙҙе ни айыу харап итте бит, – ти апай ыңғырашып. Ул да ҡот осҡос ҡиәфәттә ине. Эсәктәре сығып ерҙә ята, баш тиреһе шулай уҡ маңлайынан алып һыҙыра тартып алынған. – Айыу икебеҙҙе лә харап итте бит, ике уртала сабып йөрөп таланы, ҡасырға ирек бирмәне. Өс мәртәбә сабып килеп өҙгөсләп китте, әле һин булғанға туҡталып тора микән? Бар, ауылға йүгерә һал, әтеү һине лә харап итер, – тип хафаланды изге йән.
Мин хәлдең мөшкөллөгөн аңлап, ҡысҡыра-ҡысҡыра, таяғымды болғай-болғай ауылға табан йүгерҙем. Бер аҙҙан түбәндә ауыл көтөүе күренде. Мин ауылға төшөп киткәс, ҡан еҫенә һыйырҙар, үгеҙҙәр үкерешкәнгә көтөүселәр Бибиямал Шәрипова менән Шәрифә Ҡыуандыҡова фажиғә урынына барып, ҡорбандарҙы күргәндәр ҙә ошо урындан алыҫ булмаған яланда ашлыҡ сәсеп ятҡан егеттәргә хәбәр итергә йүгергәндәр...
Апайҙы эске тетрәнеү менән тыңланым. Эйе, ҡот осҡос ваҡиға. Шуның өсөн дә был хәлде ҡабат-ҡабат һөйләргә атлығып тормай ул. Хәтерләһәң, күҙ алдыңа ла килеп йонсотоуы бар ҙабаһа! Маһинур апайҙың күрәһе көнө, эсәһе һыуы бөтмәгән, күрәһең... Хәтер яңыртып йөрөүемә ғәфү үтендем дә рәхмәт әйтеп хушлаштым уның менән.
Ә айыуҙы сәсеүҙә ятҡан егеттәр күргән. Ҡурҡҡан көтөүселәр тиҙ генә барып етә алмаған, ахыры, Ҡарағайсабын яланына.
– Улар килеп еткәс тә, – тип һөйләй Хәлфетдин ағай Шәрипов, – Әмир Көмөшбаев менән тиҙ генә аттарҙы эйәрләп алдыҡ та, Бибиямал менән Шәрифәне менгәштереп, фажиғә урынына ашыҡтыҡ. Тик беҙ килгәндә улар юҡ ине, арба эҙҙәре күренеп ятҡас, алып ҡайтып киткәндәренә ышандыҡ. Кире боролорға уйлап торғанда, һырт яҡта йүкәлек араһында бәләкәйерәк һоро айыуҙың беҙгә ҡарап ултырғанын күрҙек. Ара йөҙ-йөҙ егерме метр тирәһе. Мылтыҡ юҡ. Бер нәмә лә эшләп булмай…




Вернуться назад