Һуңғы тапҡыр боролоп ҡараны...01.11.2016
Рәсәйҙәге болаларҙың иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Бөйөк Ватан һуғышы донъяла иң күп ҡорбан талап иткән яу булды. Бынан тыш, төрлө замандарҙа сәйәси буталыштарҙа әҙәм себен шикелле юҡҡа сыҡҡан. Атай-олатайҙарыбыҙ бәхетле тормош төҙөйбөҙ тип әллә нисә төрлө ҡоролошто тамырынан үҙгәртеп, шул осорҙоң үләтенә әүерелгән. Заманалар үҙгәргәс кенә, Заһира ғәйепһеҙ хөкөм ителгән золом ҡорбандары тураһында ишетте.


Заһира, өләсәһенең бер туған ағаһы Мөхәмәт­йәндең аяныслы яҙмышына әсенеп, мәрхүмдең һуңғы төйәген белә алмайынса ғүмер кисерҙе. Әсәһе һөйләгәндәре мейеһенә һеңеп ҡалған:
– Көҙгө ҡараңғы төн. Ҡойма ямғырҙар аҙналар буйы яуа. Кемдер ишек туҡылдатты. Бындай йонсоуҙа эт тә йөрөмәҫ, тип һуҡрана-һуҡрана әсәйем ишектең келәһен күтәрҙе лә ах итте. Манма һыуға батып, Дамирын мамыҡ шәлгә урап, балаларын эйәртеп, Мөхәмәтйән Хәлисовтың ҡатыны Маһинур баҫып тора. Әсәйем, берәйһе күреп ҡалмаһа ярар ине тип ҡурҡып, йәһәт кенә аҙыҡ-түлек төрөп бирҙе. Балалары хаҡына кемлеген һиҙҙермәйенсә хәйерселәп йөрөргә кәңәш биреп, ишекте бикләп тә ҡуйҙы...
Замана елдәре Заһираны Сибайҙа нахаҡҡа рәнйетелгән ағайҙың ҡыҙҙары менән осраштырҙы. Күптән хаҡлы ялда булып, яңғыҙы донъя көткән оло ҡыҙы Лаура:
– Атайымды ҡулға алғанда миңә ун ике йәш ине. Темәстәге өйөбөҙҙән ҡыуып сығарғас, урамда то­роп ҡалдыҡ. Минән кесе биш туғанымды аҫрарға кәрәк. Шахтанан башҡа бер ергә лә эшкә алманылар. Ҡыҙым, һеҙ бәхетле быуын кешеләре. Йөрәгеңде ауырттырып уны белеү һиңә нимәгә кәрәк? – тип һөйләмәүҙе хуп күрҙе. Бәләкәй ҡыҙы Розаһы ла иҫән икән:
– Миңә биш йәш. Көҙгө ҡояшлы көндә ырҙында күмәкләп картуф ҡаҙабыҙ. Атайым һәм әллә кемдәр килеп, беҙҙе теҙеп ҡуйып, нимәлер һөйләне лә һөйләне. Атайым әсәйемдең ҡулынан имсәк малайы Дамир ҡустымды алып торҙо. Шунан уны алып килгән кешеләр атайымды атҡа ултыртып алып сығып китте. Ырҙынды сығып барғанда һуңғы тапҡыр боролоп ҡараны. Шул ҡарашты ғүмер буйы онота алманым. Ҡайҙа алып киткәндәрҙер? Артабан нимә булғандыр? Белмәйбеҙ. Аңымды юғалтып тәгәрәгәс, мине табып алып балалар йортона урынлаш­тырғандар, шуға ғына иҫән ҡалдым... – тип иланы.
Заһира хаҡлы ялға сыҡҡас, Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән тарихсы, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре Әмир Сәйғәфәров район гәзитендә, уның туғандарының ғүмер буйы белмәгән серен асып, мәҡәлә яҙҙы.
...Мөхәмәтйән Батырша улы Хәлисов 1896 йылда Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуған. Атаһы – Рәмиевтәрҙең алтын приискыһы эшсеһе, Дарыулы йылғаһы буйында күп йылдар алтын йыуған, ләкин мандый алмай вафат булған. Артабан ғаиләне ҡарау, донъя көтөү 11 йәшлек Мөхәмәтйән иңенә тө­шә. Йәйен ауыл малын көтә, ҡышын яҡындағы Тоҡ­тағол ауылы байында ялсылыҡта йөрөй. Һуңыраҡ Яйыҡ йылғаһы буйында урыҫ байҙарына бил бөгә. Тик бында ла эшләгәне тамаҡ туйҙырырлыҡ ҡына булып сыға.
Артабан егет эш эҙләп Орск – Ырымбур тимер юл төҙөлөшөнә бара. Ундағы ҙур эшселәр коллективы Мөхәмәтйәндең рухи үҫешенә, фекер ҡеүәһенә етди йоғонто яһай. 1915 йылда М. Хәлисов армия сафына саҡырыла. Ҡыҫҡа ғына курс үткән пулемётсы фронтҡа ебәрелә. Империалистар мәнфәғәте өсөн алып барылған ҡан ҡойош, үлемесле һуғыш һалдаттарҙа нәфрәт кенә тыуҙыра. Шуға ла Октябрь революцияһын үҙ күреп ҡаршы алалар.
1918 йылдың февралендә Герман һуғышынан ауылына ҡайтыуы ла тыныслыҡ килтермәй. Ҡыйраған хужалыҡ, аслыҡ, ауырыуҙан йонсоған ауылдаштары ҡаршы ала уны. Хакимдар бер-бер артлы йыш алмашынып тора: Дутов ғәскәре килеп баҫа, уларҙы чехтар ҡыуып сығара, күп тә үтмәй, Колчак ғәскәре уратып ала, уға ҡаршы ҡыҙылдар һөжүмгә ташлана.
Шул уҡ осорҙа Вәлидов ғәскәр йыя, Мөхәмәтйән Хәлисов уларға ҡушыла. Ләкин күңеле, выжданы ҡушыуы буйынса ике айҙан, яйын табып, Ҡыҙыл Армияның Пенза дивизияһының башҡорт бригадаһына күсә. Аҡ гвардиясыларға һәм интервенттарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡыйыулыҡ күрһәтә. Маҡтаулы ҡы­ҙылармеец 1919 йылда РКП(б) ағзаһы итеп алына.
1921 йылда Мөхәмәтйән Батырша улы тыныс хеҙмәткә күсә. Тәүге осорҙа Баймаҡта, Түбә ҡасабаһында партия ойошмаһы секретары, һуңыраҡ Темәс улусы идараһы секретары итеп һайлана. Эшкә ҙур теләк һәм дәрт менән тотона.
1929–1932 йылдарҙа ул БАССР-ҙың эшсе-крәҫтиән инспекцияһы комиссариатында дәүләт контроле инспекторы сифатында республика райондарына йөрөп, хужалыҡтарҙа, предприятиеларҙа, учреждениеларҙа хеҙмәтте яйға һалыу менән мәшғүл була. Һуңынан Свердловск сәнәғәт академияһының тау бүлегенә уҡырға ебәрелә. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, электән тау, алтын эше менән таныш белгесте Түбә мәғдән идаралығының Әбйәлил приискыһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Тик производство планын үтәү ауырлаша, сөнки разведка эше артта ҡалған, яңы мәғдән ятҡылыҡтары асылмаған, ә иҫкеләре эшкәртеп бөтөрөлгән була.
Был хәлгә сәйәси мәсьәләләр ҡушылып китә. 1937 йылдың ноябрендә ВКП(б)-ның райком бюроһы М.Хәлисовты партиянан сығара. Йәнәһе, ул Әхмәтзәки Вәлидов армияһында хеҙмәт иткән, шулай уҡ күптән түгел партиянан сығарылған “Башзолото” тресы директоры Ф. Үлмәҫов һәм Ишбирҙе руднигы директоры Ф. Ибраһимов менән бәйләнештә булған. Был ҡарар ВКП(б)-ның өлкә комитетында раҫлана. Унан һуң дүрт йылдан ашыу ваҡыт үтә. Мөхәмәтйән Хәлисов Түбә руднигында старатель участкаһы начальнигы булып эшләп йөрөгәнендә, тағы ла Советтарға ҡаршы ҡотҡо таратыуҙа, ихтилал әҙерләүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алына.
Рәсми органдарҙың мәғлүмәтенә ҡарағанда, Мөхәмәтйән Батырша улы 1943 йылда төрмәлә үлгән. Түбә ҡасабаһында ҡалған һигеҙ кешенән торған ғаиләһе аслыҡ-яланғаслыҡ кисерә. Өс балаһы ғына иҫән ҡала: Дамир Магнитогорскиҙағы ФЗО-ға ебәрелә, алты һәм һигеҙ йәшлек Роза менән Лаура балалар йортонда тәрбиәләнә. 1958 йылдың 27 июлендә БАССР-ҙың Юғары суды ҡарары менән М.Б. Хәлисов ғәйепһеҙ хөкөмгә тарттырылған тип табыла һәм аҡлана.





Вернуться назад