Петроградты ҡотҡарһа ла, үҙен яҡлай алмай01.11.2016
Рәсәйҙә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө йыл һайын билдәләнә.
Был репрессиялар үҙенең башланғысын ҡайҙан ала?
1937 йылда, Коммунистар партияһының февраль-март пленумында, Сталин “социализм позициялары нығынған һайын илдә синыфтар көрәше көсәйә барасаҡ” тип белдерә. Ғәмәлдә был тезис илдә репрессиялар башланыуы өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә. Һөҙөмтәлә бик күп күренекле партия, дәү­ләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр бер ғәйепһеҙ үлемгә дусар ителә.


Сәйәси золом тулҡыны Башҡорт­останды ла ситләтеп үтмәй. Бөгөн һүҙ – ҡорбандар исемлегенә ингән Әхмәт Иҫәнсурин хаҡында. Ул 1897 йылдың 30 октябрендә Ырымбур губернаһының Иманғол ауылында крәҫтиән ғаилә­һендә тыуа. Хужалыҡта атаһына ярҙам итә, помещикка ялланып тир түгә. Февраль һәм Октябрь революциялары осоронда Румыниялағы ғәскәр составында була. Артабан батша армияһында һы­бай­лы разведчиктар командаһында хеҙ­мәт итә. 1918 йылдың февралендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Унда крәҫтиәндәрҙең бай алпауыт ерен һәм мөлкәтен бүлешкән ваҡытҡа тура килә. Һалдат Әхмәт Иҫәнсурин “байый”: бер дөйә һәм ике гектар ер майҙанына эйә була. Әммә уға өйҙә оҙаҡлап ултырырға тура килмәй.
1919 йылдың майында яҙмыш юлы Иҫәнсуринды Ҡыҙыл Армияға алып килә. Август аҙағында республика Реввоенсоветы, Ленин ҡушыуы буйынса, башҡорт ғәскәрҙәрен Петроградҡа, Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшкә йүнәлтә. Иҫәнсурин хеҙмәт иткән полк та ҡыҙыл Петроград һағына баҫа, ҡаланы дошмандарҙан ҡурсалап алып ҡала.
Революцияға тағы бер ҡурҡыныс дошман – аслыҡ янай. Әхмәт Рыҫмө­хәмәт улы продотряд составында Башҡортостан кантондарының береһе­нә йүнәлтелә. Аслыҡтан интеккән Петроградҡа икмәк килә, ҡала халҡы шулай үлемдән ҡотола.
Иҫәнсурин Дағстан бригадаһында комиссар урынбаҫары була. 1922 йылда Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Башҡортостанда, Тамъян-Ҡатай канткомында мәҙәни-ағартыу бүлеге мөдире булып эшләй.
Үҙәктә тәжрибәле кадрҙарға ҡытлыҡ тыуа. Иҫәнсурин республика мәғарифы наркомы итеп һайлана, артабан партия өлкә комитетында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй. 1931 йылдың мартында КПСС өлкә комитетының икенсе секретары итеп раҫлана. Ошо вазифала һуңғы көнөнә, 1937 йылдың октябрь айына тиклем була.
Партия өлкә комитетында Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы республика тарихы­ның ҡатмарлы осоронда эш башлай. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу дауам итә. 1930 йылдың июлендә үткән партия конференцияһында Иҫәнсурин ҙур әсенеү менән коллективлаштырыу практикаһындағы хоҡуҡ боҙоуҙар, уларҙы нисек төҙәтергә мөмкин булыуы тураһында сығыш яһай.
Обкомдың икенсе секретары шөғөлләнгән һорауҙар даирәһе киң була. Ул мәҙәниәт һәм халыҡ мәғарифы өлкәһендә лә күп эш башҡара. Башҡорт театры һәм әҙәбиәте буйынса доклад менән сығыш яһай, наҙанлыҡты бөтөрөү эшенә етәкселек итә, яҙыу­сылар ойошмаһын үҙгәртеп ҡороуҙа – Башҡортостандың Яҙыусылар союзын булдырыуҙа ҡатнаша.
Иҫәнсурин алдында төрлө бурыстар ҡуйыла, һәм барыһын да ул еренә еткереп башҡара. Уға ошондай характеристика бирелә:
“... Партия обкомында эшләгәндә Иҫәнсурин иптәш үҙен талапсан һәм ныҡышмал етәксе итеп күрһәтте. Лениндың милли сәйәсәтен дөрөҫ аңлай һәм уны эҙмә-эҙлекле рәүештә тормошҡа ашыра. Сәйәси яҡтан ярайһы уҡ үҫешкән белгес обком секретары вазифаһында уңыштарға өлгәшә, мәсьәләләрҙе үҙаллы һәм ваҡытында хәл итә белә. Ғәмәли мәсьәләлә кәрәкле йүнәлеште таба белә, большевиктарса талапсан.
ВКП (б) секретары Быкин”.
1935 йылда Башҡортостан ауыл хужалығында һәм сәнәғәт өлкәһендә бер нисә йыл рәттән өлгәшкән уңыш­тары өсөн Ленин ордены менән наградлана. Орденды тапшырыу ваҡы­тында Иҫәнсурин сығыш яһай. Фажи­ғәле 1937 йыл етә. Сталиндың сығышы­нан һуң “халыҡ дошмандарына” ҡаршы көрәш кампанияһы шул иҫәптән Башҡортостанда ла башлана.
Үҙәк һәм урындағы матбуғатта “хыянатсыларҙы” фашлаған мәҡәләләр баҫыла башлай. 1937 йылдың 17 сентябрендә “Правда” гәзитендә “Башҡортостанда буржуаз милләтселәр төркөмө” мәҡәләһе сыға. Шул уҡ көндә “Известия” гәзите “Башҡорт буржуаз милләтселәре һәм уларҙы яҡлаусылар”, 1937 йылдың 24 сентябрендә “Правда” “Сәйәси бюрократтар” мәҡәләһе менән сығыш яһай.
1937 йылдың октябрендә Өфөгә репрессия ойоштороусыларҙың береһе – ВКП(б) үҙәк комитеты секретары Андрей Жданов килә. Партия обкомы пленумында сығыш яһап, ул былай ти:
– Үҙәк комитетҡа Башобком етәксе­ле­генең халыҡ дошмандарына ҡаршы ысын большевиктарса көрәш алып бармауы тураһында сигнал килде. Ни өсөн обком иң мөһим мәсьәләнән ситтә ҡала?
Үҙәк комитет Быкинды һәм Иҫән­су­ринды обком секретары вазифа­һынан бушатырға тигән ҡарар ҡабул итә. Яков Быкин һәм Әхмәт Иҫәнсурин, атап әйткәндә, “халыҡ дошмандарын” ҡур­салауҙа ғәйепләнә.
1937 йылдың 4 октябрендә Иҫәнсу­рин ҡулға алына. 1938 йылдың 10 июлендә ул атып үлтерелә, ә 1956 йылдың сентябрендә аҡлана. Башта СССР Юғары судының хәрби коллегия­һынан хәбәр килә: “Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин 1897 йылда тыуған, 1938 йылдың 10 июлендә һәләк булған. СССР Юғары судының Хәрби коллеги­яһы тарафынан аҡланған”. Һуңынан уны партия сафында ла тергеҙәләр.

“БАШвестЪ” сайтынан.


Вернуться назад