Әҙәбиәттең тоғро һалдаты01.11.2016
Әҙәбиәттең тоғро һалдаты 1938 йылдың 10 июлендә таң һыҙылыу менән Сусаҡтау гөрҫ итеп шартлай. Шунда уҡ ул бәләкәйләнә, ағас, үләндәре һарғая башлай һәм, аҙна үтеүгә, ҡурҡыныс бер ҡарасҡыға әйләнә. Тау битләүендә йәшәгән халыҡ аптырап ҡала. Нисәмә быуат тарихы булған ауыл кешеләре бындай хәлде ишеткәндәре лә, күргәндәре лә юҡ ине. Йылдар үтә, ә
Сусаҡтау халыҡ күңеленә шом һалып ултыра бирә. Фажиғәнән һуң ун һигеҙенсе тапҡыр болондар сәскәгә күмелгән мәлдә, тау күтәрелә башлай. Ағастары, үләндәре йәшәрә.
А-а-ана, ҡарағыҙ әле, хәҙер Сусаҡтау осло түбәһен йыраҡтан ялтыратып, мөһабәт булып тора.


Ата-әсәһе

Был риүәйәтте Йәнәби-Урсай халҡы һәр килгән кешегә һөйләй. Нескә күңелле, иғтибарлы уҡыусым аңлаған­дыр, был хикәйәт башҡорт әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған шағир, прозаик, матбуғат етәксеһе һәм дәүләт эшмәкәре Төхфәт Йәнәбигә бағышланған.
Ысынлап та, уны башҡорт халҡына күп михнәттәр килтергән граждандар һуғышынан һуң дәүләт ойошмаларында идаралыҡты тергеҙеүгә, мәҙәниәт, мәғариф һәм әҙәбиәт үҫешенә тос өлөш индергән дуҫтары Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Мөхтәр Байымов һәм яҡташы Шаһивәли Ибраһимовтар менән бергә 1938 йылдың 10 июлендә аталар. Ун һигеҙ йыл үткәс кенә яҡты исеме халыҡҡа ҡайтарыла.
Төхфәт Йәнәби (Төхфәт Кәлимуллин) 1894 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Йәнәби-Урсай (хәҙерге Миәкә районы) ауылында донъяға килгән. Уның атаһы Кәлимулла таш сығарыу, өйгә нигеҙ, келәттәр һалыу, ҡоймалар төҙөү менән шөғөлләнә.
Әсәһе Шәмсенисаның төрлө ҡул эшенә, шиғри һүҙгә, йыр-бейеүгә маһир, уҡымышлы, ярҙамсыл ҡатын икәне билдәле. Ул оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ғүмеренең һуңғы көнөнә саҡлы Йәнәби-Урсайҙа ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙа ла көтөп алынған кендек инәйе була. Йоғошло ваба сиренән ауырып үлгән ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны йыуып, кәфенлеккә төрөп йөрөй.
Уңған, кешелекле ҡатын 1927 йылда Советтарҙың VI Бөтә башҡорт, Мәс­кәүҙә Бөтә Союз ҡатын-ҡыҙҙар съездарында делегат булып ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр Надежда Крупская менән осрашып һөйләшә. 1937 йылдың де­кабрендә ҡулға алынған Төхфәт Йәнәби янына Өфөгә төрмәгә килә. Етәкселәр­ҙән рөхсәт алып, улына әйберҙәр, ризыҡ тапшыра. Төхфәт Йәнәбиҙең нахаҡҡа ғәйепләнеүен иҫбат итеп Крупскаяға, Калининға, Сталинға хаттар яҙа...


Төхфәттең белем алғаны


Кәлимулла менән Шәмсенисаның ғаиләһендә алты бала үҫә: Ғилминиса, Шәмсеҡәмәр, Төхфәт, Аллаяр, Искән­дәр, Хәтирә. Төхфәт ауылдың Вәли мулла оҫтабикәһендә ике ҡыш, унан һуң мәктәптә дүрт йыл самаһы белем нигеҙҙәрен өйрәнгәс, Стәрлебаштың Ғәли хәлфә мәҙрәсәһенә бара. Бында ул бай ҡаҙаҡ шәкерттәренә аш бешереп, сәй ҡайнатып, өс йыл уҡый, әммә мәҙрәсәләге белем биреү тәртибе бигүк оҡшап етмәй.
1912 йылда Төхфәт мосолман донъяһында даны таралған “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә инергә уйлап, кеҫәһенә дүрт һум аҡса һалып, ауылдарынан 250 саҡрымдағы Ырымбур ҡалаһына йәйәү сығып китә, ләкин уның был хыялы тормошҡа ашмай – мәҙрәсәгә уҡырға алмайҙар. Ни өсөн тигәндә, “Хөсәйениә”лә уҡыу тәртибе икенсерәк: бында башҡа мәҙрәсәләрҙә уҡыған өлкән шәкерттәрҙе ҡабул итмәйҙәр.
Тәүҙә Төхфәт Ырымбурҙа, унан һуң Аҡтүбәлә эш эҙләп ҡарай. Ниәте килеп сыҡмағас, ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға “мулдәкә” булып китә. Бер йыл тирәһе ҡаҙаҡ балаларына белем биреп, кеҫәһенә 40 һум аҡса һалып, Төхфәт яңынан Ырымбурға килә һәм ҡала мосолмандарының 5-се йәмиғ мәсете янындағы “Заһиҙулла” мәҙрәсәһенә уҡырға керә. “Бында белем биреү, шәкерттәргә мөнәсәбәт Стәрлебаш­тағыға ҡарағанда яҡшыраҡ ине”, – ти Төхфәт Йәнәби үҙенең автобиографик яҙмаларында.
Ул уҡырға ингән 1913 йылда “Заһиҙулла” мәктәбендә – 150 бала, ә мәҙрәсәһендә 50 шәкерт белем алып йөрөй. Имам-хатип, мөҙәрис Заһиҙулла Хәбибулла улы Кашаев етәкселек иткән уҡыу йортонда Хөбәйхужа Абдулбаянов, Абдулхәким Үтәгәнов, Абдрахман Насиров, аталы-уллы Хәйрулла һәм Абдулла Ҡатаевтар мөғәллимлек итә. Мәҙрәсә янында айлыҡ урыҫ телен өйрәнеү курсы эшләй, Төхфәт уны уңышлы тамамлай.
Төхфәт Йәнәби үҙе кеүек ярлы-ябаға өсөн йәшәү, ижад өмөтө уятҡан Октябрь революцияһын күңел күтәренкелеге менән ҡабул итә. Яңы власть орган­дарының сәйәси эшмәкәрлеген халыҡҡа аңлатыу эшендә әүҙем ҡатнаша. Ҡыпсаҡ-Ете Ырыу, Үҫәргән, Арғаяш кантондарында, Башпрофсоветта етәксе вазифаларын башҡара. Енәйәт­селеккә ҡаршы көрәшә. 1924 йылдан – республиканың төп гәзите “Башҡорт­остан”да секретарь, ә 1926 йылдан – яуаплы мөхәррир. Бер үк ваҡытта ул “Яңы юл”, “Сәсән”, “Ленин юлы”, “Октябрь” журналдары мөхәррире, ВКП(б)-ның өлкә комитеты, БашЦИК ағзаһы була, Башҡортостан Яҙыусылар союзының беренсе съезында төп доклад менән сығыш яһай. СССР Яҙыусылар съезына делегат, идара ағзаһы, әҙәби фонд етәксеһе итеп һайлайҙар, 1937 йылдың башында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, ә май айында рәйесе вазифаһын йөкмәтәләр. Ул һәр эште намыҫ менән еренә еткереп башҡара.


Нахаҡ ғәйеп бәләһе

Төхфәт Йәнәбиҙе 1937 йылдың ноябрь айында ҡулға алалар. Архив документтары араһында уның өҫтөнән өс кешенең күрһәтмәһе бар. Улар Төхфәт Йәнәбигә ниндәй ғәйептәр өйә һуң? Беренсенән, 1929 йылда яҙған мәҡәләһендә Зәки Вәлидиҙе “энергичный, неутомимый, гениальный башкирин”, – тип иҫкә алған. Икенсенән, контрреволюционер, ҡыҙылдар тарафынан атылған Шәйехзада Бабичтың шиғырҙар йыйынтығын әҙерләгән, уның биографияһын яҙған. Үҙенең “Белем гранитын кимер” шиғырында троцкизмды яҡлаған:
Ал, китап булһын ҡулыңда,
Әй, ленинсы комсомол!
Үҙ илеңдә, үҙ телеңдә
Ал белем – ленинсы бул!
Йәш тешеңде ҡайра ла
Белем гранитын кимер!
Ҡайраған теш, ҡайҙа ла
Үткер булып, өҙһөн тимер.
Һыҙғанып ныҡ йәш беләкте
Иҫке тормошто емер!
Алға ал да шул теләкте
Һал ҡоростарҙан нигеҙ!
Алғы көнгә, ҙур бәхеткә,
Өлгәшеүгә эш кәрәк.
Эш өсөн һис бер ваҡыт
Талмаҫ беләк,
Ныҡ көс кәрәк!

Ә “Һабанда” шиғырында Бухарин тәғлимәтенә ярашлы крәҫтиәндәрҙе байырға өндәгән, йәнәһе:
Мин йырламай инде
Кем йырлаһын?
Күкрәк тулы эшкә дәртем бар.
Дәрткә дарман булған
Күҙ алдымда
Һөлөк һымаҡ ике атым бар.
Йырлай-йырлай
Сәскән ашлығымды
Урып, һуғып алһам барын да,
Әй, аттарым...
Әйҙә, ныҡ тартығыҙ!
Бер трактор алам йәрингә!

Имеш, әҙәби фонд етәксеһе булараҡ, финансты уңға-һулға таратты. “Башҡорт­остан” гәзитенең яуаплы мөхәррире вазифаһында халыҡ дошмандарын фашламаны, хатта яҙып ебәрелгән мәҡәләләрҙе лә баҫманы. Мәҫәлән, Усмановтың контрреволюционер булғаны, халыҡ дошманы Абдулла Ибраһимовтың “Түңәрәк өҫтәл” әҫәре хаҡында тәнҡит мәҡәләһен кире ҡайтарҙы, тиелә ғәйепләү материалдарында.
Абдулла Ибраһимов тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәүеф Насировтың “Уҙаман­дарҙы эҙләйем” китабын файҙаланып аңлатма биреп үтәйек.


Тормошонда ла, ижадында ла алдашмаған

Абдулла Ибраһимов (Ибраһим Ҡыпсаҡ) 1886 йылда хәҙерге Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында донъяға килгән. Ырымбурҙа Каруанһарай мәҙрәсәһендә белем ала. Граждандар һуғышында Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа полк комиссары сифатында ҡатнаша. Стәрлетамаҡта Башҡортостан хәрби комиссариатында, Арғаяш кантонында, Ырымбурҙа Каруанһарайҙағы башҡорт педагогия техникумында директор, Өфөлә Наркомпроста яуаплы хеҙмәткәр, Белорет металлургия заводы директоры вазифаларын баш­ҡара. Яҙыусы булараҡ “Петроград өсөн көрәштә башҡорттар”, “Йәшелдәр”, “Түңәрәк өҫтәл” исемле китаптары баҫылып сыға.
Абдулла Ибраһимов (Ибраһим Ҡыпсаҡ) – мәшһүр башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әсәһе менән бер туғандың улы.
Рәүеф Насировтың архивында Абдулла Ибраһимов (Ибраһим Ҡыпсаҡ), Дауыт Юлтый һәм Төхфәт Йәнәби­ҙәр­ҙең бергә төшкән фотоһы һаҡланғаны билдәле.
Төхфәт Йәнәби 1921 йылда Стәр­ле­тамаҡҡа эш, уҡыу эҙләп килгән 16 йәш­лек Орск ҡыҙы Хәҙисә Йосоповаға өйләнә. Уларҙың үҙ балалары булмай. Приюттан уллыҡҡа Йәркәй исемле малай, уға иптәшкә Төхфәттең бер туған апаһы Шәмсеҡәмәрҙең ҡыҙы Ғәлиә Хафизованы алалар. Йәркәй Кәлимуллин үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм 1942 йылда Сталинград янындағы үлемесле алышта һәләк була.
Ғәлиә Хафизова Ваганова исемен­дәге Ленинград хореография учили­щеһын Тамара Хоҙайбирҙина (Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы), Нинель Юлтыева (Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы), Әлфиә Айдарская (композитор Сара Садиҡо­ваның ҡыҙы) менән бергә тамамлай. Уҡыуын бөтөргәс, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Композитор, йырсы, режиссер Шамил Ҡолбарисовҡа кейәүгә сыға. Уларҙың Камил исемле улдары – Мәскәүҙә, ҡыҙҙары Айһылыу Австрияла йәшәй.
Дәүләт эштәренән, ижад итеүҙән бушаған мәлдәрендә Төхфәт Йәнәби ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала уйнаған, йырға маһир булған. Башҡорт академия драма театрының һәр премьераһын ҡарарға тырышҡан. Әйткәндәй, күренекле актриса Бәҙәр Йосопованың ире Ғәлимйән Ғәли улы – Хәҙисә апайҙың бер туған ағаһы. Улар Булат Имашев, Рәғиҙә Янбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Тәлиғә Бикташевалар менән аралашып йәшәгән.
Төхфәт Йәнәби ҡәләмдәштәренә һәр саҡ ярҙамсыл була. Хәҙисә апай Кәлимуллина яҙмаларында ошондай һүҙҙәр бар: “Ул бигерәк тә йәштәрҙе яратты, йәштәр өсөн матур-матур әҫәрҙәр яҙҙы. Шуға күрә йәштәр ҙә уны яратты. Уның эргәһенә йәш шағирҙар йыш килә ине, уларға ярҙам итеүгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Яңы шиғырҙарын алып Хәй Мөхәмәтйәров, Сәғит Мифтахов, Ғабдулла Амантай, Мазһар Абдуллин, Сәләх Кулибай һәм башҡа йәш яҙыу­сылар уның эргәһенә өйгә лә килә ине”.
Ә күренекле прозаик Сәғит Агиш замандашы хаҡында былай ти: “Төхфәт Йәнәбиҙе башҡаларҙан айыра торған иң үҙенсәлекле сифат нимә?” – тип һораһалар, мин һис бер ыҡ-мыҡ итеп тормайынса, кешенең өлкән йәки бәлә­кәй булыуына ҡарамаҫтан, уға ышаныуында, тип әйтер инем. Шуға күрә ул минең күңелдә тормошонда ла, ижадында ла алдашмаған кеше булып ҡалған. Төхфәт ағай олонан да, бәлә­кәстән дә ғәрләнмәй торған кеше ине.
Миңә, журналист булыуым сифатында, бер нисә тапҡыр уның етәксе­ле­гендә эшләргә тура килде. 1928 йылдарҙа редакциялағылар араһында мин берҙән-бер комсомол инем, өсәү – партия ағзаһы, ҡалғандар – партия­һыҙҙар. Ул редакция эшенә бөтәбеҙҙе лә тигеҙ ылыҡтырҙы, һәр беребеҙҙе үҙебеҙгә хас булған сүрәттә файҙалана ине... Тәржемәгә һәләтлеләрҙе тәржемә эшенә егә, икенселәрҙән тәнҡит, фельетондар яҙҙыра ине.
– Малайҙар, подводить итмәгеҙ! –тип кенә ҡуя.
“Малайҙар” ти шул, сөнки ул ваҡытта редакцияла ҡатын-ҡыҙ юҡ ине. “Яҙыу машинкаһында ла ирҙәр эшләй инеме?” тип аптырап һораһағыҙ, яуап асыҡ: ул ваҡытта хәреф баҫыу машинкаһы юҡ ине әле”.
Башҡорт әҙәбиәтенә намыҫ, тоғро­лоҡ, ғәҙеллек кеүек изге сифаттар бүләк иткән шағир, прозаик, матбуғат етәксеһе һәм дәүләт эшмәкәре Төхфәт Йәнә­биҙең тыуған ауылындағы урта мәктәп­кә исеме бирелгән, ҡомартҡыларға бай музейы эшләй.


Вернуться назад