Эштә ярҙамы ҙур23.03.2012
Эштә ярҙамы ҙурӨфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге 130-сы мәктәп — баш ҡалалағы алдынғы белем усаҡтарының береһе. Уның хеҙмәткәрҙәре “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды.
Гөлназ Брянина етәкселек иткән был мәктәптә белем һәм тәрбиә эштәренең юғары кимәлдә алып барылыуы уҡыу йортон алтын, көмөш миҙалдарға тамамлаусыларҙың йылдан-йыл артыуына булышлыҡ итә.
Мәктәптә дәрестән тыш сараларға ла ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, балалар “Йәш кадет”, “Йәш сәскә үҫтереүсе”, “Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү”, “Хоҡуҡ — беҙҙең тормошта”, “Мәктәп музейы”, “Лидерҙар мәктәбе”, “Йәш хәбәрсе”, “Шахмат”, “Йәш һәләттәр”, “Оҫта ҡулдар”, “Үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләйбеҙ”, “Модалы кейем дизайны”, “Фантазия”, “Дуҫлыҡ” бейеү түңәрәктәрендә ихлас шөғөлләнә.
Белем усағында башҡорт, урыҫ, татар һәм инглиз телдәре өйрәнелә. “Башҡорт теле уҡытыусылары дәрестәрен төрлө мәғлүмәт менән байытыу, республикалағы, илдәге көнүҙәк проблемалар менән хәбәрҙар булыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзитенә ихлас яҙылды”, — ти хеҙмәт ветераны, юғары категориялы башҡорт теле, әҙәбиәте һәм химия уҡытыусыһы Рәйлә Мостафа ҡыҙы.
Люциә ЮЛМӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад