“Аҡсаны эшләп алғым килә”28.10.2016
Мосолман ҡатын-ҡыҙына хас әҙәплелек, оялсанлыҡ, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ, үҙ көсөңә таяныу кеүек сифаттарҙың бөгөнгәсә ныҡлы булып ҡалыуына шаһитбыҙ. Уларҙы ҡайһы саҡта хатта ҡаты сир ҙә үҙгәртә алмай...

Бөрйән районынан ике балалы йәш әсәй, һуңғы айҙарҙа хәлһеҙ булыуына, ауыртыныуҙар йонсотоуына ҡарамайынса, улы менән ҡыҙын мәктәпкә әҙерләүгә аҡса эшләү өсөн Өфөгә юллана. Һыҙланыуҙары көсәйһә лә, түҙергә тырыша, ләкин сир ҙә сигенмәй: бер көн килеп аяҡтан йыға. Дауаханала йәш әсәйгә ҡот осҡос диагноз ҡуялар: яман шеш...
Өфөләге онкология диспансерына ятырға сираты етеүен сабыр ғына көтөп еткерә ҡатын. Әле унда нур терапияһы менән дауалана. Һыҙланыуҙы баҫыу өсөн көн һайын ҡабул итергә тейешле ҡыйбатлы дарыуы бөтөп килһә лә, “Әйҙә, мәрхәмәтле кешеләрҙән аҡса йыйыуҙы ойошторайыҡ, башҡа сара юҡ бит” тигән тәҡдимде ҡабул итмәй.
– Ҡуй, һоранып ятыуы уңайһыҙ, – ти. – Аяҡ-ҡулһыҙ түгелмен бит, зиһенем дә теүәл, Аллаға шөкөр. Яңыраҡ бына бәйләү менән шөғөлләнә башланым. Балаларым алыҫта, көҙгө һалҡындар болоҡһота, ҡыш һулышы һиҙелә, эргәмдәге ауырыуҙар араһында өмөтһөҙлөккә бирелгәндәр бар... Ошо тәьҫораттар сәбәп булғандыр бәйләй башлауыма. Кешеләргә йылы өләшкем, уларҙы һаҡлағым, ҡурсалағым килә. “Әл-Фатиха”, “Әл-Ихлас”, “Ән-Нәс” сүрәләрен ятлай-ятлай, изге теләктәремде әйтә-әйтә, Аллаһ Тәғәләнән һәр кемгә һаулыҡ биреүен һорай-һорай ике йөн ойоҡ бәйләнем әле. Дауаланыу ваҡыты оҙон, башҡа төрлө ябай кейем өлгөләрен дә өйрәнермен тим. Әгәр ҙә кемдер ниҙер бәйләтеп алырға теләй икән, ризамын. Дарыуға аҡсаны шулай ҡул көсө менән тапһам, күңелемә еңелерәк булыр.

Ҡәрҙәшебеҙгә бәйләүгә заказ бирергә теләгәндәр 89174776799 телефоны
буйынса мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад