“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм уның солисы Ринат Рамаҙановты беҙҙең яҡтарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға тапшырған йәштәр өсөн сиктәр юҡ тиерлек – “Арғымаҡ”ҡа Рәсәй төбәктәре, яҡын күрше илдәр, Европа, Азия, океан аръяғы халыҡтары алҡышланы. Әлбиттә, төркөмдөң ижади сәфәре алда әле. Хәҙер “Арғымаҡ”ҡа тағы бер йүнәлеш өҫтәлде тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Ринат Заһир улы Рамаҙанов етәкселегендәге яңы йәмәғәт ойошмаһы – “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы (конгресы)” Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре берлеге – ҙур маҡсаттар менән эш башлап тора.
Йыр-моңға һөйөү, йәштәрҙе берҙәм итеү, халҡыбыҙҙың үҫеше, киләсәктә беҙ ниндәй булырға тейеш, йәмәғәтселек эштәре – Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.– Ринат, ил кимәлендәге яңы йәштәр ижтимағи ойошмаһын етәкләргә нисек тәүәккәлләнең? Хатта ҡайһы берәүҙәр, “Арғымаҡ” ни эшләр икән хәҙер, тип тә ҡыҙыҡһына.
– Төркөмөбөҙ менән беҙ концерттар ҡуйып ҡына йөрөмәнек, йәштәр менән күп аралаштыҡ, саралар ойошторҙоҡ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштыҡ. Мәҫәлән, ҡымыҙ фестивален беҙ башлап ебәрҙек.
“Арғымаҡ”тың принцибы – бөтәһе менән дә татыу йәшәргә, шул иҫәптән власть менән дә. Етәкселек менән берлектә күп кенә саралар үтте. Килешеп, уртаҡ тел табып йәшәгәндә, бер-береңә ярҙам итеү ҙә күңелле. Арғымаҡ тап шулай эшләй. Хатта ҡайһы саҡ бушлай эшләһәк тә, икенсе яҡтан ул беҙгә уңай булып ҡайта. Башҡортостан Башлығының 10 миллион һумлыҡ грантын яулауыбыҙ ҙа юҡтан түгел – беҙгә ышаныс күрһәттеләр, тимәк. Әлбиттә, беҙҙең яуаплылыҡ та артты.
Әле төрлө кимәлдәге һәм күләмдәге саралар йыш үтеп тора. Йәштәребеҙ әүҙем, Аллаға шөкөр. Ҡайһы ваҡытта бер көндө бер нисә урында әһәмиәтле сара ойошторолоуы ихтимал. Халыҡтың тегенеһенә лә, быныһына ла барғыһы, ҡатнашҡыһы килә. Бер координация үҙәге кәрәк. Йәштәр ойошмаларының маҡсаты бер тирәләрәк бит инде – халҡыбыҙҙы яратыу, үҫеш, сәләмәт тормош. Беҙгә бөтә көстө бер нөктәгә йүнәлтеп эшләргә кәрәк.
Ниәт итһәң, Аллаһ Тәғәлә юлдарҙы аса. Шундай-шундай ойошма булдырабыҙ, тип республика Башлығы хакимиәтенән дә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан да миңә етәксе булырға тәҡдим иттеләр. Моғайын, әйтерҙән алда кандидатурамды бик ентекле тикшергәндәрҙер. Осраҡлы кешене етәксе итеп ҡуйып булмай бит. Беҙҙең “Арғымаҡ”тың исеме лә, есеме лә бар тигәндәй. Абруй тураһында әйтәм. Беренсе съезда асыҡ һайлау булды, әлбиттә. Әммә башта тәҡдим иттеләр. Риза булдым. Беренсенән, яңы мөмкинлектәр, яңы эш. Икенсенән, яуаплы, еңел булмаған хеҙмәт бит ул. Уйлап эшләй торған. Бер яңылыш аҙым төркөмдөң биш-алты йылғы эшмәкәрлеген, туплаған абруйын төшөрөүе лә ихтимал.
Тағы шуныһы: һин дәүләт менән килешеп эшләй алмайһың икән, ҡаршы ҡуяһың икән, һинең эшеңдең алға барыуы икеле. Артыҡ ҡысҡырыныуыңдың файҙаһы булмаясаҡ. Власҡа бит икенсе төрлө итеп тә еткереп була – дуҫлыҡ телендә. Проекттарыңды тәҡдим итеп, аныҡ маҡсаттар менән хеҙмәттәшлек итергә теләүҙе, ниндәйҙер талаптарыңды ла белдереп. Йүнәлештәр күп бит. Шул уҡ инвестициялар йәлеп итеү, төбәкте танытыу, туризмды үҫтереү һ.б. Идеялы йәштәр барыһында ла ҡолас ташлап эшләй ала, әгәр дәүләт менән килешә алһа.
Әле лә башта мең төрлө уй-ниәттәр. Алла бирһә, ғәмәлгә ашырыу юлдары асылыр. “Арғымаҡ”ҡа килгәндә, әлбиттә, беҙҙең концерттар, майҙан тотор сығыштарыбыҙ алда.
– Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының башҡарма комитеты тәүге ултырышын үткәрҙе, матбуғат конференцияһы йыйҙы, эште нимәнән башланығыҙ?
– Йәштәр ҡоролтайының үҙ эмблемаһы, флагы һәм гимны буласаҡ. Рухи-әхлаҡи тәрбиә, социаль мәсьәләләр, эшҡыуарлыҡ, тарих, туған тел, мәҙәниәт буйынса эш комиссиялары төҙөлдө. Башҡарма комитетта 41 кеше. Күбеһенең исемдәре, эштәре таныш. Рәйестең, йәғни минең, дүрт урынбаҫарым бар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Марат Ғилманов, Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығының баш консультанты Марсель Байдәүләтов, “Маҡсат” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Шәүрә Йомағужина һәм Мәскәүҙән сенатор ярҙамсыһы Марсель Вахитов.
Бөтә донъялағы йәш милләттәштәребеҙҙе бергә туплау, күмәкләшеп илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ үҫешенә тос өлөш индереү маҡсаты менән янабыҙ. Йәштәребеҙҙе был тормошта килеп тыуған хәүефтәрҙән дә аралап ҡалырға, дөрөҫ үҫеш йүнәлешен күрһәтергә, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең ниәттәр килеп сығасаҡ, Алла бирһә.
Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе йәш замандаштарыбыҙ менән бәйләнеш булдырылған. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, күрше төбәктәрҙә, аҫаба башҡорт ерҙәрендә йәштәр ойошмалары, төрлө ассоциация, берлектәр бар, уларҙың байтағы менән былай ҙа хеҙмәттәшлек яйға һалынғайны, һәм был юҫыҡта эш дауам итә.
Шулай уҡ бөгөн популяр булған конкурстарҙа, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу, гранттар яулау, эш табыу, белем алыуға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә берлектә ҡараласаҡ. Йәштәр алдында торған проблемалар ҙа етерлек. Шул рәткә эскелекте, насар юлға баҫыуҙы индерһәк, йәнә лә ауылдарҙа ҡалыу, сәләмәт тормош менән йәшәү, йәш ғаиләләрҙә балаларҙы берҙән – икегә, икенән өскә күбәйтеү кеүек мәсьәләләрҙе лә күтәреп сығыу дөрөҫ буласаҡ. Тағы ла дини секталарға ылыҡтырыу буйынса әүҙем эшләүселәр бар. Егет-ҡыҙҙарҙан күпләп аҡса талауға ҡайтып ҡалған секталарҙан аралау ҙа – әлеге яңы ойошманың етди бурысы.
Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында эшләйәсәкбеҙ. Ҡыҫҡаһы, әле ойоштороу эштәре дауам итә.
– Беҙҙә йәмәғәт башланғысында эшләүсе ойошмалар байтаҡ ҡына, шул иҫәптән йәштәрҙеке лә. Уларҙы үҙегеҙҙең “ҡанат аҫтына” алыу маҡсат итеп ҡуйыламы?
– Һәр ойошма үҙ урынында. Улар булырға тейеш. Йәштәрҙең һәр береһен бер ойошмаға тупларға кәрәкмәй. Ә бына уларҙың булыуын файҙаланырға мөмкин. Саралар үткәреүҙә берләшеү хаҡында әйтәм. Эйе, ойошмалар төрлө һәм уларҙағы ҡайһы бер ҡараштар ҡырҡа айырыла. Тик һәр саҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарап йәшәргә ярамай. Яҡшы ниәттәреңде, киләсәгебеҙ өсөн файҙалы уйҙарыңды матур эш менән күрһәтергә кәрәк.
Заманында “Арғымаҡ”ты төҙөгәндә лә беҙҙән көлдөләр. Ниндәй башҡорт этно-рок төркөмө булһын ти, тип мыҫҡыллаусылар ҙа осраны. Ышанманылар. Ә беҙ һайлаған юлдан ситкә тайпылманыҡ. Хәҙер Аллаға шөкөр, Европаны арҡыры-буй йөрөп сыҡтыҡ, Азияла булдыҡ, төрки донъяһында сығыш яһап торабыҙ, меңәрләгән тамашасы йыйырлыҡбыҙ. Изге ниәттәр юлды аса.
– Тимәк, йәштәр ҡоролтайы үҙен эштәре менән танытасаҡ. Ә глобаль фекер йөрөткәндә, башҡорт халҡын донъяла танытыр өсөн ни эшләргә?
– Минеңсә, әҙ танылған булыуҙың да үҙ сәбәбе, үҙ хикмәте бар. Шулай булыуы ла ихтимал – әгәр ҙә белһәләр, күптән беҙҙең еребеҙ байлығы, ҡомартҡыларыбыҙ юҡҡа сығыр ине, бөтә донъя ошонда килеп тулһа.
Шундай бер дәүер булды: Советтар Союзы ваҡытында башҡортлоҡ нисектер икенсе планға күсте, рухиәт ташып торманы. Һөҙөмтәлә маңҡорттар быуыны тыуҙы, туған телде, әҙәбиәтте белмәүселәр, башҡортса һөйләшергә оялыусылар ҙа табылды. Был дөрөҫ түгел, һәм был оҙаҡ дауам итергә лә тейеш түгел ине. Әле рухи хәтер яңыра, тамырҙар, шәжәрәләр өйрәнелә, йәштәр ҙә быға битараф түгел. Беҙгә Ғабдулла Сәиди кеүек аҡһаҡалдар әйтеп ҡалдырған – ерҙең кендегендә йәшәйбеҙ, һәр аҙым өсөн шөкөр итергә тейешбеҙ.
Ҡышы ла бар, йәйе лә бар, яҙы ла бар, көҙө лә бар. Урманы ла бар, йылғаһы ла, күле лә, тауы ла, ҡаяһы ла… Йыл әйләнәһенә күләмле фестивалдәр үткәрерлек потенциал, сәбәп бар беҙҙә. Башҡорт балы, кейеҙ баҫыу, милли аш-һыу буйынса саралар үткәр. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны кеүекте беҙҙә лә эшләргә мөмкин.
Ошоларҙың барыһы менән дә ҡыҙыҡһынырлыҡ, дәррәү ҡатнашырлыҡ йәштәребеҙ бар. Донъя беҙгә килгәндә, беҙ бында ойошҡан булырға тейеш. Туристарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ икән, тулы инфраструктура булдырайыҡ. Былтыр ШОС, БРИКС илдәре саммиты үткәйне, Башҡортостан, Өфө, башҡорттар тураһында донъя ишетте.
Беҙҙә “туризм экспорты” тигән нәмә булырға тейеш. Үҙебеҙҙең йәшәйеште концерттар, шоу-программалар аша күрһәтергә. Мәҫәлән, ил, төбәк етәксеһе делегацияһы составында барырға була.
Бына Мексикаға Бөтә донъя фольклориадаһына барып ҡайттыҡ. Шунда төрлө милләт вәкилдәре, урындағылар менән тығыҙ аралаштыҡ, таныштыҡ, үҙ яғыбыҙ хаҡында һөйләнек. Бик ҡыҙыҡһынып, хатта аптырап та тыңланылар. Беҙҙә ҡар бар, тип һөйләйбеҙ. Һеҙ пальмаларығыҙҙан йорт һалаһығыҙмы? Ә беҙ үҙебеҙҙә үҫкән ағастарҙан бура бурап өй төҙөйбөҙ, тибеҙ. Ҡымыҙ эсәбеҙ, йылҡы ите ашайбыҙ, тигәнгә ауыҙҙарын асып тыңлайҙар. Алла бирһә, 2020 йылда Фольклориада беҙҙә үтәсәк, килегеҙ, тип саҡырҙыҡ, бик ҡыҙыҡһындылар. Сығыштарыбыҙҙы яраттылар.
Унан килеп, беҙҙә сағыштырмаса тыныс. Ер тетрәмәй, Аллаға шөкөр. Емерелеү хәүефе янамай. Һанай китһәң, үҙебеҙҙе танытыр сәбәптәр бик күп. Беҙгә йыйылыр өсөн темалар ҙа етерлек. Йәш быуын икәнде иҫәпкә алғанда, һөнәр һайлау, заманса белгестәр, юғары технологиялар тураһында һөйләшеп, проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ғына ҡала. Һәм бөтә сараны концерт менән тамамлап ҡуйырға мөмкин. Бер юлы төрлө йүнәлеште күрһәтеү була был. Беҙ булдырыр инек.
– Бөтә яҡшы ниәттәрегеҙгә лә аҡ юл. Ә һеҙҙең менән эшләргә теләүсе йәштәргә, ғөмүмән, барыһына ла, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Айырыуса йәш кешеләр яратҡан социаль селтәрҙәрҙә “урынлаштығыҙмы” әле?
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында эшләйбеҙ, тип әйттем инде. Карл Маркс урамы, 3-сө йортта ул. “Бәйләнештә” селтәрендә (Башҡорт йәштәре ҡоролтайы төркөмө), ҡыҫҡаһы, барлыҡ танылған социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. “Бәйләнештә”ге ”Арғымаҡ” төркөмө лә, минең шәхси сәхифәм дә һеҙҙең өсөн асыҡ, туранан-тура үҙемә лә шылтыратырға мөмкин. Йәштәр, һеҙҙе көтәбеҙ, килегеҙ, бергә эшләйек.
– Башҡорт йәштәре ҡоролтайы, тигәндә, һай, афариндар, тип тел шартлатырлыҡ бер көн дә тыуыр әле, шулаймы? Уңыштар һеҙгә, йәштәр!
Ринат Рамаҙанов – Мәләүез ҡалаһы егете. Бәләкәйҙән йыр-моңдо һөйөүе һиҙелә. Үҙе һөйләүенсә, сабый сағында мыжый башлаһа, музыка ҡуйып тынысландырғандар. Шулай көйҙәргә ныҡ өйрәнеп китә. Өс-биш йәшлек сағында уҡ, тәрилкә, кәстрүлдәрҙе музыка ҡоралы итеп һуҡҡыслап-ҡаҡҡыслап, бына был ошо көй, бына быныһы теге көй, тип әйтеп, уйнап ултыра. “Өйҙә йыш ҡына минең менән ҡалған Гөлгөнә инәйем әсәйемә, был баланың моңдо ишетеү һәләте бар бит, тип, үҫкәсерәк, музыка мәктәбенә бирергә ҡарар иткәндәр”, – тип хәтерләй Ринат. Телевизорҙан “Каруанһарай” ансамбле сығыштарын айырыуса иғтибар менән ҡарай ул бала сағында. Төркөмдөң үтә популяр сағы була. Малай, Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тип хыяллана. Бына шулай башлана йыр-моң донъяһына сәйәхәте.
Тәүҙә ҡаланың 1-се, аҙаҡ 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Ҡарабулатовҡа оҡшау хыялын алтынсы кластан тормошҡа ашыра башлай – ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Остазы тип Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Мөхәрләм улы Нуриевты атай.
“Ҡурай буйынса иң төплө белемде мин унан алдым. Артабан Салауат сәнғәт училищеһында ла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда ла үҫеү өсөн бер туҡтауһыҙ шөғөлләнеп, тәжрибә тупланым”, – ти Ринат Рамаҙанов. Уны хәҙер ҡурайһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай шикелле.
“Арғымаҡ”тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Яйлап коллектив туплана. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ҡуялар. Тырышлыҡ, сәм, маҡсат емеше ул төркөм. Башҡорт мәҙәниәтендә яңы бер күренеш тә.Айсын АҠБУЛАТОВА һөйләште.