Башҡорттар, АЛҒА!28.10.2016
Башҡорттар, АЛҒА! Бер аҙым алға баҫабыҙ ҙа... Башҡорт Википедияһының бөгөнгө торошон шулай тип ҡылыҡһырларға мөмкин булыр ине, сөнки Викимедиа РУ вәкилдәре, йәғни “өлкән ағай”ҙар билдәләүенсә, бөгөн башҡорт ирекмәндәре үҫеш осорон кисерә, һәм был динамика бер йыл дауамында тотороҡло килеп, әле лә дауам итә. Ул ғына ла түгел, Рәсәйҙең башҡа телдәрендә эшләп килгән йәки эшләргә тырышҡан бүлектәренә лә теоретик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтә. Сентябрь аҙағында Удмурт Республикаһының Ижевск ҡалаһында уҙған вики-семинар ҙа – быға асыҡ миҫал.

Байлыҡ саңға
күмелеп ятҡанда...

Әйткәндәй, уны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә БашВики хакимы Рөстәм Нурыевтың да өлөшө ҙур – ул йыл буйына удмурттарға кәңәштәре менән ярҙам итеп, тәжрибә уртаҡлашып торҙо. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, семинарға һис икеләнмәй һәйбәт баһа бирергә мөмкин, сөнки унда, башҡа тел бүлек­тәренең проблемалары менән бер рәттән, Башҡорт Википе­дияһында ҡулланырлыҡ, өлгө алырлыҡ мәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, ижади әҫәргә йәки мәҡәләләргә нисек итеп ирекле лицензия алып, уны йәмғиәттә ҡулланыуҙы ирекле итергә?
Мәғлүм булыуынса, бөгөн төрлө китап­ханаларҙа, архив­тарҙа, музейҙарҙа әллә күпме байлыҡ саңға күмелеп ята. Ә уны ирекле ҡулланыуға сығарғанда, теләгән кеше тиҙ генә үҙенә кәрәкле мәғлүмәт та­быр ине. Йә иһә бөгөн Башҡорт Вики­пе­дия­һының Викитека бүлегендә ике мең самаһы китаптың электрон варианты бар, әммә уларҙың авторҙарынан рәсми яҙма рөхсәт булмай тороп, ирекле ҡулланыуға сығарыу мөмкин түгел. Әгәр улар ирекле ҡулланыуға сыҡһа, донъя­ның 294 телен­дәге википедия­ларҙың береһендә, бәлки, уларҙы үҙ теленә тәржемә итергә теләк белдереүсе лә табылыр ине... Шулай уҡ бөгөн Рәсәй халыҡтары телдәрендә генә түгел, ғөмүмән, барлыҡ википедияларҙа ла мөхәррирҙәр етешмәй – был мәҡәлә яҙыуға, тәржемә итеүгә генә ҡағылмай, ә уларҙы тикше­реү, хаталарҙы төҙәтеү ҙә талап ителә. Әгәр автоматик рәүештә стилистик, орфографик хата­ларҙы төҙәтеү программаһы йәки ҡушымтаһын эшләүсе табылһа, был да эште бер аҙ еңеләйтер ине, моғайын. Әлбиттә, былар ҡасан да булһа тормошҡа ашыр, сөнки бынан 10 – 15 йыл элек кеҫә телефондары тураһында хыяллана ғына инек түгелме?..

Cherchez la femme
(Шерше ля фам)

Удмуртстан тигәндә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, иң элек башҡа ингән уй нимә булды тиһегеҙ? Әлбиттә, Евровидениела сығыш яһап, бөтөн донъяны шаулатҡан “Бураново өләсәйҙәре”! Һәм ҡапыл мейене уй телеп үтә: ә беҙҙең БашВики өләсәйҙәре уларҙан ни ере менән кәм? Шулай итеп, үҙе­нән-үҙе яңы Вики-проект тыуҙы – Башҡорт Википедияһының өләсәйҙәре! БашВикиҙа стажы ҙур булған Гүзәл Ситдиҡова һәр сы­ғышында тиерлек, мин – баш­ҡорт Википедияһының өләсәйе, тип ғорурлыҡ менән әйтә икән, ни өсөн был идеяны бренд кимәленә күтәрмәҫкә? Эйе, әлегә был идея, википедистар телендә әйткәндә, инкубаторҙа ғына ята, йәғни себеш булып морон төрт­мәгән, әммә тиҙ арала ул тор­мошҡа ашыр тип ышанғы килә. Бары тик ирекле энциклопедия менән хеҙмәттәшлек иткән апай­ҙарыбыҙ ғына һау-сәләмәт бул­һын да үҙҙәре артынан башҡорт телен яҡшы белгән, телде, мәҙә­ниәтте, тарихты виртуаль киң­лектә киләсәк быуындарға тапшырыу ғына түгел, ә ошо байлыҡты донъя телдәренә таратыу менән шөғөл­ләнергә теләүсе әүҙем әхирәттәрен эйәртһә, булмаҫ тимә. Француздар әйтмешләй, шерше ля фам!

Энергия сығанағы –
Лудорвай

“Беренсе тапҡыр Лудорвайҙа булдым!” – конференцияла ҡатнашыусы Сергей Бехтеревтың һоҡланып та, ғорурланып та әйткән һүҙҙәренән һуң, ә бит Башҡорт­останда ла күпме кеше Шүлгәнташты, Мораҙым тарла­уығын, башҡа тәбиғәт ҡомарт­ҡылары хаҡында ишетеп кенә белә, тигән уй йүгереп үтте баштан. Лудорвай архитектура-этнография комплексы – удмурт­тарҙың этноауылы, тиергә лә мөмкин. Ошо атамалы ауыл эргәһендә урынлашһа ла, ул үҙе айырым бер территорияны би­ләй, унда көньяҡ, урта, төньяҡ удмурттарҙың усадьбалары урынлашҡан. Ғөмүмән, бындағы йорттар һәм ҡорол­малар – барыһы ла тарихи экспонат, һәм улар һәр ауылдан тиерлек йы­йылған, йорт-ҡаралты иһә күсе­реп килтереп ул­тыр­тылған. Удмурттар – бөгөнгәсә мәжүсилек традицияларын һаҡлап алып ҡалған халыҡ. Беҙҙең гид ролен үтәүсе Катерина әйте­үенсә, быуындан быуынға тапшырылып килгән тыйыуҙар бөгөнгәсә йә­шәй. Әйтәйек, электән изге тип аталған һәм унда бары тик ир-ат ҡына инергә тейеш булған серле, энергия үҙәге булған яландарҙы ҡатын-ҡыҙ бөгөн дә урап үтә. Хатта ошо ялан эсенән үткән һуҡмаҡ аша юл турараҡ булһа ла, улар урау юлды хәйерлерәк күрә. Шулай уҡ кейемдәренә лә бик һаҡсыл удмурттар. Кате­ринаның өҫтөндәге кейеме уның әсәһенең өләсәһенән ҡалған. Экспонат та, көндәлек кейем дә. Тарих үҙе күҙ алдында терелгәндәй хатта.
Лудорвай конференцияла алған белемде нығытып ҡуйыу­ҙың бер сағылышы ла булды. Авторҙар, журналистар, рәс­сам­дар һәм ижад менән шөғөл­ләнеүсе күптәр авторлыҡ хоҡуғы тураһында әллә ни уйлап бир­мәһә лә, википедистар был йәһәттән күпкә алда бара. Һәр конференцияла тиерлек ошо хаҡта сығыштар була, авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтимал­лығы ҡарала. Ә бит авторлыҡ хоҡуғы элек-электән булған. Мәҫәлән, удмурт ҡыҙҙары ла башҡорттар кеүек балаҫ һуҡҡан. Һәм берәй әхирәтендә ниндәйҙер матур биҙәк күреп ҡайтып, уны үҙе лә ҡабатлай икән, авторлыҡ хоҡуғын боҙмаҫ өсөн балаҫтың уртаһына суҡ ҡуйған. Ҡараған кеше иһә рәсем икенсе кешенән алынған икәнен һүҙһеҙ ҙә аңлаған: creativecommons.
Һүҙемде, республиканың тәби­ғәт ҡо­март­ҡыларын бер тапҡыр ҙа күрмәүселәр бар, тип баш­лағайным. Бер ҙә юҡҡа түгел, сөнки Википедияла, төрлө конкурс-марафондар менән бер рәттән, иҫтәлекле урындарға экспедициялар ойоштороу прог­раммаһы ла бар, улар башта урындағы ирекмәндәр тарафынан үтелә, артабан инде халыҡ-ара кимәлгә сығарыу ҙа ихтимал. Был үҙенә күрә эске туризмды пропагандалауҙың иң еңел ысулы: экспедицияға килеүселәр ни тиклем күберәк урындар менән таныша, улар мотлаҡ ҡайтҡас ошо хаҡта мәҡәлә яҙып, фотоларын һала. Һәм был мәғлүмәт, әйтеп үтеүемсә, ирекле лицензия буйынса, барлыҡ тел бүлектәренә тарала, йәғни уны һәр кем үҙ теленә тәржемә итә.

Ҡайҙа һеҙ,
башҡорт егеттәре?..

Быға тиклем тел белгес­тәренең, полиглоттарҙың ғилми-ғәмәли сараларҙа ғына сығыш яһауын күрергә тура килһә, бөгөн улар Википедия менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек алып бара. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел – Башҡорт Вики­педияһын үҫтереүҙә һәм йәшәтеүҙә Вячеслав Черневтың өлөшө ҙур булды, тип әйтеү, рустар әйтмешләй, бер нәмә лә әйтмәүгә бәрәбәр – ул бөгөн дә Башҡорт­останға хеҙмәт итә: Польша дәүләт университетында белем алып һәм студент­тарға башҡорт телен өйрәтеп кенә ҡалмай, ә поляк Википедияһында башҡорт контентын булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Шулай уҡ БашВикиҙың ун йыллығы айҡанлы ойошторолған Вики-һабантуйға килгән Әмир Аһарониҙы күптәр хәтер­ләйҙер. Уның ярҙамы менән бөгөн Баш­ҡорт Википедияһында автомат-тәржемәсе программаһы эшләй. Әлбиттә, ул әле камиллыҡтан бик йыраҡ, ләкин һәр тәржемә һайын уның “теле” байый бара.
Ижевскиҙа иһә австриялы Хрис­тиан Пишлегер удмурт телен социаль селтәрҙәр аша таратыу, үҫтереү тураһындағы уй-фекер­ҙәре менән уртаҡлашты. Бөгөн бер нисә тел белгән ғалим баш­ҡорт телен өйрәнеү теләге булыуын да белдерҙе. Ул ғына ла түгел, һүҙ араһында: “Ә миндә башҡорт ҡумыҙы бар”, – тип әйтеп ысҡындырҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, шунда уҡ уны эләк­тереп алып, уйнап күрһәтеүен дә һораныҡ. Христиан аптырап торманы, түш кеҫәһенән ҡәҙерләп төрөлгән (!) ҡумыҙ сығарып, уйнап та ебәрҙе!..
...Шул урында бер генә һорау бирге килә: “Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?”

Төбәк компоненты...

Мари Википедияһы вәкиле Вадим Протасов үҙенең сығы­шында, “беҙ тематик мәҡәләләрҙе түгел, ә мәҙәниәт, әҙәбиәт буйынса яҙылған мәҡәләләрҙе тәржемә итергә һәм яҙырға ҡарар иттек”, тигәйне. Уйланып йөрөп-йөрөп, уға мейене быраулап торған һорауымды бирергә булдым: “Әгәр мәктәптәрҙә бала­ларға үҙ телегеҙҙә белем бирергә теләйһегеҙ икән, математика, информатика, биология, химия, физика һ.б. фәндәр буйынса темаларҙы бер нисек тә урап үтә алмайһығыҙ бит, сөнки китаптар рус телендә булған осраҡта ла, телде белгән уҡытыусы бала­ларға терминдарҙы һәм теманы ике телдә лә аңлата, ә балалар Википедия аша темаларҙы үҙҙәре туған телендә уҡый ала түгелме?” “Һеҙгә еңелерәк, мәктәптәрҙә балалар туған телендә уҡыу бәхетенә эйә, уҡытыусыларығыҙ ҙа бар. Ә беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ. Ул ғына ла түгел, хатта туған телгә тәржемә итерлек кешеләр ҙә юҡ кимәлендә”, – ти Вадим.
Ошо һөйләшеү быйыл яҙ Янғантауҙа үткән семинарҙа Татар Википедияһы вәкиле Фәрхәд Фәтҡуллиндың бер фекерен ҡабат иҫкә төшөрҙө: “Википе­дистың балалары ла википе­дист, – тигәйне ул. – Википедия­лағы йәнһүрәттәр тураһындағы мәҡәлә­ләр­ҙе юйылыуҙан һаҡлап алып ҡалдыҡ, һәм уларҙы балаларым татарсаға тәржемә итә”.
Ғөмүмән, Фәрхәд – инглиз телен рус теленә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белеп, татар телен үҙ­ал­лы күптән түгел генә өйрәнгән һәм аҙнаһына бер көн ғаиләһендә татар телендә генә аралашыуҙы индергән атай. Балалары (әйт­кәндәй, улар ҙа инглиз һәм рус телдәрен белә) татарса һүҙ ҡушмаһа, атайҙары “ишетмәй” ҙә ҡуя икән. Йәғни тәрбиә өлкә­һендәге төбәк компонентын әлегә берәү ҙә алып ташламаған. Мәғариф системаһында ла төбәк компоненты бар, һәм уны һәр уҡытыусы үҙенең фәнендә ҡул­лана ала. Бында велосипед уйлап табаһы түгел – бары тик Башҡорт Википедияһын ҡулла­нырға, уға ярҙам итеп, үҙеңә ярҙам ала белергә генә кәрәк.

Беҙҙең ҡорал – мәғлүмәт!

Удмуртия нимә менән дан тота тигән һорауға, һәр кем, Калашников автоматтары менән, тип яуаплар, моғайын. Был ысынлап та шулай. Ижевск иһә шуның өсөн дә “Ҡорал баш ҡалаһы” тип йөрөтөлә. Ваҡы­тында, ысынлап та, Михаил Калаш­ников­тың автоматтары Бөйөк Ватан һуғы­шында еңеүгә тос өлөш индерә, бөгөн дә улар оборона сәнә­ғәтендә мөһим урын алып тора. Ижевск ҡалаһында ысын мәғә­нәһендә ҡорал арсеналы булған музей бар. Ләкин һәр ҡорал да кеше ғүмерен ҡыймай: вики­педистарҙың ҡора­лы – ирекле энциклопедик мәғлүмәт. Заманалар үҙгәрә – юҡҡа ғына, мәғлүмәткә эйә кеше донъяға идара итә, тимәйҙәр. Бөгөн, нисек кенә баҫма мат­буғатҡа йәбешеп ятырға тырышһаҡ та – Интернет заманы, ирекле мәғлүмәт заманы. Википедия иһә ошо мәғлүмәт та­ратыуҙың бер алымы – яңы ғына ҡуйылған хәбәр бер нисә секунд эсендә Ер шарын урап сығыуы ихтимал. Ул ғына ла түгел, Интернет версияһына ав­торлыҡ хоҡуғын һаҡлап инде­релгән яңылыҡтар, әҫәрҙәр менән теләгән кеше, әгәр телде белә икән, ирекле таныша ала. Һөҙөм­тәлә Википедия – шул уҡ виртуаль музейҙар, виртуаль китапханалар, виртуаль һүҙлектәр, виртуаль ғилми эштәр һ.б. күп файҙалы мәғлүмәт менән тулыланасаҡ. Был йәһәттән донъяла тәүге аҙымдар яһала ла инде.
Бөгөн кешелектең иң юғары ҡаҙанышы, моғайын да, рухи ҡиммәттәр менән генә түгел, хатта матди байлыҡ менән дә бүлешкәндән уның артыуын аңлауҙыр. Шуның өсөн Ер шарында 294 телдә Википедия үҫешә һәм унда миллионлаған мәҡәлә яҙылып, өҫтәлеп, төҙә­телеп, бөгөн уны 50 миллион кеше ҡуллана икән – был да күп нәмә хаҡында һөйләй. Эйе, беҙ яңылыҡты ауырлыҡ менән ҡабул итәбеҙ, сөнки быға тиклем булған торош беҙҙе ҡәнәғәтләндерә, үҙебеҙҙе уңайлы тоябыҙ, бөтөн нәмә яйға һалынған, һәм күп ғә­мәлдәр автоматик рәүештә башҡарыла... Ә Википедияға ылыҡтыңмы – быға тиклем ҡорған “уңайлы донъяң” баштүбән түңкә­релә: яңы белем, яңы асыштар, яңы таныштар, яңы юлдар һәм тағы ла яңы белем. Һәм Башҡорт Википедияһы ирек­мән­дәренең девизына әүерелгән һүҙҙәр менән әйткәндә: ошо сикһеҙ белем артынан – АЛҒА!





Вернуться назад